Все новости
Йәмғиәт
13 Марта 2018, 16:26

ЗАУЫҠЛЫ КОНЦЕРТ

Беҙҙең Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортона гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотларға тип, Бахмут ауылынан Владимир Панькин, Күмертауҙан Антон Лутченко килде.

Беҙҙең Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортона гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотларға тип, Бахмут ауылынан Владимир Панькин, Күмертауҙан Антон Лутченко килде.

Үҙешмәкәр артистарыбыҙ ысын- ысындан байрам кәйефе тыуҙырҙы, әйтеп бөтөргөһөҙ илһам, зауыҡ бүләк итте. Байрам сараһынан Айсыуаҡ балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә ситтә ҡалманы: улар шаян бейеүҙәре менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Аҙнабаевтар ғаиләһе лә, гармун көйөнә бейеп, матур бейеү бүләк итте.

Концерттан һуң фойела үткәрелгән дискотка айсыуаҡтарҙың күңеленә айырыуса хуш килде.

Екатерина НИҒМӘТОВА

Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: