Күмертауға төрлө билдәле әртистәр йыш килеп тора. Беҙ уларҙың күптәре менән әңгәмә ҡороп торабыҙ. Бына тиҙҙән, 20 мартта, йырсы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Айҙар Ғәлимов килә.
Айҙар Ғәлимов тураһында барыбыҙ ҙа, барыһын да тиерлек белеп, ишетеп торабыҙ. Шулай ҙа уның биографияһына тағы бер тапҡыр байҡау яһау, артыҡ булмаҫтыр.
Айҙар Ғәни улы Ғәлимов Ҡаҙағстандың Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йылдың 23 февралендә тыуған. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта.
1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлай, һуңынан, әрме сафтарына саҡырылып, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 1988 йылда Миәкә районының «Сулпан» колхозында водитель булып башлай. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала.
Әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй, «Айҙар» театр-студияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Шулай уҡ Айҙар Ғәлимов БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты ла.
Буласаҡ ҡатыны Зилә менән Айҙар Ғәлимов техникумда уҡығанда таныша. Ғәлимовтарҙың Гүзәл, Айгизә исемле ҡыҙҙары һәм Данияр исемле улдары бар. Гүзәл ҡыҙҙары менән Артур кейәүҙәре Ғәлимовтарға Сафия исемле ейәнсәр ҙә бүләк иткәндәр.
Айҙар Ғәлимовты Көйөргәҙе ере менән нимә бәйләй һуң? Беҙ быныһын да белдек. Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов Өфө автотранспорт техникумында Айҙар Ғәлимов менән бергә уҡыған икән. «Эйе, беҙ Айҙар менән техникумда бергә уҡыныҡ һәм аҙаҡ та аралашып йәшәнек, ғаилә дуҫтары булып киттек. Минең тормош иптәшем Раушания Сынбулатова билдәле композитор, хормейстер Афарим Аҡсуриндың хор төркөмөнә Айҙар Ғәлимовтың ҡатыны Зилә менән бергә йөрөгәндәр һәм дуҫлашып киткәндәр. Зилә Ғәлимова беҙҙең туйҙа ла булды. Тормош мәшәҡәттәре, балаларҙың бәләкәй булыуы менән йыш осрашып тора алманыҡ, әлбиттә. Шулай ҙа Күмертауға концерт менән килгәнендә, үҙем Өфөгә барған саҡта осрашып, рәхәтләнеп дуҫтарса һөйләшеп алабыҙ. Айҙарҙың да эш графигы тығыҙ, бушамай. Әммә Яҡшымбәт кешеләрен осратҡан һайын һәр саҡ сәләмдәрен әйтеп ебәреп тора, онотмай бер ҙә. Айҙар Ғәлимов менән һуңғы арала күрешкән юҡ, тиҙҙән концерты менән Күмертауға килһә, осрашып алырға иҫәп бар. Билдәле артист булып китһә лә, ул бер ҙә генә үҙгәрмәне. Элек тә шундай дәртле булды, хәҙер ҙә шулай уҡ. Үҙенең алсаҡлығы, бар кешеләр менән ябай итеп кенә аралаша белеүе, кешелеклелеге менән айырылып тора ул», - ти Юнир Ирек улы үҙҙәренең күренекле артист менән дуҫлыҡтары хаҡында.