Все новости
Йәмғиәт
6 Апреля 2018, 14:12

БЕРГӘ ҺӨЙӨНӘМ ДӘ, КӨЙӨНӘМ ДӘ

Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә күп төрлө танытма-таныҡлыҡтар ала, шуларҙың иң беренсеһе һәм һуңғыһы мотлаҡ ЗАГС органдары тарафынан бирелә. Кеше тормошондағы бөтә мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү менән шөғөлләнгән был учреждениеның кәрәклеге баһалап бөткөһөҙ. Был турала беҙ Күмертау ЗАГС идаралығы начальнигы Айгөл Иҙрисова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә күп төрлө танытма-таныҡлыҡтар ала, шуларҙың иң беренсеһе һәм һуңғыһы мотлаҡ ЗАГС органдары тарафынан бирелә. Кеше тормошондағы бөтә мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү менән шөғөлләнгән был учреждениеның кәрәклеге баһалап бөткөһөҙ. Был турала беҙ Күмертау ЗАГС идаралығы начальнигы Айгөл Иҙрисова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Айгөл Сәғит ҡыҙы, “ЗАГС” тигәндә, күптәрҙең күҙ алдына туйҙар, урамда ҡысҡыртып уҙған машиналар килеп баҫа. Һеҙҙең эшегеҙ бының менән генә ғибарәт түгел бит, тағы ла ниндәй функцияларҙы үтәйһегеҙ?

- Шулайыраҡ күнеккәнбеҙ шул. Ләкин никахтарҙан тыш ЗАГС айырылышыу, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алыу, тыуыу, атайлыҡты билдәләү, исемде алмаштырыу, үлеү факттарын теркәй. Дәүләт һәм граждандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре күҙлегенән ҡарағанда, ошо ете акт тормошта бик мөһим урынды ала. Шулай уҡ алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе оло быуын вәкилдәрен дә тәбрикләйбеҙ. “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”н дә билдәләйбеҙ.

– Уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алыусылар һаны артамы әллә кәмейме?

– Уллыҡҡа алыу һуңғы йылдарҙа ныҡ артты. Элек йылына 6-7 генә булһа, 2017 йылда 20 уллыҡҡа алыу осрағы теркәлде. Быйыл тағы ла артыуын көтәбеҙ, сөнки хөкүмәтебеҙҙең ҡарары буйынса, ундай ғаиләләргә “Әсәлек капиталы” күләмендә аҡса бирелә башланы. Был яҡшы күренеш. Бындай закон йәтим балалар һаны кәмеһен, балаларға ярҙам булһын өсөн килеп сыҡты.

- Һеҙҙә исем алыштырыу ҙа бар, тинегеҙ. Был турала белмәйбеҙ ҙә хатта. Исем алыштырыу ҡыҙыҡ һымаҡ тойола. Үҙ исемдәре менән килешмәгәндәр күпме?

- Йылына 35 – 40 тирәһе кеше исемен алыштыра. Бында исем генә түгел, ә фамилия, атаһының исемен алыштырыу ҙа керә. Исемде күбеһенсә 20-25 тирәһендәге йәштәр алмаштыра. Бер кеше 15-20 тапҡыр алмаштыра ала үҙ исемен. Бындайҙар араһында беҙҙең халыҡ бик һирәк.

– Бөгөн илебеҙҙә киҫкен демографик көрсөк тураһында һөйләйҙәр. Ә был йәһәттән Күмертауҙа хәлдәр нисек?

- Әле ҡалала 67 меңдән артыҡ халыҡ йәшәй, ә мин килгәндә 15 йыл элек 72 мең ине. Ҡалабыҙҙа һуңғы йылдарҙа тыуымдың кәмеүе күҙәтелә. 2015 йылда 842 сабый донъяға килһә, 2016 йылда был һан 874, ә 2017 йылда – 694 кенә тәшкил итте. Бында күмертауҙар ғына кермәй, мәҫәлән Ейәнсура, Федоровканан килеп теркәүһеҙ йәшәгәндәрҙең дә балаларын бында иҫәпкә ҡуябыҙ. Үлем буйынса ла шулай, әгәр сит районда иҫәптә тороп та, беҙҙең ҡалала үлә икән, тимәк, бында теркәйбеҙ. Ә яҡты донъя менән хушлашҡандарҙы алһаҡ, 2015-йылда 881 кеше булһа, 2016 йылда был һан – 912, 2017 йылда 889 үлем теркәлгән. Бигерәк тә пенсия йәшенә лә етмәгән кешеләрҙең күп үлеүе йәнде әрнетә. Етмәһә, үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ҙа бар. Былтыр ҡалала ундайҙар һаны етәү булды. Эскелек буйынса алғанда, йылына йәшел йылан арҡаһында Күмертауҙа 7-12 кеше яҡты донъя менән хушлаша.

Ғөмүмән, демографияны проценттарҙа алһаң, беҙҙең Күмертауҙа ла хәл Рәсәйҙәге кеүек үк. РФ буйынса күрһәткестәр күтәрелә икән, беҙҙә лә яҡшыра, төшә икән, тимәк, беҙҙә лә шулай. Бигерәк тә әле сабыйҙар һаны кәмей, сөнки 90-сы йылда тыуғандар бөгөн үҙҙәре бала таба. Ә, хәтерегеҙҙә булһа, 90-сы йылдарҙа, иҡтисади көрсөк, сәйәси хәлдең ҡатмарлылығы арҡаһында, тыуым ныҡ кәмене, хәҙер ана шул йылдарҙағы балалар әсәй һәм атай булалар.

- Барыһын да 90-сы йылдарға япһарырға ярамай. Бөгөнгө көндә лә элекке һымаҡ 5-6 бала тапмайҙар. Әгәр 5-6 бала тапһалар, демография хәле күпкә артыр ине.

- Күп бала тапмайҙар, башлыса 1 бала, һирәк кенә 2 бала табалар. Сөнки йәшәүе ауыр. Торлаҡ, эш урыны юҡ, хеҙмәт хаҡы түбән. Ул баланы табыуы оҙаҡ та, ҡыйын да түгел. Уны тапҡас, лайыҡлы итеп ҡарап үҫтерер кәрәк. Әсәлек капиталы бирәләр, был яҡшы, әлбиттә, ләкин ул суммаға дөйөм ятаҡтан бүлмә лә алып булмай, ә өҫтәп алырға тағы аҡса юҡ. Бына беренсе бала өсөн бирелгән 300 мең дә йәш ғаиләләр өсөн үҙенә күрә ярҙамдыр. Беҙҙең ҡалалағы күп йәш ғаиләләр алды был аҡсаны.

Аҡса юҡлыҡтан, күп ир-егеттәрҙең ғаиләләрен ашатабыҙ тип, Себергә китеүҙәре лә үҙе бер проблема. Унда анһат тиһегеҙме, барлыҡ һаулыҡтарын ҡаҡшатып ҡайталар йә бөтөнләй үлеп ҡалалар. Барып эшләгән аҡсаһын алмай алданғандар ҙа юҡ түгел. Хәҙер Күмертауҙа торлаҡ хаҡтары ла бит Стәрлетамаҡ, Салауат кеүек ҡалалар менән бер төрлө, шулай булғас, йәштәр ҙурыраҡ ҡаланан, ҡайҙа эш бар, шунан һатып алалар.

- Ә никахҡа инеү нисегерәк, йәш ғаиләләр артамы?

- 2015 йылда 544 никах, 2016 – 386 булһа, 2017 йылда никахҡа инеүселәр һаны 456 булды. Шулай уҡ яңыраҡ 87 йәшлек бабай менән 78 йәшлек әбей ҙә үҙҙәренең никахтарын законлаштырып ҡуйҙылар. 15 йыл бергә йәшәгәндән һуң килгәндәр беҙгә. Был бабай егеттәр кеүек, ҡатынын үҙе кейендерә, үҙе сисендерә, өтәләнеп тора. Шундай парҙар ҙа алтын балдаҡтар кейҙерешә.

– Никахҡа инеү – күңелле, ҡыуаныслы күренеш. Үкенескә күрә, айырылышыуҙар ҙа бар, ошо хаҡта ла һөйләһәгеҙ ине, төп сәбәптәре нимәлә?

- Айырылышыуға килгәндә, 2015 йылда 282 пар тарҡалған, 2016 йылда был һан 294 булһа, 2017 йылда 282 айырылышыу теркәлгән. Ошо парҙарҙың яҡынса 50-һе үҙ-ара килешеп араларын өҙгән, ә ҡалғандары суд ҡарарына ярашлы айырылышҡан. Беҙгә кемдәрҙең балалары юҡ, йә балалары 18 йәште үткән булһа ғына килә. Әгәр балалары бәләкәй булһа, мировой суд аша айырылышалар. Күбеһе, бер-беребеҙгә тура килмәнек, тиҙәр. Яңыраҡ ҡына әбей менән бабай айырылышты. Әбей, ғүмерем буйы түҙҙем, ти. Тәүҙә балаларым үҫкәнен, аҙаҡ ейәндәремдең үҫкәнен көттөм. Ғаилә булһын, тип түҙҙем, ти.

Күптәр ғаилә ҡороуҙың тәүге биш йылында уҡ айырылыша. Ундай парҙар араһында айырылышыуҙар яҡынса 30 процент тәшкил итә. Биштән ун йылға хәтлем 25 процент була. Тәүге биш йылда йәштәргә ауыр. Улар бер-береһенә өйрәнеп китә алмайҙар. Етмәһә, күбеһе алдан йәшәп аҙаҡ ҡына өйләнешәләр. Күп ығы-зығы бала тыуғас башлана. Атайҙар бала ҡарарға әҙер булмай сыға. Ирҙәргә ҡатын-ҡыҙ яғынан иғтибар аҙая, шундай осраҡта айырылышҡандар ҙа бар.

Айырылышыр алдынан бер ай ваҡыт бирәләр. Ҡайһы берәүҙәр шул арауыҡта кире уйлайҙар. Төрлө ғаиләләр, төрлө кешеләр була бит. Бына йәш булмаған бер ғаилә айырылышыу буйынса ғариза яҙып китте, аҙаҡ кире килеп алдылар, тағы килеп яҙҙылар ҙа тағы алдылар. Ундайҙар дәүләтте байытып йөрөйҙәр, сөнки ғариза биргән өсөн һәр кеше 650-шәр һум түләй, улар бер нисә тапҡыр 1300 һумдарын елгә осорҙолар. Бер һүҙ менән әйткәндә, бындай етди аҙымға барыр алдынан ете ҡат үлсәгәс кенә киҫергә кәрәк. Ҡайһы бер ғаиләләргә аҡыл өйрәтеп булмай, улар ҡыҫылмағыҙ, һеҙҙең эшегеҙ түгел, тип кенә ебәрә. Ҡауышырға килгән яратҡан йөрәктәргә лә, аҙаҡ айырылышыу булмаһын өсөн, беҙ лекциялар уҡыйбыҙ. Хәҙер никахҡа инеү ғаризаһын күбеһе дәүләт хеҙмәте аша бирә, беҙгә килеп тормайҙар. Шулай булғас, беҙ улар менән әңгәмә ҡора алмайбыҙ.

- Айырылғанда, никахлашҡанда, бала тыуғанда һеҙгә киләләр, һөйләшәһегеҙ, үҙ кәңәштәрегеҙҙе бирәһегеҙ. Ә яңы булдырылған ғаилә үҙәктәре нимәгә тигән һорау килеп тыуа түгелме?

- Улар ғаиләләрҙе ныҡлы итер өсөн төрлө саралар үткәрәләр. Уларҙың да талаптары ныҡ күп.

- Хеҙмәтегеҙҙең ябай ғына булмауын, яуаплы ла, мөһим дә икәнлеген аңланыҡ. Үҙ эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?

- Эшем ныҡ оҡшай, ҡыҙыҡ эш. Бигерәк тә халыҡ менән эшләү - ул минеке. Халыҡ та танып бөткәндәр, киләләр ҙә шатлыҡтары менән уртаҡлашалар, йә ҡайғыларын һөйләп, эстәрен бушатып китеүселәр ҙә күп. Халыҡ төрлө була. Кемдер килеп әрләп тә сығып китә, беҙ йылмайып ултырырға тейешбеҙ. Маҡтап китеүселәр ҙә етерлек. Тормош булғас, төрлө хәл дә була. Никах теркәү ваҡытында, кәйефең булмаһа ла, йылмайып торорға тейешбеҙ. Ике йыл элек бер райондағы ЗАГС начальнигының шәмбе көнө әсәһе үлде, ул эшкә сығып, ете парҙы теркәгәс кенә әсәһен күмергә китте. Шулай актер ҙа булыр кәрәк беҙгә, тормош бит дауам итә, йәштәргә матур итеп аҡ юл теләр кәрәк. Берәү ҡыуаныслы булған тыуымды теркәргә килә икән уға йылмаябыҙ, икенсе кеше шунда уҡ килеп үлем теркәтә, уның менән беҙ бергә ҡайғырабыҙ. Мин тәүҙә эшкә килгәндә үлемде теркәгәндә илай торғайным. Хәҙер аҙыраҡ өйрәндем шикелле. Никах ваҡытында ата-әсәһе илағанда әле лә ҡушылып илайым, бына шундай кешемен инде.

ЗАГС органдарында эшләүселәрҙең бурысы – никах теркәүҙе тантаналы шарттарҙа, иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороу. Никах теркәү көндө үҙемде биҙәр өсөн көнөнә 2-3 мең һум аҡса кәрәк. Мәҫәлән, прическа яһар өсөн 1200 һум кәрәк, нисек бар шулай булһын, тип сәсеңә резинка ғына тағып сығып булмай. Йәй көндәре көнөнә 12-15 пар булһа, ҡыш көндәре 4-5 пар килә. Бер пар булһа ла шулай уҡ кейенеп биҙәнер кәрәк, 15 пар булһа ла матур күренергә тейешһең. Беҙҙән етәкселәр шуны талап итә, этикет буйынса айырым талаптар бар.

Эшебеҙ ҡыҙыҡ, әммә дәүләт органында аҡса аҙлығы эсте бошора. Беҙҙә эшләгән белгестәрҙең эш хаҡы 11 мең һум, уныһы ла быйыл МРОТты күтәргәс кенә артты. ЗАГС-та 20 меңдән дә күп алған начальник юҡ республикала. ЗАГС бинаһына ремонт та яһарға кәрәк, ә аҡса юҡ. Бер уйлаһаң, ҡыҙыҡ инде, никах барышында фотографтар килеп, фотоға төшөрөп көнөнә 15 меңләп аҡса эшләй. Шул уҡ фотографтар беҙҙә төшөргән өсөн беҙҙең счетҡа аҙыраҡ аҡса күсерһә булмаймы икән? Беҙ аҙыраҡ ремонт яһар инек. Республиканан килгән ҡунаҡтарға ла күрһәттек бинабыҙҙың ниндәй хәлдә икәнлекте, бер яуап - аҡса юҡ. Етмәһә, беҙҙә теркәлгән тыуым һәм үлемде МФЦ-ға биреүҙәре ихтимал. Унда беҙҙең штатты ла ҡыҫҡартасаҡтар. Аҡса бит теркәлгән акттар һанына ҡарап түләнә. Тыуым менән үлемде күп теркәйбеҙ. Ә әгәр улар МФЦ-ға күсһә, тимәк, беҙҙе лә бөгөн модаға әйләнгән оптимизация еле урап үтмәйәсәк. Иртәгәһе көндә нимә булыры билдәһеҙ. Шулай ҙа киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәр кәрәк. Тыуыр көнөң ышаныслы булһа, балалар ҙа тыуыр, донъя ла яҡты булыр.

- Айгөл Сәғит ҡыҙы, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Халыҡтың һөйөнөс-көйөнөстәрен уртаҡлашыусы хеҙмәткәрҙәргә именлек һәм һаулыҡ юлдаш булһын!

Автор фотоһы
Читайте нас: