Ошо көндәрҙә Баян ауылында йәшәүсе Тимерғәли Ибраһимов үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Тимерғәли бабай бала сағынан алып хеҙмәт яратып үҫә. Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә уның, шуға күрә лә замандаштары кеүек уға ла тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға тура килә. Бер эштән дә ҡурҡмай Тимерғәли Мырҙағәли улы.
“Бала сағымда ныҡ шуҡ булдым, шаянлыҡ та янда ғына йөрөгәндер инде”, - тип хәтирәләргә бирелә Тимерғәли Ибраһимов. - Ете йәштәр тирәһе булғандыр, дуҫым Йәғәфәр Таймасов менән бер юлы өс һарай яндырҙыҡ. Һаламда уйнап йөрөй инек, араһында йәшелерәк үләне килеп сыҡты ла, шуны яндырып ҡарарға булдыҡ. Шырпы һыҙыуыбыҙ булды, китте дөрләп янып һалам. Шул хужаларҙы һаман булһа йәлләйем. Бала саҡ йүләрлеге менән ниндәй ҙур эш боҙғанбыҙ.
Һуғыш башланған саҡты ла иҫләп алды ул. Ул саҡта бабай Өфөлә дауаханала ятҡан булған. “1941 йылда немецтар ҡала-ауылдарҙы бер-бер артлы баҫып алып, шәп килә ине. Дауаханала һуғыш башланғанын белгәс, табиптар аҡ лампочкалар урынына зәңгәрҙәрҙе алмаштырып сыҡты. Баҡтиһәң, төндә немецтар яҡтылыҡты күреп баҫып алмаһындар дауахананы тип эшләнгән икән. Атайыма мине килеп алһын өсөн хат яҙырға ҡуштылар. Тылда ла еңел булманы. Көнө-төнө ат менән иген сәсеү, тырмау, һабан һөрөү кеүек төрлө эштәр башҡарҙыҡ. Ырғыҙлыға барып, бер ай урманда йәшәп, ағас киҫтек. Ғүмер буйы колхозда, совхозда эшләнем. Малсы булғанда комбикорманы ла ҡул менән ташыныҡ, эш муйындан булды. Хәҙер бына бит ҡулдарым ҡайһылай, шул ауыр хеҙмәттең бәләһе - бармаҡтарым һыҙлай. Тормош иптәшем Менәүәрә лә ошо “Көйөргәҙе” совхозының Горный Ключ бүлексәһендә эшләне. Совхоз заманында эш гөрләп торҙо, 200-ләгән баш һыйыр малы, 40 баш ат, 70 баш быҙау була торғайны. Элек егелеп эшләнек тә, аҡсаһы ла, барыһы ла булды. Ике тапҡыр Краснодар һәм Янғантау шифаханаларына бушлай путевка менән барып ҡайттым”, - ти Тимерғәли Ибраһимов.
Донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә күргән бабай хәҙерге тормошто маҡтамай.
- Нимәһе оҡшамай һуң? Пенсия алып тораһығыҙ, магазинда барыһы ла бар, - тип һорайым бабайҙан.
- Мин оло кеше инде хәҙер, төрлө саҡтарҙы күрҙем. Ә бөгөнгө тормоштоң нимәһе оҡшаһын? Халыҡҡа эш юҡ, күп кеше ситтә йөрөй, - ти ул, әсенеп.
Әлеге көндә Тимерғәли бабай улы Рәйес менән матур итеп донъя көтә. Тормош иптәше Менәүәрә инәй хәҙер мәрхүмә инде. Улар бергә биш балаға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының өсәүһе генә иҫән.
“Аллаға шөкөр, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем ҡайтып, хәлемде белеп торалар”, - тип һөйөнә Тимерғәли бабай үҙенең 90 йәшен тултырғанда.
Беҙ ҙә, аҡһаҡалыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе әйттек.
Тимерғәли Ибраһимов бабайҙы 90 йәше менән ҡотларға Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова менән ауыл старостаһы Миңзиә Баянова
ла килде. Улар РФ Президентының һәм район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
- Тимерғәли Мырҙағәли улы һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып
тағы оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә, - тип изге теләктәрен юллап ауыл советы исеменән юбилярға бүләк тапшырҙы Нурия Нуриман ҡыҙы.