Ер йөҙөндәге һәр бер кеше – шәхес. Һәр береһен кинәнеп тасуирларға, китап яҙырға мөмкин. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ айырым иғтибарға лайыҡ. Яҡшымбәт ауылындағы Абдрахмановтар ғаиләһен дә һуғыш еле урап үтмәй.
Бер ғаиләнән өс ул ҡаты һуғыш яланында йөрөп ҡайта. Хөснулла, Хөсәйен, Хәсән бабайҙар күптән инде яҡты донъяла юҡтар. Яҡшымбәт ауылындағы ҡаһармандар обелискыһында Хөснулла менән Хөсәйен бабайҙарҙың исеме юҡ, ҡасандыр ниндәйҙер сәбәп менән төшөп ҡалған, аҙаҡ йәбештереп кенә ҡуйғандар ҡуйыуын, ләкин уныһы ла ҡубып төшкән. Шулай уҡ уларҙың исемдәре “Улар еңеү менән ҡайтты” китабында ла юҡ. Ошо мәсьәлә буйынса Яҡшымбәттә булдыҡ. Беҙҙе батырҙарыбыҙҙың балалары Мәҙинә һәм Фәсхетдин Бикмаевтар, Рафиҡ һәм Хәҙисә Абдрахмановтар бик йылы ҡаршыланы. Бигерәк һәйбәт кешеләр икән. Улар беҙгә өс бер туған яугирҙәр тураһында һөйләне.
Хөсәйен Абдрахманов бабай 1903 йылғы. 1941 йылда һуғышҡа ҡатыны Ваһибаға бер-бер артлы тыуған дүрт бәләкәй балаларын ҡалдырып китә ул. Һуғыш яланынан Яҡшымбәт егете ҡаты яраланып ҡайта.
“Атайымдың аяғына, ҡулына пуля эләгеп, һөйәктәрен онтай. 3-сө төркөм инвалиды булып ҡайтҡан атайымдың яра урындары ҡурҡыныс эҙ булып ҡалғайны. Ниңәлер һуғыш тураһында иҫкә алырға яратманы, бик һөйләп тә барманы. Үҙем дә атайымдан һуғыш яланы хаҡында һорашмағаныма хәҙер ныҡ үкенәм. Хәтирәләр итеп яҙып алып ҡалырға ла булған. Һуғышта ҡатнашҡаны өсөн миҙалдары ла күп ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә һаҡланмаған. Әсәйемдең: “Атайығыҙҙың миҙалдарын балалар уйнатып юғалтып бөттө”, - тип һөйләгәндәре иҫемдә.
Ҡуй инде, бер ҙә матур тормош күрмәгәндәрҙер улар. Бала саҡтан атайым да, әсәйем дә йәтим үҫкәндәр. Әсәйемде олатаһы менән үгәй өләсәһе үҫтергән. Атайым был ғаиләгә тамаҡ ялғар өсөн ялланып эшләргә барған, шунда, әсәйемдән тиҙерәк ҡотолмаҡ булып, атайыма көсләп өйләндергәндәр. Йыш ҡына әсәйемдән: ”Һеҙ атайым менән яратышып өйләнештегеҙме?”- тип һорай торғайным. Әсәйем, яратмаһам да, матур йәшәнек, хәҙер йәштәр үҙ теләктәре менән яратышып өйләнешһәләр ҙә, айырылышалар, үҙегеҙ теләп сыҡҡанһығыҙ икән, йәшәй бирегеҙ, ти торғайны. Бигерәк тә серек бәрәңге тәмен һағынып һөйләнеләр. Ашарға юҡ, ниңәлер урыҫтар ерендә серек бәрәңге күп булды, беҙ барһаҡ ҡыуалар тип, әсәйем йыш иҫләне”, - ти яугир ҡыҙы Мәҙинә апай Бикмаева.
Яралары һыҙлаһа ла, Хөсәйен бабай балалары өсөн тырыша. Колхозда тракторсы, көтөүсе лә, һыу ташыусы булып та эшләй. Тынғыһыҙ ғаилә башлығы хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен дауам итә.
Икенсе батырыбыҙ Хөснулла бабай. Ул 1908 йылғы. Уның тураһында улы Рафиҡ Абдрахманов кинәнеп һөйләне.
- Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Мин гел уның менән көтөүҙә йөрөгәс, үҙем ҡыҙыҡһынып һорай-һорай һөйләтә торғайным.
Бәләкәй сағында көрәшеп, ҡулы һынғас, дөрөҫ уңалмай ҡыйышыраҡ булып ҡалған булған. Шул арҡала тәүҙә Алкиноға трудоармияға алғандар. Аҙаҡ кеше етмәгәс, һуғышҡа ебәргәндәр. Яу яланынан атайым яраланып ҡайтты. Ботондағы һум ите юҡ ине. Бер йыл госпиталдә ятып, 1943 йылда, йәй айҙарында, ҡайтҡан. Шул саҡтағы йәйҙең матурлығы иҫ китмәле ине, тип аҙаҡҡы көндәренә хәтлем һөйләне.
«Госпиталдә ятҡанда табиптар йәһүдтәр ине. Ҡулды бәйләп ҡуйып операция яһанылар, ауыртыуынан ҡысҡырһаң, шап итеп биткә килтереп һуғалар, тип һөйләне атайым. -Яраланғас, мине ике һалдат һөйрәп алып барҙы. Ауыр булғанмындыр, арынылар, әйҙә ташлап китәйек, тип һөйләшәләр ҙә үҙҙәре кире һөйрәп алып китәләр. Атыш булһа, мине ташлайҙар ҙа үҙҙәре соҡорға ҡасалар, аҙаҡ тағы һөйрәйҙәр. Һуғыш ҡаты булды. Самолеттар ер өҫтөнөң һәр бер метрын тигеҙләп бомбаға тота. Яҡындан ғына һиҙмәҫтән шартлатып ебәрәләр, беҙҙекеләр үлектәр араһында йәшенеп ҡала торғайнылар. Атака ваҡытында һәләк булыусы һалдаттар күп булды. Бигерәк тә йәш кенә үзбәк егеттәре ныҡ ҡырылды. Кеше окоп ҡаҙһа ла, мин тәрән ҡаҙманым. Кешенең ғүмере бөтһә, ҡайҙа ла үлә ул, тип уйланым мин», - тип ҡаты һуғышты һөйләгәне иҫемдә. Атайым кинолар ҡараһа ла, алдаҡ бит ул, тип ҡул һелтәй торғайны. Сөнки ысын һуғыш ниндәй аяуһыҙ булғанын үҙ күҙҙәре менән күргән кеше ине. Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйем Хәмиҙә ике бала менән ҡала. Балаларын ас итмәҫ өсөн көнө-төнө эшләй, тир түгә ул. “Эштән һуң балаларҙы ашатыр өсөн Тамаҡ (Түбәнге Бабалар) ауылына тиклем йәйәүләп барып ашлыҡтың ҡалғанын йыйып алып ҡайта торғайныҡ. Кемдәр йөрөргә йыбанды, балалары асҡа үлеп бөттө. Ҡайтыуыма балаларым мейес эсенә кереп ята торғайны. Утын юҡ, күрәһең, өйҙә ныҡ һыуыҡ булғандыр”, - тип йыш һөйләне әсәйем.
Һуғыштан һуң тағы өс балаға ғүмер бүләк иткән улар. Әсәйем ғүмер буйы сөгөлдөр утаны. Һуғыш ваҡытында кәбән башынан төшмәгән. Һин бесәнде оҫта өйәһең, тип һәр саҡ кәбән башына ҡуйғандар. Ғөмүмән, әсәйем ҡара эшкә әрһеҙ булды, бесән сабырға ҡушһаң да, етеҙ ине. Ә атайым, сатан булһа ла, дәртле итеп һикереп төшөп бейергә яратты. Мин ике аяғым менән дә уның кеүек булдыра алмайым. Һуғыштан 3-сө төркөм инвалид булып ҡайтып, ғүмер буйы көтөүсе булып эшләне. Мин ат яратҡас, атай, әйҙә көтөү көтәйек, тип уның башын ҡатыра торғайным. Шул саҡта һуғыш хаҡында һорашҡан хәтирәләрем менән хәҙер һеҙҙең менән дә бүлештем инде. Атайымдың тәүҙә пенсияһы 28 һум, аҙаҡ 45 һум булды, 68 һумға еткәс, мәрхүм булды. Эй ҡыуана торғайны пенсия алғас. Бәләкәйҙән мин үҙем ололар менән һөйләшергә яраттым. Оло кешеләрҙе әле лә яратамын. Улар менән аралашҡанда бик күп нәмә белергә була. Шунлыҡтан да атайымдың һуғыштағы ваҡыттарын аҙыраҡ белеп ҡалдым инде”, - тип хәтирәләре менән бүлеште Хөснулла бабайҙың улы Рафиҡ.
Өсөнсө бер туғандары булған Хәсән бабай Абдрахманов та һуғыш яланында күпте күргән. Уның да бер аяғының бармаҡтары шул яу яланында өҙөлә. Тыныс тормош өсөн беҙҙең ата-бабайҙар ниндәй генә ҡыйынлыҡтар аша үтмәгәндәр, беҙҙең тиҫтерҙәргә, йәштәргә быны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ә беҙҙең имен тормош өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән геройҙар һис тә онотолмаһын, уларға мәңгелек дан!
Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:
- Яңы исемлеккә заказ бирҙек. Ауыл советы бинаһына буласаҡ исемлекте элеп тә ҡуйҙыҡ. Яугирҙәребеҙ төшөп ҡалмаһын йә хата китмәһен өсөн, туғандары килеп был исемлек менән танышһындар. Сөнки әле өҫтәргә лә, төҙәтергә лә һуң түгел. Элек Яҡшымбәттә бөтә ауыл советына ҡараған яугирҙәр исемлеге бергә булһа, хәҙер һәр ауылда яуҙа һәләк булғандарҙың һәм иҫән ҡайтҡандарҙың исемлектәре айырым. Шулай уҡ буласаҡ исемлектә батырҙарыбыҙҙың исемдәре, фамилиялары һәм аталарының исемдәре тулы вариантта яҙыласаҡ. Алла бирһә, быйыл был эште тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Екатерина ШӘРИПОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты хеҙмәткәре:
- “Хәтер китабы”на яуҙа һәләк булғандарҙың йә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғына исемдәре керетелгән. Был китапҡа инмәгәндәрҙең исемдәре менән тағы бер китап сығарырға әҙерләйҙәр.
Ә Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең исем-аты индерелгән “Улар еңеү менән ҡайтты” китабында Хөснулла һәм Хөсәйен Абдрахмановтарҙың исемдәре булырға тейеш. Ни сәбәп менәндер улар иҫән ҡайтҡан ҡаһармандарыбыҙ исемлегендә юҡтар. Бының өсөн яугирҙәребеҙҙең документтарын туғандары хәрби комиссариатҡа миңә алып килһендәр.