Все новости
Йәмғиәт
6 Апреля 2018, 14:09

БӘХЕТЛЕ ҠАРТЛЫҠ СЕРЕ

Йылдар үткән һайын Аллаһы Тәғәлә үҙенең мөғжизәле лә, мауыҡтырғыс та серле биттәрен аса барыуына хайран ҡалаһың.

Йылдар үткән һайын Аллаһы Тәғәлә үҙенең мөғжизәле лә, мауыҡтырғыс та серле биттәрен аса барыуына хайран ҡалаһың.

Яҡшымбәт яҡтарында булып, бөтә тирә-яҡта ғына түгел, халҡыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Әхмәҙүәли (Әхмәтвәли) әүлиә тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Шулай бер кис Үрге Бабалар ауылында йәшәүсе Римма менән Әхтәм дуҫтарыбыҙ беҙҙе Мәүлиткә саҡырҙы. Әле Күмертауҙа ҡыҙында йәшәүсе әсәһе Миңниса апай ҙа булды байрамда. Ул шундай көр тауыш менән тулҡынландырғыс итеп әүлиәне күреүе, уны өшкөрөүе тураһында һөйләне. Етмәһә, Әхмәҙүәли әүлиәнең таяғы миндә бит ул, әйҙәгеҙ минең менән Яҡшымбәткә, күрһәтәм, тине. Хушлашып, беребеҙ ҙә ҡалмай, Яҡшымбәткә юл тоттоҡ. Ҡышҡылыҡҡа Миңниса апай балаларына китһә лә, өйө кеше йәшәгән һымаҡ йылы, яҡты. Хәс тә берәү көтөп торған һымаҡ бит. Тиҙ генә ҡыҙҙары сәй ҡайнатты. Ул арала Миңниса апай бөтә белгәндәрен һөйләргә кереште. Беҙҙе иң ныҡ ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны – Миңниса апайҙың йәштәреңә биргеһеҙ итеп шартлатып баҫып йөрөүе, хәбәрҙе ҡысҡырып ярып һөйләүе һәм бөтә нәмәне лә онотмайынса иҫләүе, шул тиклем киң күңелле, асыҡ булыуы ине. Етмәһә, уның ошо йәшенә тиклем ҡулынан энә төшмәй икән. Бына апайыбыҙ һандығынан, күргәҙмәгә барырға йыйған һымаҡ, ҙур-ҙур төргәккә төрөп ҡуйған төрлө ултырғыс япмаларынан башлап семәрләп бәйләгән ҡул эштәрен сығарып тора, һәр беребеҙгә бүләк итеп бирә тора. Хәс тә әкиәттәгеләй. Нимә генә бәйләмәгән: ул диван япмалары тиһеңме – юҡ нәмә үҙе юҡ был һандыҡта! Ҡарап тороуға ҡурсаҡ шикелле бәләкәй генә ағинәйебеҙ!

Ул 1924 йылда Яҡут ауылында тыуған. Мораптал урта мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Стәрлетамаҡ рабфагында дауам иткән. Мәктәптә лә, рабфакта ла уҡыу алдынғыһы Миңнисаның рәсеме һәр ваҡыт Почет таҡтаһында тора. Ул замандарҙа һәр ерҙә шул рабфакты тамамлаусылар мәктәптәрҙә уҡыта ине. Миңнисаны лы йүнәлтмә буйынса Ҡаҙарма ауылына эшкә ебәрәләр. Ләкин геүләтеп ҙур дәрт менән эшләп йөрөгән сағында ғаиләгә оло ҡайғы килә: Миңнисаның ата-әсәһе бер-бер артлы үлеп китә. Ҡыҙға тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға тура килә. Эшкә баҙыҡ, төҫкә матур, йөҙөнән нур бөркөлөп торған Миңнисаны Урта Бабалар ауылынан Садиҡ Сабит улы Исхаҡовҡа һоратырға киләләр. Садиҡтың ҡатыны ауырып үлеп китеп, бер йәшлек кенә улы тороп ҡалған була. Шулай итеп, Миңниса менән Садик 1951 йылда Урта Бабаларҙа матур итеп ғаилә тормошон башлап ебәрә. Тормош иптәше тәүҙә Фрунзе исемендәге колхозда эшләп йөрөй. Шунан яҡшы эшләгәне өсөн уны Ермолаево хакимиәтенә финанс бүлегенә эшкә алалар. Үҙенә лә, эргәһендәге хеҙмәттәштәренә лә талапсан һәм ғәҙел, тырыш, үтә лә яуаплы Садиҡты 1955 йылда Яҡшымбәт ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Тормош иптәше гел яуаплы урындарҙа эшләгәнгә күрә, йорт эштәре, бер-бер артлы донъяға килгән балаларҙы тәрбиәләү йәш ҡатындың иңенә төшә. Ул китапханасы ла булып эшләй, сөгөлдөрөн дә утай, иҙәнен дә йыуа. Ғаилә ишле, алты бала булып китә улар.

Ул замандарҙа мейескә утын ҡырҡып яғалар, йылғанан көйәнтәләп һыу ташыйҙар, ҡаҙанға яғып, күмер менән самауыр ҡайнаталар. Тормош булғас эҫеһен дә, һыуығын да, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә Миңниса апайға. Ире Садиҡ көнө-төнө яуаплы эштән бушай алмай, мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарарға, ашарға әҙерләп, өҫ-баштарын йыуырға, балаларҙы уҡытырға ла кәрәк.

Миңниса апайҙың иң оло ҡыҙы Римма әсәһенә бөтә эштәрҙә лә ярҙамсы була. Иртүк һыйырҙы һауа һалып көтөү ҡыуғанға тиклем улар әсәһе менән көйәнтәләп йыраҡтағы шишмәнән һыу алып ҡайта торған булғандар. Йылдар һиҙелмәй генә үтеп китә. Балалар ҙа үҫеп, һәр береһе уҡып, һөнәр алып, ғаилә ҡоралар, ҡоштар шикелле төрлө яҡтарға таралышалар. Ни хәл итәһең, тормош ҡануны шундай. Ләкин уларҙың береһе лә әсәләрен ташламай, килеп хәл белеп торалар. Ҡышын үҙҙәренә алалар.

Әлбиттә, бындай бәхетле ғүмер һәр кемгә лә эләкмәй. Бының сере нимәлә һуң? Нисек итеп апайыбыҙ йәштәрсә һаҡланып ҡала алған?

– Аллаһы Тәғәләгә гел рәхмәт әйтеп йәшәнем, намаҙымды ҡалдырманым. Ваҡытым булмағанда доғаларҙы берәй эш эшләгәндә, күнәк тултырып картуф әрсегәндә, бәйләм бәйләгәндә ятлай торғайным. Ҡыйын булһа ла, ҡыуанһам да, Аллаһҡа һыйындым. Бөтә хикмәт шунда. Икенсенән, оҙаҡ һау-сәләмәт йәшәүенең сәбәбе ана шул Әхмәтүәли әүлиәнең өшкөрөүенән, тип уйлайым. Шулай бер ваҡыт мин ныҡ итеп ауырып киттем дә яҡында ғына йәшәгән Әхмәҙүәли әүлиәгә барҙым. Ул миңә ныҡ ярҙам итте. Шуның арҡаһында, Аллаға шөкөр, оҙаҡ һау-сәләмәт йәшәйем. Тағы ла бер серҙе әйтәм, әүлиәнең таяғының ҡайҙа икәнен ошоғаса бер кем дә белмәй, хатта балаларыма ла әйтмәнем. Ул хәл бына ошолай булды, туҡта әле, ҡыҙым, мин һеҙгә ул таяҡты күрһәтәйем әле, – тип Миңниса апай, йәштәргә хас етеҙлек менән тора һалып, өйҙөң түрендәге комодтың иң мөйөшөндә ятҡан әллә нисә ҡат сепрәккә төрөлөп бәйләнгән Әхмәҙүәли әүлиәнең таяғының бер өлөшөн килтереп сығарҙы ла уның тарихын һөйләп бирҙе:

– Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡыҙы Фәрхизә атаһының Мәләүезгә барып үлеп ҡайтыуы тураһында һөйләгәйне. Әүлиәнең ҡәбере Яҡшымбәт зыяратында икәнен дә белә инем. Әхмәҙүәли әүлиәнең ҡыҙы Фәрхизә менән беҙ гел ҡатнашып йәшәнек. Ул шул тиклем аҡыллы ҡатын ине. Беҙгә өмәләргә килә, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙамлаша торғайныҡ. Вафат булғас, уны Яҡшымбәт зыяратына, атаһының эргәһенә, күмделәр. Фәрхизәнең ҡыҙы Тамара Златоуста йәшәй, ике малайы бар. Әхмәҙүәли әүлиәнең өйөндә йәшәп ҡалған Фәрхизә ҡыҙы ла үлгәс, Үзбәкстанда йәшәүсе Алмабикә ҡыҙы менән Тамара ейәнсәре гел беҙгә ҡайтып йөрөй торғайнылар. Бер ҡайтҡанында Алмабикә атаһына ҡөръән уҡытты һәм ҡәберен тимер рәшәткә менән кәртәләп, посылка йәшниге һымаҡ фанераға үзбәксә исемен яҙып, ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Өй буш ҡалғас, атаһының өйөн һатырға тура килде инде. Алмабикә һылыу атаһының иҫтәлеге итеп Әхмәҙүәли әүлиәнең Ҡөръәнен һәм бына ошо алтынға бәрәбәр таяғының бер өлөшөн, бер кемгә лә бирмәй ҡәҙерләп һаҡларға ҡушып, миңә аманат итеп ҡалдырҙы. Ә таяҡтың ҡалған өлөшө кемдә икәнен әйтә алмайым. Тик шуға Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым, ошо изге әүлиәнең өшкөрөүе, уның таяғының өйөмдә һаҡланыуының хикмәтен мин һиҙеп торам. Был һис тә юҡҡа ғына түгел. Аллаға шөкөр, күҙем күрә, ҡолағым ишетә, ҡыш етһә, балаларым алып ҡайтып сабый һымаҡ итеп ҡарайҙар, ә йәй көнө үҙемдең өйөмдә, ауылда рәхәтләнеп торам. Үҙ аяғымда йөрөйөм, хәтерем дә, һаулығым да, Аллаға шөкөр, әлхәмдүлиллаһ, – ти ул.

Бына ошондай бәхетле ҡартлыҡ кисерә Яҡшымбәт ауылының ағинәйе Миңниса Исхаҡова.
Читайте нас: