Бында Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов үткән йылда эшләнгән эштәргә отчет сығышын тәҡдим итте. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте һорауҙары буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев иһә районда эшләнгән эштәрҙе барланы. Уларҙың сығышын ентекле тыңлағандан һуң, ауыл халҡы үҙҙәренең проблемаларын да әйтеп ҡалырға ашыҡты. Башҡорт зыяратын кәртәләргә, Бинтей урамының юлын эшләп бөтөргә, ауыл урамдарындағы штакетниктарҙы ла алыштырырға кәрәклеге хаҡында әйтте улар. Быйылғы ҡыш ҡарһыҙ булғанға күрә, күп кенә аҡса экономланған икән. Шул аҡсаға Юшатыр-Яҙлау юлын ремонтлаясаҡтары хаҡында хәбәр итте беҙгә Ринат Ирек улы.