Уҡыу йылы башында башҡорт теле, туған телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле проблема менән бер ҡаңғырып алдыҡ та, тынысланған кеүек булдыҡ. Ә проблема һаман да йәшәп килә. Бигерәк тә ул Күмертау ҡалаһы мәктәптәрендә күҙәтелә.
«Юшатыр» гәзите был мәсьәләгә битараф ҡала алманы һәм шундай уҡ битараф булмаған ҡала, район кешеләре менән әңгәмә ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәлдә район, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйестәре Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов менән Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова, Күмертауҙың 1-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғариф ҡыҙы Назарова һәм ундағы 4 "в" класы ата-әсәләр комитеты рәйесе Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Мөхәмәтова ҡатнашты.
Малик Ильясов: Бөгөн барыбыҙҙы ла күптән борсоған тел мәсьәләһе буйынса әңгәмәләшәсәкбеҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла туған тел өсөн янған кешеләр тип беләбеҙ һәм шуға ла ошо осрашыуға саҡырҙыҡ. Бик тә ҡатмарлы, сетерекле тема был, әлбиттә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бындай һөйләшеү кәрәктер, тип уйлайбыҙ. Артабан нимә эшләргә, нисек йәшәргә беҙгә?
Әлфиә Шәмиғолова: Эйе, туған тел темаһы буйынса миңә даими рәүештә шылтыратып торалар. Бына ике аҙна инде, нәҡ ҡаланың 1-се гимназияһынан ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа телде бөтөрәләр, тип шылтырата. Уларҙың барыһына ла аноним булһа ла хәлде аңлатып яҙып бирегеҙ, мин ул саҡта ҡала хакимиәте башлығына еткерәсәкмен, тип әйтәм. Әле яңы ғына ҡаланың мәғариф идаралығы директоры Н.С. Черепанов менән дә һөйләштем был гимназиялағы хәл тураһында. Ул был хәлде белә. Һайлауҙар үткәс тә, ошо һорау менән шөғөлләнә башларбыҙ, тине. Шулай ҙа мин һаман да ныҡлап был мәсьәләнең айышына төшөнөп етә алмайым. Гүзәл Ғариф ҡыҙы, шуны аңлатып китегеҙ әле.
Гүзәл Назарова: Бына хәҙер ата-әсәләрҙең ризалығы, һайлауы һәм ғаризаһы буйынса ғына башҡорт телен дә, туған телде лә уҡытыуҙы рөхсәт иттеләр бит инде. Хәҙер тел өйрәнеү мәсьәләһе ата-әсәләрҙең аңында булырға тейеш, сөнки ниндәй телде өйрәнеүҙе улар һайларға бурыслы. Бер яҡтан ҡараһаң, гимназия директоры Ольга Юрьевна Музюкина дөрөҫ тә эшләгән һымаҡ, сөнки хәҙер вариатив тигән нәмә барлыҡҡа килде. Ата-әсәләргә һайлау өсөн бер нисә вариант тәҡдим ителә. Шулай булғас, күп нәмә хәҙер ата-әсәләрҙән тора. Күбеһенсә ата-әсәләрҙең аңһыҙлығы арҡаһында башҡорт теле, туған телдәр уҡытылмай ҡала, сөнки уларҙың күбеһе һайламай. Бына әлеге көндә мин бер үҙем генә 2-11 кластарҙа башҡорт теле уҡытам. Балалар телде ҙур теләк менән өйрәнә, уларға оҡшай. Әлбиттә, уҡытыуҙың проблемалары бар, кластар икегә бүленмәй, миңә 30 баланы бергә уҡытырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан уҡыусыларҙа телгә ҡарата мөхәббәт уятырға, башҡорт телен генә түгел, мәҙәниәтен дә өйрәтергә тырышабыҙ. Балалар ҡыҙыҡһына, яратып уҡый. Күберәк балаларҙың ата-әсәләре ризаһыҙлыҡ белдерә. Әлеге лә баяғы Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханы (ТДИ) тиҙәр. Бала үҙенең туған телен өйрәнергә китә икән, шул уҡ ваҡытта, рус телен туған тел булараҡ өйрәнгән балаларҙы дәрестә БДИ һәм ТДИ-ға әҙерләтәләр.
Гүзәл Мөхәмәтова: Эйе, уларҙың туған рус теленең программаһы икенсе булырға тейеш, әммә беҙҙә уҡытыусылар был ваҡытта рус теле дәресен дауам итәләр. Шуға ла ата-әсәләр башҡа туған телде уҡытҡылары килмәй. Балам имтихандарға әҙерлекһеҙ ҡала, тип ҡурҡалар.
Әлфиә Шәмиғолова: Эйе, мин был турала беләм. Ошо ваҡытта тап бына ата-әсәләр комитеты ҡыҫылырға, ризаһыҙлыҡ белдерергә тейеш тә һуң. Уларҙың ҡыҫылырға хоҡуҡтары бар бит. Ҡайҙа ҡарай һуң һеҙҙең ата-әсәләр комитеты?
Гүзәл Мөхәмәтова: Мәктәп етәкселеге бына ошо ата-әсәләр комитетына һәр ваҡыт үҙҙәренең кешеләрен ҡуялар. Шуныһы бар.
Әлфиә Шәмиғолова: Нисек ҡуялар? Уларҙы бит ата-әсәләр үҙҙәре һайлай.
Гүзәл Мөхәмәтова: Сөнки улар алдан кемдәрҙең ярҙам итергә ҡулынан килә, шуларҙың исемлеген әҙерләп ҡуя. Бына мине ни өсөн һайлағандар? Сөнки минең әҙерәк булһа ла ярҙам итергә ҡулымдан килә. Шуның өсөн дә мин ата-әсәләр комитетындамын. Тәүҙә һәр кластағы ата-әсәләрҙең ҡайҙа, кем булып эшләгәндәрен белешеп, кластың ата-әсәләр комитетына һайлайҙар. Ә аҙаҡ дөйөм мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе итеп мотлаҡ етәкселәрҙең үҙҙәренә кәрәкле, уларҙың ғына йырын йырлаясаҡ кешене һайлайҙар. Мин үҙем шул тирәлә уралғас, быны бик яҡшы беләм.
Гүзәл Назарова: Эйе, был бөтә мәкәтәптә лә шулай.
Гүзәл Мөхәмәтова: Бөтә мәктәптә лә шулай шул.
Малик Ильясов: Ярай, быныһы аңлашылды. Ә нишләп әле нәҡ 1-се гимназияла тауыш ҡупты һуң?
Әлфиә Шәмиғолова: 1-се гимназия ғына киләһе йылға уҡыу планын төҙөүҙе алдан башланы. Ҡалған мәктәптәр ҡала башлығы Борис Беляевтың ҡарарын көтә. Яңы уҡыу йылы башланғансы Борис Владимирович ҡыҫыла һәм үҙенең ҡарарын сығара ала.
Гүзәл Назарова: Ҡала методик бүлеге етәксеһе булараҡ уҡытыусылар менән аралашып торам, шуға беләм. Мәктәп директорҙарына әйтеп ҡуйылған. Һайлауҙар бөткәс тә, 1 апрелдән ата-әсәләр киләһе йылда ниндәй фәндәр өйрәнеләсәге тураһында һайлау эшләргә тейеш. Закон буйынса был эш әле үк эшләнергә тейешле. Ата-әсәләргә предметтар исемлеге яҙылған өлгө бирәләр ҙә, улар шуның буйынса һайлау яһай. Иң аҫта ниндәй туған телде һайлаясаҡтары тураһында ла мәғлүмәт күрһәтелергә тейеш.
Әлфиә Шәмиғолова: Ата-әсәләр бындай һайлауҙы йыл һайын эшләргә тейеш булып сығамы?
Гүзәл Назарова: Эйе, былтырҙан башлап яҙалар. 4-се кластан һуң һәм 9-сы кластан һуң яҙырға тейештәр.
Әлфиә Шәмиғолова: Законға ярашлы ата-әсә бер тапҡыр ғына яҙырға һәм уның балаһы 11 йыл шул фәндәрҙе уҡырға тейеш.
Гүзәл Мөхәмәтова: Былтыр беҙгә 25 августа уҡытыусы башҡа ата-әсәләргә шылтыратып әйтергә ҡушты. Унда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе мотлаҡ һайларға ҡушылғайны. Бер ата-әсә лә бер нәмә лә әйтмәне, килделәр ҙә яҙҙылар ҙа ҡалдырҙылар.
Әлфиә Шәмиғолова: Нишләп башҡорттар рус телен туған тел булараҡ һайлайҙар һуң? Шул БДИ һәм ТДИ өсөн генәме?
Гүзәл Мөхәмәтова: Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ошоға тиклем класта бөтә уҡыусылар ҙа өйрәнһә, киләһе йылдан ул теләк буйынса ғына өйрәнеләсәк, тип аңлаттылар беҙгә. Ата-әсәләргә бер яҡтан һайлау мөмкинлеге бирҙеләр биреүен, ә шул уҡ ваҡытта гимназия директоры башҡорт телен дәүләт теле булараҡ бөтөнләй уҡытмаҫҡа уйлай. Ул ата-әсәләрҙе лә шул яҡҡа ауҙарырға тырыша. Декабрҙә үк гимназия директоры, башҡорт теле һайлау буйынса ғына уҡытыласаҡ, тип хәбәр һөйләне. Бөтә ата-әсәләр ҡул саптылар уның ошо һүҙенә. Мин шунда уҡ уның башҡорт телен бөтөнләй бөтөрөргә уйлағанын һиҙеп, Гүзәл Ғариф ҡыҙына ла шылтыраттым. Әле яңыраҡ үҙебеҙҙең класс етәксеһенә беҙ дәүләт башҡорт телен һайлайбыҙ, тиһәм, һеҙҙә башҡорт теле булмай, ти. Нисек булмай, тип аптырауыма ул, һеҙҙең башҡорт теле уҡытыусыһы булмаясаҡ, ти. Икенсе уҡытыусыны табырһығыҙ һуң, тигәс, уҡытыусы минең менән һөйләшеп тә торманы, боролоп кереп китте. Бына шунан башланды ла инде. Директор уҡытыусыларға нисек булһа ла башҡорт телен һайлатмаҫҡа, тип әйтеп ҡуйған.
Әлфиә Шәмиғолова: Бына мин ошо хәлде белмәйем бит. Миңә шуны яҡшылап аңлатҡан кеше юҡ.
Гүзәл Мөхәмәтова: Йыйылышҡа иптәшемде лә алып барҙым, сөнки минең унда яҡлаусым юҡ, бер үҙемдең генә ҡулдан килмәйәсәк. Класта башҡорттарҙан да бер беҙ генә тиерлек. Йыйылыш башланыу менән бер әсәй кеше тороп, 7 фәндән француз телен, башҡорт телен һайламайбыҙ, тип ҡысҡыра һалды. Күренеп тора, уны алдан уҡ өйрәтеп ҡуйғандар. Минең иптәшем тороп, нисек башҡорт телен һайламайбыҙ инде, тип аңлатып һөйләне. Шунан һуң дәүләт башҡорт телен 5-6 кеше һайланы. Улар араһында рустар ҙа бар.
Гүзәл Назарова: Мин кластар буйлап йөрөп сыҡтым. Ҡайһы берәүҙәр кластары менән башҡорт телен өйрәнергә теләй. Ҡайһыларында 5-6 кеше генә һайлаған. Башҡорт телен туған тел булараҡ һайлағандар ҙа бар. Бында ата-әсәләрҙең ғәйебе бик ҙур. Хәҙер мәктәп етәкселеге шул ғаризаларға таянып эш итәсәк. Улар, бына ата-әсәләр үҙҙәре һайламаны бит, тип әйтәсәктәр. Уларҙың ҡулында быны иҫбатлаған ҡағыҙ бар хәҙер.
Малик Ильясов: 1-се гимназияның хәле аңлашылды. Был проблема башҡа мәктәптәрҙә лә барҙыр. Юлай Юнысович, ә районда шундай проблема күҙәтеләме?
Юлай Ишмөхәмәтов: Районда ундай проблемалар әлегә һиҙелмәй. Башҡорт теле нисек уҡытылған, шулай уҡ уҡытылып килә мәктәптәрҙә. Беҙҙә тик Аҡһары балалар баҡсаһында ғына телгә бәйле проблема килеп тыуҙы. Унда Юшатыр ауылынан ике рус телле бала килгәс, башҡорт телен бөтөнләй онотоп, бөтә балалар менән дә рус телендә генә аралаша башлағандар.
Малик Ильясов: Кемдең ғәйебе инде был? Үҙебеҙҙекелер?
Юлай Ишмөхәмәтов: Үҙебеҙ ғәйепле инде. Башҡорт ауылы, башҡорт балалар баҡсаһы булғас, башҡортса һөйләшеү мотлаҡ булырға тейеш. Теге балалар ҙа яйлап ҡына башҡортса өйрәнеп китер ине. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Ғөмүмән, башҡорт теленә ҡағылышлы проблема электән үк килә, тиһәң дә була. Күп кенә ата-әсәләр араһында, балам русса белмәһә, юғары уҡыу йортона уҡырға керә алмай, кеше була алмай, тигән нәмә күптән йәшәп килә.
Гүзәл Мөхәмәтова: Нәҡ шулай тип ҡотҡо тараталар, шулайтып ҡурҡыталар шул. Уҡыйым, кеше булам тигән кеше ниндәй телдә уҡыһа ла үҙ маҡсатына ирешә ул.
Малик Ильясов: Һеҙҙе тыңлап ултырғас, үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа. Тел тураһында закон сыҡҡанға күпме ваҡыт үтте һуң? 16 йыл буйына һорау тыуманы ла, ә хәҙер ҡапыл килеп, башҡорт теленә ҡағылышлы проблема килеп сыҡты? 16 йыл буйына беҙ дөрөҫ йәшәмәгәнбеҙ килеп сығамы?
Әлфиә Шәмиғолова: Былтыр, прокуратура килеп ҡыҫылғас, ошо проблема килеп сыҡты бит. Һәр бер ата-әсәнең һайлау хоҡуғы бар һәм уларҙың һәр береһенең был турала ғаризаһы булырға тейеш тигәндән килеп сыҡты барыһы ла. Юғарынан, хөкүмәттән килә бар нәмә.
Юлай Ишмөхәмәтов: Татарҙар латин алфавитына күсергә уйлай, ә ҡаҙаҡтар латин алфавитенә күсергә ҡарар итеп тә ҡуйҙы. Советтар Союзының тарҡалыуы ла шул тел проблемаһына, йолаларға ҡағылышлы булды, тип уйлайым.
Гүзәл Назарова: 2012 йылдың 29 декабрендәге 273-сө һанлы Федераль законға ярашлы ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙыра башланылар. Унда ата-әсәләр йә бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәре белем биреү формаһын һайлай ала тип әйтелгән. Бына шуның өсөн былтыр ығы-зығы ҡубып китте лә инде. Прокуратура ошо законға таянып, тикшерә башланы.
Гүзәл Мөхәмәтова: Закон буйынса эшләнгәне лә, һайларға тейеш булыуыбыҙ ҙа аңлашыла, әлбиттә. Әммә мәктәп етәкселеге ата-әсәләрҙе башҡорт телен һайлатмаҫ өсөн сәйәсәт алып барыуы борсоуға һала беҙҙе. Кешеләр ысын үҙ теләген белдерһә, демократик яҡтан дөрөҫ эш алып барылһа, мин ҡаршы түгелмен.
Әлфиә Шәмиғолова: Башҡорт теленә бәйле проблема 1-се гимназиянан тыш тағы ла ҡаланың 6-сы мәктәбендә лә бар. 6-сы мәктәптән дә күп кенә шылтыратыусылар, ялыуҙар бар.
Малик Ильясов: Кем ғәйепле һуң? Директорҙар үҙ белдектәре менән генә эш итмәйҙер бит?
Әлфиә Шәмиғолова: Ҡала хакимиәте башлығына еткерер кәрәк был хәл тураһында. Уның һүҙен ишетке килә. Тормошта нимәнелер үҙгәртергә теләһәң, үҙеңдән башла, тип әйтәләр. Беҙгә лә бер-беребеҙҙән ғәйеп эҙләмәй: «Туған телемде һаҡлар өсөн мин нимә эшләй алам?» тигән һорауға яуап эҙләргә, бергәләп аныҡ эштәр башҡарырға ҡала. Туған телебеҙҙе һаҡлай алһаҡ, ул да беҙҙе яҡлар ҙа, һаҡлар ҙа. Ә беҙ туған телде өйрәнеү хоҡуғын биргән ҡанундарҙы беләбеҙме? Ғәмәлдә бер закон да туған телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡамасауламай. РФ Конституцияһы (68-се статья), «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закон нигеҙендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ өйрәнелә ала.
Гүзәл Мөхәмәтова: Уҡытыусылар ошоно һайлағыҙ, тип күрһәтеп торалар бит. Балаларыбыҙ башҡорт телен, туған телен өйрәнгәндән генә наҙан булып ҡалмай бит. Шул уҡ БДИ-ны ла яҡшы итеп тапшыра аласаҡтар улар.
Малик Ильясов: Ҡыҙыҡ ҡына хәл килеп сыға. Үҙебеҙ ғәйепле тигәнгә мин ҡушҡуллап риза. Үҙ һүҙен һүҙ итә торған, көслө генә 5-6 кеше йыйылып проблеманы хәл итһә, күпкә еңелерәк булыр ине. Үҙебеҙҙҙең ҡалала билдәле булған башҡорттар туған тел тип рус телен һайлап торғас, нимә әйтәһең инде тағы?
Гүзәл Назарова: Эйе, һис шикһеҙ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Бигерәк тә абруй ҡаҙанған ата-әсәләрҙән күп нәмә тора. Шундай ғаиләләр ҙә башҡортто күтәрмәгәс ни!? Ярай әле бына Мөхәмәтовтар беҙгә һәр ваҡыт төрлө яҡлап ярҙам итеп тора.
Әлфиә Шәмиғолова: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күп өлөшө үҙ хоҡуҡтарынан файҙаланырға ашыҡмай. Ата-әсәләрҙе күберәк рус телендә белем алыу, рус телен тәрәнерәк үҙләштереү ҡыҙыҡһындыра. Тәү ҡарашҡа бында аптырарлыҡ бер ни ҙә юҡ, сөнки БДИ-ның тик рус телендә бирелеүе, юғары уҡыу йорттарында уҡытыуҙың ошо телдә генә ойошторолоуы ата-әсәләр араһында «бала рус телен белмәһә, ҙур уңышҡа өлгәшә алмай, ул БДИ биргәндә лә, вузда уҡығанда ла ҡыйынлыҡтар кисерәсәк» тигән фекер бар. Балалары өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер торған өлкәндәр баланың киләсәге БДИ һәм вуз менән генә бөтмәгәне, уның шәхес булараҡ формалашыуында туған телдең баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында ишетергә лә теләмәй. Туған телде һайлау буйынса ғаризалар йыйыла башлағас, байтаҡ башҡорт ғаиләһе башҡорт теле урынына русты һайланы. Улар бигерәк тә ҡалалаларҙа күп булып сыҡты. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм шулай уҡ башҡа туған телдәрҙе уҡытыуға бүленгән аҙналыҡ сәғәттәр кәмене. Был — туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһендә иң ҙур юғалтыуҙарҙың береһе.
Малик Ильясов: Шуға күрә ата-әсәләр генә түгел, ә башҡорт теле уҡытыусылары ла ныҡ ҡына көрәшергә тейеш. Рух тип кенә түгел, шулай уҡ үҙҙәренең эш урындары өсөн, матди хәле өсөн дә тырышырға бурыслылар улар.
Әлфиә Шәмиғолова: Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаһына ни бары бер сәғәт бүленә: 0,5 сәғәт – башҡорт теленә, 0,5 сәғәт – башҡорт әҙәбиәтенә. Сағыштырыу өсөн: рус теле һәм әҙәбиәтенә аҙнаһына 7 сәғәттән 9 сәғәткә тиклем ваҡыт ҡаралған. Уҡытыусылар элек-электән халыҡ араһында һәр ваҡыт аңлатыу-ағартыу эше алып барған, улар әүҙем йәмәғәтселәр ҙә. Милли республикаларҙың дәүләт телдәре уҡыу пландарының вариатив өлөшөндә өйрәнеләсәк. Вариатив өлөшкә ниндәй предметтарҙы индереүҙе мәктәп үҙе хәл итә. Әлбиттә, ата-әсәләр комитеты менән берлектә. Был башҡорт дәүләт телен уҡыу өсөн һәр ата-әсәнән ғариза йыйып ултырыуҙың кәрәге булмаясаҡ тигәнде аңлата. Башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн дә йыл һайын ғаризалар йыйылырға тейеш түгел.
Гүзәл Мөхәмәтова: Ата-әсәләр ҙә балалары өсөн ҡурҡалар бер яҡтан, сөнки балаларға ҡарата баҫым яһай башлауҙары бар. Бына минең балама йыйылыштың иртәгәһенә үк бер уҡыусы килеп: «Һинең ата-әсәйең кисә башҡорт теле өсөн талашҡан. Һин башҡа был мәктәптә уҡымаясаҡһың», - тип әйткән. Был хәлде уҡытыусыға әйткәс кенә, теге бала ғәфү үтенгән.
Әлфиә Шәмиғолова: Ата-әсәләр араһында балаһының ыңғайына йөрөгән, уның теләктәрен үтәргә әҙер торғандар күп. Бала бер йыл туған теле итеп — башҡорт, икенсе йыл, ҡыҙыҡ күреп — рус, өсөнсө йыл татар телен һайлауы мөмкин. Туған телде былай итеп уҡыу – бушҡа ваҡыт үткәреү. Туған телдәрҙе уҡытыуҙа система булһын өсөн, уны һайлау буйынса ғариза бер тапҡыр, бала I класҡа уҡырға килгәндә, яҙылырға тейеш. Беҙгә закондарҙы белергә кәрәк. Башҡорт мәктәптәрендә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ни бары ике сәғәт бүленә. Күп урында туған тел Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы I кластан түгел, II кластан ғына уҡытыла башлай. Мәктәп етәкселегенең үҙ предметына зыян килтергән күрһәтмәләрен дә бер һүҙ әйтмәй үтәп йөрөгәндәр байтаҡ булып сыҡты. Бер яҡтан, уларҙы аңларға ла була, бөгөн эшһеҙ ҡалыу – ҙур бәлә. Икенсе яҡтан, былай барһа, иртәме-һуңмы, туған тел уҡытыусыларының бөтөнләй кәрәге булмауы мөмкин. Беҙгә ҡалһа, ысын уҡытыусы һәр ваҡыт үҙенең предметынан да мөһимерәк фән юҡ тип иҫәпләргә һәм шуны уҡыусылары аңына ла һеңдерергә тейеш.
Малик Ильясов: Башҡорт теле, туған телдәр уҡытыу проблемаһы былтырғы уҡыу йылы башынан башланды. Һеҙ әйткән ҡарар сыҡҡанға ла байтаҡ йылдар үтеп киткән. Ошоға тиклем барыһы ла тыныс булды. Милләткә бәйле проблема ла электән килә бит. Үҙемдең эш буйынса ғына ла быны әйтә алам. Рус гәзиттәренә өҫтән төшкән күрһәтмә буйынса йыл һайын барыһын да көсләп яҙҙырталар. Шулай итеп башҡорттар ҙа, эш урындарынан ҡушҡас, рус гәзитенә яҙылырға мәжбүр була. Хатта, тик башҡорттар эшләгән учреждениеларға ла рус гәзите алдырырға ҡушыла. Беҙ был турала гел әйтәбеҙ, Ҡоролтайға ла яҙҙыҡ, әммә файҙа юҡ. Тик ҡайһы бер аңлы етәкселәр генә шул ҡушыуҙарға ла ҡарамай, беҙҙең гәзитте яҙҙырыуға ҙур өлөш индерә.
Гүзәл Мөхәмәтова: Мин һеҙҙең менән риза. Ысынлап та, юғарыла ултырған кешеләрҙең көсө бар. Теләктәре булһа, улар нимәлер эшләй ала, әлбиттә. Мин тағы ла үҙебеҙҙең 1-се гимназияға әйләнеп ҡайтам. Беҙ ҙә шундай юғары вазифа биләгән, башҡорт кешеһе, ата-әсәләр комитеты рәйесе булған кешеләргә лә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Тик улар үҙ һүҙен әйтмәнеләр, ярҙам итмәнеләр, яҡламанылар. Был эш уларҙың ҡулынан килә бит.
Әлфиә Шәмиғолова: Нишләп беҙгә әйтмәнегеҙ? Беҙ үҙебеҙ һөйләшер инек ул кешеләр менән.
Малик Ильясов: Шулай уҡ мәғарифты финанслау менән дә проблема килеп тыуа. Төрлө тикшереүселәре килеп, ул ерендә дөрөҫ эшләнмәгән, был ере тегеләй түгел тип, штрафын да һалып китә. Шул уҡ ваҡытта был эштәрҙе башҡарыр өсөн аҡса бүленмәй. Нисек булдыраһың, шулай юлын табып эшләргә тура килә етәкселәргә. Район ауылдарында ла шул уҡ хәл. Ата-әсәләр комитетына социаль хәлгә ҡарап һайлағастар, унда беҙҙең халыҡ эләкмәйҙер инде. Беҙҙең байҙар юҡ бит.
Гүзәл Мөхәмәтова: Бөтә нәмәгә лә аҡсаны шул ата-әсәләрҙән йыялар инде. Башҡа мәктәптәр тураһында әйтә алмайым, беҙҙең гимназияла башҡорттарҙан ата-әсәләр комитетында мин дә, Зиннур Исхаҡовтың ҡатыны.
Малик Ильясов: Әлфиә Фәйзрахмановна, һеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ был хәлде. Берәй нәмә эшләр өсөн аҡса кәрәһә, ҡайҙа йүгерәһегеҙ?
Әлфиә Шәмиғолова: Шул Зиннур Исхаҡовҡа һәм Хәйҙәр Ғайсинға.
Гүзәл Мөхәмәтова: Бына тап ошо кешеләр башҡорт телен яҡлап сығырға тейештәр ҙә бит. Йөрөмәйҙәр.
Юлай Ишмөхәмәтов: Ә районда бөтөнләй ундай аҡса бирерлек башҡорттарыбыҙ юҡ әле. Беҙ бүтән милләт байҙарынан һорарға мәжбүрбеҙ.
Әлфиә Шәмиғолова: Бер генә миҫал килтерәм. 13-сө мәктәпте асҡан саҡта ла, беҙ башҡорттар, башҡорт телен уҡытабыҙ, тип ауыҙ тултырып хәбәр һөйләп йөрөүселәр күп булды. 1 сентябргә 13-сө мәктәпкә уҡырға килгәйнек, шул кешеләрҙең күптәре балаларын 1-се гимназияға алып барған. Ҡурҡҡандар.
Малик Ильясов: Мин гәзит темаһын да ерле-юҡтан күтәрмәнем. Беҙҙең тел мәсьәләһендә лә, мәҙәниәт өлкәһендә лә дөйөм проблемалар килеп тыуа. Беҙ берҙәм генә бер-беребеҙҙе яҡлай белмәйбеҙ ҙә инде. Күршеңде ҡыйырһытһалар ҙа, миңә теймәһәләр булды, тип тик ултырабыҙ.
Гүзәл Назарова: Эйе, эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Бик һирәк осраҡта ғына яҡларға тырышып ҡараған булабыҙ.
Гүзәл Мөхәмәтова: Шуға әйтәм бит, минең иптәшем менән бергә тағы бер кеше барһа һөйләшергә, яҡшы булыр ине. Юҡ бит ундай кеше.
Әлфиә Шәмиғолова: Миңә килеүсе лә юҡ. Ҡурҡып, анонимно ғына шылтыраталар, әммә миңә берәү ҙә ҡағыҙ тотоп килмәй. Беҙгә хәҙер конкрет 1-се гимназияның проблемаһын хәл итергә кәрәк. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев менән дә осрашып һөйләшергә кәрәк буласаҡ.
Гүзәл Мөхәмәтова: Әйттем бит ата-әсәйҙәр балалары өсөн дә ҡурҡалар. Шуға күрә ҡоролтай эшен икенсе йүнәлештә алып барырға кәрәк. Беҙгә ата-әсәләрҙең исемлеген алып, ошо ҡоролтайға саҡырырға һәм һөйләшергә кәрәк.
Әлфиә Шәмиғолова: Бәлки, беҙгә ҡоролтай ағзаларынан, ата-әсәләрҙән һәм бер нисә уҡытыусынан торған комиссия төҙөп, Б.В.Беляевтың, Н.С. Черепановтың ризалығын алып, мәктәптәр буйлап йөрөп сығырға кәрәк булыр.
Гүзәл Мөхәмәтова: Ундай комиссия булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Гүзәл Назарова: Эйе, шулай итеп башҡорт ата-әсәләре менән һөйләшеп, уларға аңлатһаҡ, бик тә һәйбәт булыр, тип уйлайым.
Малик Ильясов: Әлфиә Фәйзрахмановна, һеҙ ҡоролтай рәйесе булараҡ ҡалалағы хәлдәрҙе иң яҡшы белгән кеше. Ҡоролтай ағзалары итеп мәктәп уҡытыусылары, директорҙарҙан тыш, башҡа, бер кемгә лә буйһонмаған кешеләрҙе лә һайларға кәрәктер.
Әлфиә Шәмиғолова: Теләге булған һәр кешене беҙ үҙебеҙҙең ағза итеп алырға ризабыҙ. Теләүселәр юҡ шул. Ҡоролтайҙың күҙгә күренмәгән эштәре бик күп, эшләргә теләүсеһе генә юҡ. Әлеге лә баяғы аҡса бүлеүсебеҙ ҙә, машинабыҙ ҙа юҡ. Әммә беҙ барыбер нимәлер эшләргә тырышабыҙ, эшләйбеҙ.
Юлай Ишмөхәмәтов: Ҡоролтай ағзаһы булырға теләүселәр юҡ шул. Барыһы ла миңә генә теймәһәләр ярар ине, тип уйлап, кемде тәҡдим итәләр, шуның өсөн тиҙ генә ҡулын күтәрә һала. Ҡоролтайҙа бит эшләргә, йөрөргә кәрәк. Башҡа йәмәғәт ойошмаларына аҡса бүленә, ә беҙгә бер ниндәй ҙә аҡса килмәй. Бер ҡағыҙ яҙыр өсөн дә һоранып йөрөргә тура килә.
Әлфиә Шәмиғолова: Бер нәмә лә юҡ. Хатта кабинет юҡ. Мин үҙем кабинет юллап алдым. Зиннур Исхаҡовҡа рәхмәт, кабинетҡа кәрәк нәмәләрҙе ул алып бирҙе. Башҡа ҡалаларҙа ул кабинеты ла юҡ. Машина кәрәк булһа, үҙебеҙ такси яллап Өфөгә йөрөйбөҙ.
Юлай Ишмөхәмәтов: Беҙҙә шул ҡурҡыу тигән нәмә йәшәп килә бит һаман да. Саҡ ҡына берәү нығыраҡ нимәлер әйтһә, ул кеше бер көн килеп бизнесын да, бар нәмәһен дә юғалтыуы бар.
Гүзәл Назарова: Бар халыҡ та илдә дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Шул татыулыҡты һаҡлар өсөн ҡала, мәктәп етәкселеге аңлы рәүештә ҙур эш алып барырға тейештер. Шулай түгелме ни?
Әлфиә Шәмиғолова: Шулай, әлбиттә. Иң тәүҙә уҡытыусыларҙан килергә тейеш ул эш. Ә бөгөн туған тел уҡытыусылары туған телде өйрәнеүҙең мөһимлегенә үҙҙәре лә ышанмай. Үҙең ышанмаған хәлдә башҡаларҙы инандырыу мөмкинме икән?! Аңлы ата-әсәләребеҙ балаһын бишектән үк милли мөхиттә тәрбиәләргә ынтыла. Бына ҡаланың 5-се мәктәбен алайыҡ. Унда башҡорт кадет класы эшләп килә. О.А. Оспищеваға афарин тип әйтергә кәрәк. 15 бала уҡыһа ла, ул йыл һайын йыя ошо класты һәм тотоп килә. Беҙ балалар баҡсаларында ла башҡорт төркөмдәре асырға тырышабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһында бер төркөм асылды.
Гүзәл Назарова: Ата-әсәләр нишләп үҙ телен уҡытырға ҡурҡалар икән һуң? Беҙ үҙебеҙ ауылда бөтә фәндәрҙе лә башҡорт телендә уҡыныҡ. Бер ҙә генә кәм-хур түгелбеҙ, русса ла яҡшы беләбеҙ.
Әлфиә Шәмиғолова: Ата-әсәләргә милләттең нәҡ телдән башланыуы тураһында аңлатырға кәрәк. Тел бөтһә, милләт тә бөтә. Беҙ был эштә татар-башҡорт бергә эшләргә тейешбеҙ. Мин был турала Әнүәр Ибраһим улы Дауытов менән дә һөйләшкәнем бар. Ул да шул уҡ фекерҙә.
Гүзәл Назарова: Шуны ла әйтеп китке килә. Хәҙер бар ерҙә лә электрон журнал. Шуға күрә ата-әсәләр менән һөйләшер өсөн беҙ уҡыусыларҙың адрестарын да, телефон һандарын да белмәйбеҙ. Элек ҡағыҙ журналда бөтә мәғлүмәт яҙыла торғайны.
Малик Ильясов: Күмертауҙа башҡорттар 18% тәшкил итә рәсми мәғлүмәт буйынса. Әммә ауылдан килеп, ҡалала теркәлмәгән башҡорттар бик күп бит беҙҙә. Шулай булғас, эшләрлек кешеләребеҙ күп беҙҙең. Тағы нимә әйткем килә. Башҡорт теле уҡытыусыһының үҙенең балаһы башҡорт телен өйрәнмәй икән, ундай уҡытыусының уҡытырға рухи хоҡуғы юҡ түгелме ни? Беҙҙә шундайҙар күпме?
Әлфиә Шәмиғолова: Күп. Ундайҙарҙы мин беләм.
Малик Ильясов: Ҡасан бөтә инде башҡорт теле, тип йөрөгән уҡытыусылар бар шул, ҡыҙғанысҡа. Шундайҙар, хатта төрлө грамоталар ала. Шул грамота йә награда алған ваҡытта, ҡоролтайҙың да һүҙе кәрәктер, бәлки?
Гүзәл Мөхәмәтова: Шулай инде. Үҙенең балаһы башҡортса уҡымаған уҡытыусы нисек итеп ата-әсәгә, башҡорт телен өйрән, тип әйтә алһын. Шулай уҡ ҡоролтайҙа ла балаһы башҡортса өйрәнмәгән кеше ултырырға тейеш түгел.
Малик Ильясов: Башҡорт телен өйрәнеү методикаһын да үҙгәртеү кәрәктер?
Гүзәл Назарова: Заман үҙгәрә, шуға күрә методика ла үҙгәрергә тейеш. Рус уҡыусыларына бөтөнләй икенсе уҡытыу методикаһы талап ителә.
Әлфиә Шәмиғолова: Методика хаҡында беҙ ҙә төрлө ергә яҙҙыҡ. Бер нисә йыл элек ололар өсөн башҡорт теле өйрәнеү түңәрәге алып барғайныҡ китапханала. Быйыл шул түңәрәкте кире тергеҙергә иттек, әммә килергә теләүсе генә булманы.
Малик Ильясов: Бына ошо бөтә һөйләшкәндән һуң, йомғаҡлап нимә әйтерһегеҙ? Артабан нишләргә беҙгә?
Әлфиә Шәмиғолова: Һөйләшергә, аңлатырға, ата-әсәләр менән эш алып барырға. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыларын йыйып, улар менән айырым әңгәмәләшергә тура киләсәк.
Гүзәл Назарова: Элек шулай даими рәүештә уҡытыусылар менән йыйылышып һөйләшеп ала торғайныҡ. Әйҙәгеҙ, йыйылайыҡ, һөйләшәйек.
Гүзәл Мөхәмәтова: Элек тағы ла ашханала башҡорттар йыйылып, һөйләшә торғайны. Ниндәйҙер бер кисә һымаҡ сара үткәрелә ине. Хәҙер шул нәмә лә бөттө. Ғаиләләр, балалар менән килһендәр, шундай бер нәмә ойоштороп ебәрергә ине.
Гүзәл Назарова: Яҡшы идея.
Әлфиә Шәмиғолова: Эйе беҙ ҙә был турала уйланыҡ. «Башҡорт ғаиләһе клубы» ойоштороу планға индерелде, һәм был клуб тиҙҙән эшен башлап ебәрәсәк.
Малик Ильясов: Һөйләшеүгә килгәнегеҙ өсөн, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!