Все новости
Йәмғиәт
6 Апреля 2018, 14:48

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҘӘ БАР

Был аҙнала Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Был аҙнала Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төрлө өлкәнән 48 хеҙмәткәр, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре ордендар, Маҡтау грамоталары, исемдәр һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бынан тыш, батырлыҡ күрһәткән ике уҡыусы Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Награда алыусылар араһында Көйөргәҙе районы кешеләре булыуы - оло шатлыҡ. Икәү улар – район Ветерандар советы рәйесе Алексей Тарасов һәм район Пенсия фондында клиенттар хеҙмәте етәксеһе булып эшләүсе Валентина Андреева. А. Тарасов ветерандар, йәмәғәт эшендәге әүҙемлеге өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнһә, В. Андреева Р. Хәмитов ҡулынан фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Почет грамотаһы алды. Алексей Павловичты белмәгән кеше юҡ, Хөкүмәттең уны ошолай ҙурлауы ғәжәп түгел. Ә Валентина Михайловнаның 42 йыл стажы бар. “Юшатыр” уға шылтыратып, ҡотлап, хәлдәрен белешкәс, В. Андреева был награданы алыуына ныҡ ҡыуаныуын белдерҙе, республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа ябай кешенең эшен күрә белгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Читайте нас: