Все новости
Йәмғиәт
3 Апреля 2018, 16:44

ИЛ ҺАҠЛАРҒА КИТӘ ЕГЕТТӘР

Рәсәй Ҡораллы Көстәренә яҙғы саҡырыу башланды.

Рәсәй Ҡораллы Көстәренә яҙғы саҡырыу башланды.

Егеттәрҙең ил алдындағы бурыстарын үтәр ваҡыттары етеп, кисә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатында хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ағзалары үҙ эшен башланы. Саҡырыу комиссияһы рәйесе, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов етәкселегендәге комиссия составына хәрби комиссариат, эске эштәр бүлеге, мәғариф бүлеге, мәшғүллек үҙәге белгестәре инде. Саҡырыу комиссияһы тәү сиратта саҡырылыусының һаулығына, белеменә ҙур иғтибар бүлде. Ил һаҡларға йыйынған барлыҡ буласаҡ һалдаттарыбыҙға ла аҡ юл теләне.



Автор фотолары


Илйәр ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, Яңы Мораптал ауылы:

- Мин әлегә Мәләүез индустрия колледжының аҙаҡҡы курсында уҡыйым. Хәрби комиссариатҡа теләк менән килдем. Әрмегә бармау тураһында уй башыма ла ингәне булманы. Ил алдындағы бурысты һәр егет үтәргә тейеш. Бер йыл – оҙаҡ ваҡыт түгел, үтә лә китә ул.
Читайте нас: