Все новости
Йәмғиәт
30 Марта 2018, 13:41

КАДРҘАР ХРОНИКАҺЫ

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте хәбәр итә:

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте хәбәр итә:

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең эш башҡарыу һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү секторы мөдире вазифаһына конкурста Светлана Владимировна КОЧЕТОВА еңде.

Светлана Владимировна Кочетова 1972 йылғы, БАССР-ҙың Күмертау районы Яңы Отрада ауылында тыуған. Юғары белемле – 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты янындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын «Дәүләт һәм муниципаль идаралығы» һөнәре буйынса тамамлаған.

♦♦♦

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең баш белгесе вазифаһына конкурста Елена Дмитриевна ФРОЛОВА еңде.

Елена Дмитриевна Фролова 1981 йылғы, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Павловка ауылында тыуған. Юғары белемле – 2007 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

♦♦♦

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең опека һәм попечителлек органының баш белгесе вазифаһына конкурста Екатерина Александровна МАРКЕЛОВА еңде.

Екатерина Александровна Маркелова 1987 йылғы, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаево ҡасабаһында тыуған. Юғары белемле, 2010 йылда РФ Эске Эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған, юрист.

♦♦♦

Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте хәбәр итә: Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең баш белгесе – инженер-программисы – вакант вазифаһына, архитектура бүлеге баш архитекторы – вакант вазифаһына иғлан ителгән конкурстар үтмәне тип иҫәпләргә.
Читайте нас: