Шәбағыштар ҙа һайлауға дәррәү килде. Ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова Холмогорҙан халыҡты алып килеү эшен хәстәрләгән ваҡытта иртә менән ауылдың иң әүҙем граждандары үҙ бурыстарын үтәргә ашыҡты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре «Юшатыр»ҙың фотообъективына ла эләгеп ҡалды.