Яҡут ауылы ҡыҙы Рәмилә Ҡужаҡова Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә башланы. Уның менән иңгә-иң терәп бергә мәктәптә эшләүебеҙгә 20 йыл үтеп киткән.
Рәмилә Карамат ҡыҙы шиғырҙар ижад итеүен студент йылдарында уҡ башлай, ләкин уларҙы ҡуйын дәфтәрендә һаҡлауҙы яҡшыраҡ күрә. Күп йылдар мәктәптә «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәген етәкләне. Инша, шиғыр яҙыу буйынса район конкурсында беҙҙең уҡыусылар беренсе урындарҙы яуланы. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашыусыларға шиғырҙы «һә» тигәнсе яҙып бирә ине.
Рәмилә Ҡужаҡова – Иҫке Мораптал мәктәбендә абруйлы уҡытыусы. Бөтә йөрәген биреп балаларға туған телен, Тыуған илен һөйөргә өйрәтә. Матур йырлай, бейеү түңәрәген алып бара.
2015 йылда Рәмилә Карамат ҡыҙы Бәйләнеш селтәрендә «Йырлы йөрәк» сайтын булдырҙы. Уның ижади дуҫтары артты, шиғырҙарын яратып уҡыйҙар. Рәмиләнең шиғырҙары «Йәшлек» гәзитендә, «Шоңҡар» журналында баҫылып сыҡты. Ә «Юшатыр» гәзитендә уның поэтик әҫәрҙәре даими рәүештә донъя күреп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, Рәмиләбеҙҙең өс шиғырына йырҙар ҙа яҙҙылар. Дамир Солтанов, Гөлнур Абдуллина, Рәмил Туйсин уларға көй ижад итте. Лирик йырҙарын «Юлдаш» радиоһынан көн дә ишетергә мөмкин.
Рәмилә Ҡужаҡованың ижадында лирик шиғырҙар күп, һәр шиғыры күңелгә ятышлы, тормошсан. Уға ижадында ҙур уңыштар, яңы үрҙәргә үрләүен теләйем. Мартта хеҙмәттәшемдең тыуған көнө шул уңайҙан ҡотлап, иң яҡшы теләктәремде еткерәм.
Иҫке Мораптал мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы