Все новости
Йәмғиәт
27 Марта 2018, 18:42

ИЗГЕ МАҠСАТТА

Дүшәмбе көндө районыбыҙ ағинәйҙәре лә йыйылышты.

Дүшәмбе көндө районыбыҙ ағинәйҙәре лә йыйылышты. Улар 13 апрелдә “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда үтәсәк “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тип исемләнгән сараға әҙерлек тураһында һөйләштеләр. Бәйгелә һәр ауыл советынан саф башҡорт телендә һөйләшкән берәр ғаилә ҡатнашасаҡ. Конкурсанттар үҙҙәрен төрлө яҡлап асырға бурыслы: таныштырыу, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтеү, “Бишек” йырын да йырлау. Районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаларының төп ағинәйе Тамара Малбаева әйтеүенсә, был сара ғаилә абруйын күтәреү, йолаларҙы киләсәк быуынға еткереү, йәштәрҙә ғаиләгә яуаплы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәреләсәк.

Автор фотоһы

Читайте нас: