Был фотола элекке «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозының хеҙмәт алдынғыларын күрәһегеҙ. 1979 йылдың 17 ғинуарында иҫтәлеккә төшөрөлгән был фотоһүрәт – һис шикһеҙ район тарихын асыҡ сағылдырыусы документтарҙың береһе.
Йыл башында традицион, планлаштырылған үткән йылға йомғаҡ яһалып, яңы йылға күтәренке йөкләмә ҡабул итеү кәңәшмәһендә хужалыҡтың етәкселәре, игенселек, малсылыҡ белгестәре, алдынғы эшселәр, колхозсылар ҡатнаша торғайны. Бында ла 1978 йыл йомғаҡтарында ҡатнашыусы ауыл эшсәндәрен күрәһегеҙ.
Артҡы рәттә һулдан беренсе – совхоздың Абдул бүлексәһендә оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән социалистик хеҙмәт алдынғыһы, ярыштарҙа еңеүсе, орден, миҙалдар кавалеры, «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» Илгиз Сөләймән улы Ғайсинды күрәһегеҙ. Уның эргәһендә, икенсе, үҙәк усадьбаның ат ҡараусыһы, ҡымыҙсылыҡ өсөн бейәләрҙе хужалыҡ бүлексәләренән йыйып, 9 Майға – Еңеү көнөнә ҡымыҙ етештереүсе Иван Петрович Капустин. Ул башҡаларға биргеһеҙ эшсән ине, бар эште йүгереп, тиҙ арала еренә еткереп башҡара торғайны. Үҙәк ашхананы аҙыҡ-түлек, икмәк менән тәьмин итеү ҙә уның өҫтөндә ине. Өсөнсө – совхоздың Һалҡын шишмә бүлеге идарасыһы Юрий Константинович Лобанов. Был бүлек һөтсөлөк, һарыҡсылыҡ һәм игенселек буйынса гел алдынғылар сафында барҙы. Уның эшселәре үҙҙәрен тынғыһыҙ, ә Юрий Константинович үҙен егәрле, һәләтле етәксе итеп танытты.
Дүртенсе – «Мораптал» совхозының икенсе агрономы Михаил Федорович Красников. Совхоз симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫырауҙан башҡа орлоҡсолоҡ менән дә уңышлы шөғөлләнде: республика райондарына костер, вика, люцерна үләндәре орлоҡтарын һатты, бында уның да хеҙмәт өлөшө бар.
Бишенсе – Алексей Афанасьевич Парфенов, оҙаҡ йылдар совхоздың автогаражы менән етәкселек итте. Тынғыһыҙ, эшкә яуаплы ҡараусы, талапсан етәксе булды ул гаражда.
Алтынсы – Әмерхан Ғатаулла улы Юлтаев. Автогараждың шоферы булып оҙаҡ йылдар эшләне, йөк тә ташыны, һауынсыларҙы ла йәйләүгә йөрөттө. Аҙаҡҡы йылдарҙа ГАЗ-69, УАЗ-469 автомобилдәрендә партком секретарын йөрөттө. Пенсияға киткәнсе директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып та эшләне, замандаштары уны эшһөйәр, яуаплы уҙамандарыбыҙҙың береһе тип белә.
Етенсе — Иван Михайлович Мамонов, бик оҙаҡ йылдар совхоздың мал врачы — ветврач булып эшләне. Эшкә талапсан, айыҡ ҡарашлы белгес, профком рәйесе урынбаҫары, ауыл советы депутаты ла булды. Бөгөн ул Свобода ауылында дин юлында: поп вазифаһын үтәй.
Һигеҙенсе — Мирхәким Мирхәйҙәр улы Ишмөхәмәтов, совхоздың Түкән бүлегенең алдынғы механизаторы. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, «Ватан һуғышы», «Ҡыҙыл йондоҙ», фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ленин, Хеҙмәт даны ордендары һәм бик күп миҙалдар менән наградлана. 60 йәшенә тиклем комбайнда, бульдозерҙа эшләне. Бер йыл урып-йыйыу эшендә үҙенең комбайнында 11 мең центнер иген һуғып, даны барлыҡ республикабыҙға таралды.
Туғыҙынсы — Виктор Иванович Старков, совхоздың баш инженеры, 1979 йылда уны райондың Ермолаеволағы ауыл техникаһы берекмәһе идарасыһы итеп үрләттеләр. Бөгөнгө көндә лә башҡа вазифала шунда эшләп йөрөй.
Унынсы — Роберт Закир улы Хөсәйенов, Абдул бүлеге автогаражында водитель булып эшләне, аҙаҡ Абдул ауыл советына рәйес итеп һайланды. Ялға киткәнсе ошо вазифала халыҡҡа хеҙмәт итте, тәртипле, ышаныслы рәйес булды. Коммунист, ғәҙел кеше ине.
Ун беренсе — Иван Александрович Шинкарев, совхоздың үҙәк оҫтаханаһында трактор-машиналарҙың двигателдәрен яйлаусы (обкатчик) булып эшләне, яуаплы, ғәҙел эшсе ине.
Ун икенсе — совхоздың Тимербай бүлегенең алыштырғыһыҙ, яуаплы малсыһы Хәмит Батыров. Оҙаҡ йылдар техник-осеменатор, булып эшләне. Уңғанлығы, ныҡышмалылығы, тәбиғәттән теремеклеге менән айырылып торҙо, күрһәткестәре лә юғары булды, ударник, орден, миҙалдар кавалеры.
Фотола беренсе рәттә (ултыралар) һулдан 1-се —Кәбир Ғизетдин улы Ноғманов. «Мораптал» совхозының Абдул бүлегенә инеүсе Абдул һөтсөлөк фермаһының да, Ҡарай һөтсөлөк фермаһының да алыштырғыһыҙ мөдире — бригадиры булды. Бик намыҫлы, эшсән, уңған етәксе ине, иң ҙур малсылыҡ фермалары араһында яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Бер нисә орден-миҙалдар кавалеры, коммунист, ударник ине.
Икенсе — Холодный Ключ бүлегенең уңған механизаторы, К-700, К-701 тракторҙарына идара иткән Валентин Ломов. Ударник, социалистик ярыш еңеүсеһе, уңғанлығы, ғәҙеллеге менән айырылып тора ине.
Өсөнсө — совхоздың партия комитеты секретары Ғәзизйән Ғилмислам улы Хәлилов. Ул — Туғай Кинйәһе ауылында тыуып үҫкән уҙаман, һөнәре буйынса уҡытыусы; Яманһары, Таймаҫ мәктәптәрендә директор булып эшләне, КПСС-тың Күмертау ҡала партия комитеты, уның ойоштороу һәләтен күреп, совхозға партия эшенә үрләтте. Ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем ошо вазифала эшләне, 50 йәшендә генә иртә, бик иртә китеп барҙы арабыҙҙан.
Дүртенсе — Түкән бүлегенең алдынғы быҙау ҡараусыһы Фәниә Ҡолмөхәмәтова, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер нисә орден, миҙалға лайыҡ булды, социалистик хеҙмәт ударнигы ине.
Бишенсе — «Мораптал» тоҡомсолоҡ совхозының иң йәш директоры Александр Иванович Копанев. Ырымбур ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлағас, «Көйөргәҙе» совхозының Көйөргәҙе бүлегендә идарасы, совхозда баш агроном булып эшләй, 1978 йылда 30 йәшендә «Мораптал» совхозына етәкселек эшенә күсерелә. Эшкә талапсан, тиҙ ҡыҙып китеүсән, шул уҡ ваҡытта тиҙ һыуыныусан, кенә ҡыумай, ғәҙел эш итеүсе кеше ине. Үҙенең ябайлығы, иптәшлек, дуҫлыҡ һыҙаттары менән айырылып торҙо. Бик иртә — 44 йәшендә генә китте ул арабыҙҙан. А. Копанев директор булып эшләгән дәүерҙә «Мораптал» совхозында торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды.
Алтынсы — Холодный Ключ бүлегенең оҙаҡ йылдар алдынғы быҙау ҡараусыһы булып эшләгән Анна Улечева. Социалистик ярышта еңеү яулаусы, тәүлегенә бик ҙур артым алыусы уңған ҡатын, пенсияға тиклем фермала эшләне. Бер нисә миҙалға лайыҡ булды, үҙ эшен яратып башҡарҙы.
Етенсе — Ғайса Һиҙиәт улы Ҡаҙаҡбаев. Элекке Түкән (Иҫке Түкән) ауылында тыуып үҫкән ир уҙаманы, йәш саҡтан уҡ совхозда эшләй башлай, бик оҙаҡ йылдар совхоздың эшселәр комитетын (профсоюз) етәкләне, аҙаҡ Свобода ауыл советы рәйесе булып эшләне.
Ошо тарихи фотолағы ир-уҙамандарыбыҙҙың, үкенескә күрә, күптәре гүр эйәһе инде. Хәҙерге көндә дүртәүһе генә беҙҙең арала иҫән-һау йәшәп ята.
Фото Әмерхан ЮЛТАЕВТЫҢ шәхси архивынан