Все новости
Йәмғиәт
27 Марта 2018, 18:32

УЛ БАРЫБЕР ЕҢЕҮСЕ

Өфөлә «Һылыуҡай — 2018» республика конкурсы уҙҙы.

Өфөлә «Һылыуҡай — 2018» республика конкурсы уҙҙы. Гран-при һәм Лада Гранта автомобиле Әлшәй районы ҡыҙы Әлфинә Кашаповаға эләкте. Беҙҙең район һылыуы Розалина Ғисмәтуллина «Мисс Дуҫлыҡ» номинацияһында еңеүсе булды. Розалинаның йөҙәр конкурсант араһынан финалға үткәне, ошолай итеп район данын арттырғаны өсөн беҙ бик шатбыҙ. Гран-при яуламаһа ла, беҙҙең өсөн иң сибәре, аҡыллыһы, талантлыһы барыбер ҙә Розалина Ғисмәтуллина. Беҙҙең өсөн ул барыбер еңеүсе. «Юшатыр» гәзите уға уңыш, бәхеттәр теләй, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауына ышана.

Фирҙәүес ҒИСМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы:

- «Юшатыр» гәзитен бик хөрмәт итәм. Гәзиттәге һәр бер мәҡәләне яйлап, тәмләп тороп уҡып сығам. «Юшатыр»ҙы уҡыуы үҙе бер кинәнес. Гәзит хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡтағы проблемаларҙы ла күрә белә, шул уҡ ваҡытта район-ҡалала булған бөтә булған яҡшы яҡтарҙы ла иң тәүгеләрҙән булып яҡтыртып барыусылар ҙа. Мин уларҙы халҡыбыҙҙың ярҙамсылары, тип әйтер инем, хатта. Минең ейәнсәрем Розалина Ғисмәтуллинаның да бар уңыштарын иң беренселәрҙән булып белеүсе, ҡыуаныс-һөйөнөстәрен дә һәр саҡ бүлешеүсе, төрлө яңы үрҙәргә дәртләндереп тороусы ла «Юшатыр»ҙар. Рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас: