Все новости
Йәмғиәт
30 Марта 2018, 14:33

КҮК ИЛАНЫ, ИЛАМАҒАН КЕШЕ ҠАЛМАНЫ

25 мартта Кемерово ҡалаһындағы Сауҙа үҙәгендә янғын сығыуы, унда бер нисә тиҫтә кешенең, шул иҫәптән балаларҙың, мәрхүм булыуы тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. 28 март илебеҙҙә матәм көнө иғлан ителде.

25 мартта Кемерово ҡалаһындағы Сауҙа үҙәгендә янғын сығыуы, унда бер нисә тиҫтә кешенең, шул иҫәптән балаларҙың, мәрхүм булыуы тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. 28 март илебеҙҙә матәм көнө иғлан ителде.

Был көндө генә түгел, ошо һәр көндө илебеҙ халҡы күңелдәре менән ҡайғы кисергән ватандаштарыбыҙ менән бергә булды, улар менән бергә ҡайғырҙы. Хатта, тәбиғәт тә был көнө халыҡ менән бергә иланы, бергә һыҡтаны. Б. Бикбайҙың «Ер» поэмаһы юлдарын әҙ генә үҙгәртеп: «Ил иланы, ер иланы, күк иланы, иламаған кеше ҡалманы», - тип әйтке килә.

Күмертауҙа, Көйөргәҙе районында ла был көндәрҙә фажиғәле ваҡиғаға бәйле Хәтер акциялары үтте.

Ҡалала Салауат һәм Күмертау ҡалалары епискобы Николай менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы Имам-мөхтәсибе Салауат-хәҙрәт Кемерово фажиғәһе ҡорбандарына йыназа ҡылып, аят бағышланы. Хакимиәт башлығы Борис Беляев менән бергә улар сиркәүҙә лә, мәсеттә лә булды. Ҡаланың «Мәңгелек ут»ы янында ҡойоп торған ямғырға ла ҡарамай, бәләкәй генә балаларын эйәртеп, ҡулдарына тере сәскәләр, уйынсыҡтар, аҡ шарҙар тотоп йөҙәрләгән кеше йыйылды.

Көйөргәҙеләр ҙә битараф ҡалманы, райондың һәр бер учреждениеһында ла был көндө фажиғә ҡорбандарын хәтергә алдылар. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла балалар күккә шарҙар осорҙо. «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы алдына ла район халҡы кескәй балалары менән бергә килеп, бер минутлыҡ тынлыҡ урынлаштырып, ҡайғы уртаҡлашты.

Кемеровалағы фажиғә илебеҙҙәге бар халыҡты тетрәндерҙе. Интернет селтәрендә ҡала халҡы «Күмертау» сауҙа үҙәге, баҙар янында урынлашҡан «Ҡала сервис үҙәге» (халыҡ телендә, элеккесә «Дом быта») сауҙа нөктәләренең дә халыҡ өсөн хәүефле булыуы хаҡында күп яҙалар. «Күмертау» сауҙа үҙәгенең баҫҡыстары буйлап менгән-төшкән саҡта көпә-көндөҙ тайып йығылырға мөмкин. Үҙе бейек, үҙе тайғаҡ материалдан эшләнгән. Аллам һаҡлаһын, берәй хәл була ҡалһа, тиҙ генә имен-һау төшөрмөн тимә ул баҫҡыстарҙан. Етмәһә, балалар өсөн уйын бүлмәләре лә иң юғары ҡатта урынлашҡан, тиҙәр улар. Ныҡышлап тултырылған магазиндары менән «Дом быта» ла бигерәк хәүефле, тикшерһендәр ине шуларҙы, тип борсола күмертауҙар.

Кемероволағы ҡайғылы хәлде ишеткәс тә, үҙенең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ныҡ борсолған бер инәй редакциябыҙға шылтыратты:

- Биш ейән-ейәнсәрем Күмертауҙа, ҡайһыһы Ермолаевола йәшәй. Әйләнгән һайын тоталар ҙа ҡалалағы Сауҙа-күңел асыу үҙәгенә баралар. Йә былай ғына уйнарға, магазин буйлап йөрөргә, йә тыуған көн үткәрергә кафеһына барып ултыралар. Күпме әйтһәң дә тыңлап бармайҙар, беҙ ни элек ниндәй тыуған көн үткәреү, уның барлығын да белмәнек. Хәҙер заманы шулай - дуҫ-иште йыйып, ҡайҙалыр барып байрам итеү. Әле Кемероволағы хәлдән һуң ҡоттар китте, минең биш бәпесем нишләй икән, шуларҙы уйлап ныҡ борсолам. Күмертауҙа бар Сауҙа үҙәктәрен тикшерәләрме икән ошо Кемеровалағы трагедиянан һуң, улар бит мотлаҡ бөтәһен дә ҡарап сығырға тейештәр. Аллам һаҡлаһын, улай-былай хәл булһа. Ошо турала белешеп, гәзит битенә сығарығыҙ әле, исмаһам, йөрәк әҙерәк булһа ла тынысланыр ине.

Ошондай үтенес менән шылтыратҡан инәйгә яуап эҙләп, шулай уҡ Рәсәй Президенты В.В. Путиндың да бөтә булған Сауҙа үҙәктәрен яңынан тикшереп сығырға ҡушыуын иҫәпкә алып, иң тәүҙә Янғын һүндереү бүлектәренә, МЧС-ҡа шылтыратып белештек. Унда: «Сауҙа үҙәктәрен даими рәүештә тикшереп торабыҙ. Бына әле тағы ла тикшереү эштәрен башланыҡ. Ҡала прокуратураһы менән берлектә эшләйбеҙ. Тулы мәғлүмәтте һеҙгә улар бирер», - тинеләр. Ҡала прокуроры Виталий Васильевич Казачков менән дә бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул: «Тикшереү әле башланып ҡына тора. Әлегә ҡайҙа, ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар барлығы тураһында әйтә алмайбыҙ. Бындай мәғлүмәт билдәле булғас та, апрель баштарында, һеҙгә хәбәр итербеҙ», - тине.

Шулай булғас, ҡаланың Сауҙа-күңел асыу үҙәктәрен тағы бер ҡат ныҡлы итеп тикшереп, ундағы ҡыйыш яҡтарҙы төҙәтерҙәр тигән ышаныс менән йәшәргә генә ҡала әлегә беҙгә.
Читайте нас: