Все новости
Йәмғиәт
27 Марта 2018, 13:28

КӨЙӨРГӘҘЕЛӘРҘӘН УҢДЫМ

Һәр эшен еренә еткереп башҡарыуы, вазифаһына яуаплы ҡарауы, ихласлығы арҡаһында һәр урында ихтирам, абруй яулаған Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченко үҙенең юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы, “Юшатыр” Рәсимә Шәйсолтан ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙо.

Һәр эшен еренә еткереп башҡарыуы, вазифаһына яуаплы ҡарауы, ихласлығы арҡаһында һәр урында ихтирам, абруй яулаған Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Бабченко үҙенең юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы, “Юшатыр” Рәсимә Шәйсолтан ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙо.

- Рәсимә Шәйсолтановна, һеҙ Әлшәй районының Раевка ҡасабаһы ҡыҙы, Көйөргәҙе районында тырышып эшләп йөрөйһөгөҙ, беҙҙең яҡтарға килгәнегеҙгә үкенгән саҡтарығыҙ булманымы?

- Көйөргәҙе районын ныҡ яратам. Бында күсеп килгәс тә көйөргәҙеләр мине үҙ итте. Район етәкселәре лә һәр саҡ миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды, шуға ҡыуанам. Ғүмеремдең барлыҡ ҡыуаныслы ваҡиғалары ла ошо районда булды, тиһәм дә, хата булмаҫ.

- Һеҙ 40 йылға яҡын сауҙа өлкәһендә эшләйһегеҙ, шуның 18 йылын “Көйөргәҙе” ҡулланыусылар йәмғиәтендә ҡатмарлы һәм яуаплы булған етәксе вазифаһын башҡараһығыҙ. Яңы эш башлаған ваҡыт менән хәҙерге заманда айырма бармы?

- Хәҙер ауырыраҡ. Бар ерҙә лә төрлө сауҙа селтәрҙәре баҫып алды. Элек һәр ауылда Райпо магазиндары булһа, бөгөн шуларҙың яртыһы ҡалып, 42 ерҙә генә эшләп килә. Конкурент күп булған баҙар шарттарында туҡтауһыҙ үҫеш юлында булырға тейешбеҙ. Нисек кенә булмаһын, төрлө ярыштарҙа спонсор ярҙамы ла күрһәтергә тырышабыҙ. Бигерәк тә спорт һөйөүселәргә даими ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Балалар ысын күңелдән рәхмәт әйтһә, беҙҙең өсөн шул ҙур шатлыҡ.

- Әгәр йәшлегегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһағыҙ, яңынан ошо тормош юлығыҙҙы үтер инегеҙме?

- Эйе. Мин бала саҡта ныҡ туңдырма яраттым, үҫкәс, тарих уҡытыусыһы һәм туңдырма һатыусы булырға хыялландым. Мәктәпте бөткәс, тарих буйынса юғары уҡыу йортон тамамланым, аҙаҡ техникумға инеп һатыу серҙәренә лә өйрәндем. Күп кеше хатта минең хаҡта: “ВУЗ бөткән юғары белемле педагог техникумда уҡып йөрөй”, - тип аптырап та һөйләне. Ә мин йөрәгемә ятҡан һөнәрем буйынса китеүемә бер ҙә үкенмәйем. Ғөмүмән, буш ваҡыттарымда ныҡ китап уҡырға яратам. М. Шолоховтың, М. Булгаковтың, Л. Толстойҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым. Башҡорт, татар әҙәбиәтен дә яратам, гәзит-журналдарҙы ла баштан аҙаҡҡа тиклем ентекле уҡып сығам.

- Ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙегеҙҙе бәхетле тип иҫәпләйһегеҙме?

- Бәхетлемен. Туғандарым күп, ғаиләбеҙҙә ете бала үҫтек, барыһы ла юғары белемле.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем яҡты донъянан иртә китте. Иң ҙур бәхетем - Владик исемле улым булыуы. Форсаттан файҙаланып йәштәргә бер-нисә һүҙ әйтеп үткем килә. Тормош нисек кенә булмаһын, балалар атай тәрбиәһе алып үҫергә тейештәр. Хәҙерге ҡыҙҙар дөрөҫ уйламай, саҡ ҡына ығы-зығы булдымы, айырылам, ти башлай. Һәр ҡауышҡан ғаилә бер-береһен аңлап, балалары бәхете өсөн бергә йәшәһендәр ине.

Күңелеңә яҡын булған эшеңдә хеҙмәт итеү ҙә ҙур бәхет. Аллаға шөкөр, мин дә үҙ эшемде ныҡ яратам. Татыу, берҙәм коллективым менән бергә эшләүҙән, эшебеҙҙең ыңғай һөҙөмтәһен күреүҙән ҙур кинәнес алам.

- Рәсимә Шәйсолтановна, йылы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ ҙә һеҙҙе матур юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм улығыҙ Владик менән бәхетле булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Автор фотоһы


ҠОТЛАЙБЫҘ!

Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре Рәсимә Шәйсолтан ҡыҙы Бабченконы, күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлай.

«Тыуған көнөгөҙҙә ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы һәм емешле хеҙмәтегеҙ өсөн Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмерегеҙ буйы һайлаған һөнәрегеҙ буйынса эшегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ, интеллигентлыҡтың һәм хеҙмәт һөйөүҙең ысын өлгөһө була алыуығыҙ менән коллегаларығыҙ, тирә-яҡтағылар араһында лайыҡлы абруй яуланығыҙ.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм муниципаль райондың, республиканың социаль-иҡтисади именлеген үҫтереүгә индергән лайыҡлы өлөшөгөҙ өсөн ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, оптимизм, еңелдән булмаған һәм яуаплы артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Ихтирам менән

Л. П. БОГАТЫРЕВ,

Көйөргәҙе районы муниципаль район Советы рәйесе

Ә. Й. ҠОТЛОӘХМӘТОВ,

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: