Все новости
Йәмғиәт
27 Марта 2018, 13:10

УН ПАР ТӘБРИКЛӘНДЕ

Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараға кеше ҡыуанышып килде. Шулай булмай, улар, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, 50-60 йыл йәшәгән 10 ғаилә парын тәбрикләргә йыйылды бит.

Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараға кеше ҡыуанышып килде. Шулай булмай, улар, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, 50-60 йыл йәшәгән 10 ғаилә парын тәбрикләргә йыйылды бит.

Фойела бәхетле юбилярҙар сәк-сәк һәм икмәктән ауыҙ иткәс, Мендельсон вальсы көйөнә «Алтын йәштәр» тип яҙылған матур итеп биҙәлгән залға үтте. Ғаилә парҙарының нисек танышыуҙары, нисек бер-береһенә мөхәббәттәрен белдереүҙәре тураһында тыңлау күңелдәрҙә әйтеп бөтмәҫлек хистәр уятты. Ә уларҙың күҙҙәрендә сағылған бер-береһенә ҡарата булған һөйөүен, хөрмәт һәм хәстәрен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Үҙебеҙҙең арала шундай матур парҙар йәшәүе менән беҙ ғорурланабыҙ һәм уларҙың йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк булып тороуына ышанабыҙ.

60 һәм унан да артығыраҡ бергә ғүмер кисергән Марс һәм Флүрә Рәхмәтуллиндарға, Василий һәм Антонина Яковлевтарға, ярты быуат инде иңгә-иң терәшеп бәрәкәтле йәшәгән Шәймарҙан һәм Гәүһәр Намаҙғоловтарға республика башлығының Ҡотлау хаттары уҡып ишеттерелде, бүләктәр, сәскә гѳлләмәләре тапшырылды. Ауылдаштары юбилярҙарҙы кѳслѳ алҡыштарға күмде.

Ошондай матур байрам үткәреү идеяһын тәҡдим иткән һәм ҙур ярҙам күрһәткән депутат Рәүеф Намаҙғоловҡа, Вера Фросинаға, Ермолаево силсәүитенән Роман Барановскийға, Людмила Фәйзуллинаға, район ЗАГС-ы начальнигы Светлана Ивановаға, «Ғаилә үҙәге» начальнигы Наталья Савенковаға, ағинәйҙәребеҙгә оло рәхмәт әйтке килә. Шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәткән «Бәпембә» балалар баҡсаһы коллективына, спонсорҙарыбыҙ «Ләйсән» һәм «Ямал» магазины директорҙарына, Аҙнабаевтарҙың татыу ғаиләһенә, Замалеевтарҙың йәш ғаиләһенә һәм коллегаларға рәхмәтлебеҙ. Һеҙһеҙ байрамыбыҙ шундай сағыу, күңелле һәм ихлас булмаҫ ине!

Ваҡыт табып килеп, байрамыбыҙҙы йәмләгәндәре өсөн юбилярҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Уларға тағы ла бик оҙаҡ йылдар бергә-бергә ғүмер кисереүҙәрен, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм бүлә-бүләсәрҙәренең дә туйҙарын күреүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Урал ҠӘЙҮПОВ,

Екатерина НИҒМӘТОВА

Айсыуаҡ ауылы
Читайте нас: