Все новости
Йәмғиәт
27 Марта 2018, 18:27

ҮТКӘРМӘЙЕНСӘ ЯРАМАЙ

Юбилейҙарҙың шундайҙары була – уларҙы һис тә үткәрмәйенсә ярамай. РПЛИ-ла, музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиковтың алтын юбилейы айҡанлы, уның ижад кисәһе үтеүе – быға яҡшы дәлил.

Юбилейҙарҙың шундайҙары була – уларҙы һис тә үткәрмәйенсә ярамай. РПЛИ-ла, музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиковтың алтын юбилейы айҡанлы, уның ижад кисәһе үтеүе – быға яҡшы дәлил.

Был көндө йыр-моңға ғашиҡ, талантлы яҡташтарыбыҙ бер сәхнәгә йыйылды. Йәмил Заһрый улын ҡотларға иң яҡын туғандары Валерий, Наил ағайҙары, Рая, Наилә апайҙары ла йыраҡ араларҙы яҡын итеп килеп етте. Сараны бер-бер артлы йыр моңға ғашик, оҫта ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың мәҙәниәт эшсәндәре Йәүҙәт Усманов, Азамат Туйгилдиндар йәмләп ебәрҙе. Йәмил Заһрый улының ғаиләһе лә бик музыкаль. Ҡатыны Рәмзилә апай менән матур итеп йырлай, ҡыҙҙары Чулпан скрипкала уйнай, ә инде бәләкәй Илсаф саф башҡортса шиғыр һөйләй.

Ҡала күләмендә үткән барлыҡ сараларҙа ла Йәмил Заһрый улы һәм уның уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Үҙе уҡытҡан уҡыусылар күңелендә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләй алыуына шатлана ул. Белем биргән уҡыусылары Республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән конкурстарҙа беренселекте яулайҙар, баш ҡалабыҙ Өфөлә йырлап, радио һәм телевидениеларҙа, мәҙәниәт үҫтереүҙә уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Коллегаларыбыҙға бер-аҙ ваҡытҡа ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән арынып ошондай иҫтәлекле ял сәғәттәре бүләк итә алыуыбыҙға беҙ бик шатбыҙ.

Гөлфиә ҠОТЛОМБӘТОВА,

РПЛИ директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары
Читайте нас: