Яҙлау ауылында РФ Президентын һайлаған көндө 60 йыл бергә, иңгә-иң терәшеп донъя көткән, гәүһәр туйҙарын туйлаған Миңлехан Нурфәиз улы менән Сәйҙә Сафа ҡыҙы Ибәтуллиндарҙы тәбрикләнеләр. Ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов уларға иң изге теләктәрен белдереп, бүләктәрен тапшырҙы.