Все новости
Йәмғиәт
30 Марта 2018, 13:38

БИСМИЛЛА ИТЕП БАШЛАНЫҠ

Апрель ул ҡар иреү, һыуҙар ташыу ғына түгел, апрель - әрмегә китеү тигән ваҡиға менән дә бәйле. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 1991-2000 йылдарҙа тыуғандарҙы хеҙмәткә аласаҡтар.

Апрель ул ҡар иреү, һыуҙар ташыу ғына түгел, апрель - әрмегә китеү тигән ваҡиға менән дә бәйле. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 1991-2000 йылдарҙа тыуғандарҙы хеҙмәткә аласаҡтар.

Кисә район хакимиәтендә әрмегә саҡырыу комиссияһының тәүге ултырышы булды. Эш яңы башланып тора, алда медкомиссиялар, Өфөгә алып барырға автобус табыу, егеттәр һәм уларҙың ата-әсәләре менән әңгәмәләр... Кемделер баҫтырыу-эҙләү ҙә булыр, бәлки. Һәммәһе райондан 200-ҙән, ә Күмертауҙан 400-ҙән артыҡ егет комиссия үтәсәк. Уларҙың барыһы ла тоҡсай аҫып ил һаҡларға китеп бармаясаҡ, әлбиттә. Кемеһелер уҡып йөрөй, кемеһелер һаулығы буйынса үтмәүе бар, тигәндәй. Ундайҙар алынмай. Бисмилла итеп башланыҡ был йылына ике тапҡыр башҡарыла торған эште, аҙағы ла хәйерле булһын.
Читайте нас: