Все новости
Йәмғиәт
16 Марта 2018, 13:05

МИЛЛИОНЕР ТИП ЯҢЫЛЫШҠАНДАР

Күмертауҙы кем, ярлы ҡала, ти? Һис тә улай түгел. Беҙҙә аяғында ныҡлы баҫып торған, аҡсаны услап тотҡан кешеләр юҡ түгел (һүҙ чиновниктар хаҡында бармай). Түбәндә бәйән ителеүсе тарих шундай уйҙарға этәрә.

Күмертауҙы кем, ярлы ҡала, ти? Һис тә улай түгел. Беҙҙә аяғында ныҡлы баҫып торған, аҡсаны услап тотҡан кешеләр юҡ түгел (һүҙ чиновниктар хаҡында бармай). Түбәндә бәйән ителеүсе тарих шундай уйҙарға этәрә.

Былтыр яҙ бер ҡала кешеһенең Татарстанға юлы төшә. Үтә затлы кейенгән булдымы, ҡулында Rolex сәғәте, муйынында баш бармаҡ йыуанлыҡ алтын сылбыры булдымы был әҙәмдең, тик уны үтә бай кеше рәтенә сығаралар ҙа, 51 йәшлек яҡташыбыҙҙы урлайҙар. Әлмәт районының бер ҡасабаһында була был хәл. Тегеңә янап, ҡурҡытып 15 миллион һум таптыралар. Бер нисә көн шулай яфалағас, ебәрәләр бисараны, әллә аҡсаһы булмаған бер байғошто яңылыш байҙар рәтенә сығарып яңылыша туғандаш республика бандиттары, әллә урланған Күмертау кешеһе аҡсалары менән бүлешергә теләмәй. (Хет аҫығыҙ, киҫегеҙ, батырығыҙ, әммә аҡсаны бирмәйем). Ҡыҫҡаһы, имен-аман ҡотола был. Тере ҡалғанына ышанып та етмәгән яҡташыбыҙ туранан-тура Өфөгә һыпырта һәм полицияға барып ғариза яҙа. Бына әле генә шул әҙәм урлаусыларға ҡарата енәйәт эше асылған.

Берҙән, теге Күмертау кешеһенең иҫән ҡалғанына ҡыуанабыҙ, икенсенән уйлайбыҙ: бының, ысынлап та, аҡсаһы булдымы икән әллә яңылыш ярлыны бай тип уйлап тегеләр төп башына ултырҙымы?

Һығымта: тегендә-бында барыр булһағыҙ, кредитҡа алған затлы кейемегеҙҙе кеймәүегеҙ хәйерле, кеше араһында арыу күренәм тип, өҙөп-йолҡоп тапҡан алтын-малтынды ла тағырға тырышмағыҙ. Юғиһә, үҙегеҙҙе урлап, миллиондар таптырыуҙары ла ихтимал. Һуңынан миллионер түгел икәнеңде иҫбатлап ҡара, ҡулыңдан килһә.
Читайте нас: