Все новости
Йәмғиәт
6 Апреля 2018, 14:21

ЭШЕНӘН ҺӘМ ҒАИЛӘҺЕНӘН ЙӘМ ТАБА

Әҙәм балаһы сирләһә, сәләмәтлеген кире ҡайтарыр өсөн иң тәүҙә ҡайҙа йүгерә? Әлбиттә, табиптарға. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ярҙамға аҡ халатлы фәрештәләрҙе ебәргән һәм уларҙың күңеленә кешеләрҙе яратыу, мәрхәмәтлек емештәрен һалған. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә шундай аҡ халатлы фәрештә тураһында булыр.

Әҙәм балаһы сирләһә, сәләмәтлеген кире ҡайтарыр өсөн иң тәүҙә ҡайҙа йүгерә? Әлбиттә, табиптарға. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ярҙамға аҡ халатлы фәрештәләрҙе ебәргән һәм уларҙың күңеленә кешеләрҙе яратыу, мәрхәмәтлек емештәрен һалған. Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә шундай аҡ халатлы фәрештә тураһында булыр.

35 йыл буйы шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән Әнисә Нәғим ҡыҙы Сабанғолова ошо көндәрҙә күркәм юбилейын — 55 йәшен билдәләне. Яманғол ауылында Нәғим һәм Суфия Әлиевтар ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килә ул. Мәктәптә урта белем алғас та, ҡыҙ күп тә уйлап тормай, бала саҡтан хыялланған һөнәрен алыр өсөн Салауат медицина училищеһына юллана. Дипломлы шәфҡәт туташы Күмертау ҡалаһы дауаханаһының травматология бүлегендә эш башлай. Бында 2 йыл эшләгәндән һуң, 1985 йылда Ермолаево поликлиникаһына эшкә күсә һәм ошоғаса шунда хеҙмәт итә. Тәүге көндәрҙән үк ул үҙенең эшһөйәр, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, мөләйем, тыйнаҡ булыуы менән айырылып тора. Тиҙ арала бергә эшләгән коллегаларының ғына түгел, дауаханала дауаланыусыларҙың да ихтирамын яулап өлгөрә ул. Ата-әсәһенең яҡшы тәрбиәһен алып үҫкән изге күңелле ҡыҙ шулай итеп бар күңелен һалып яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә башлай.

Ғаиләһе менән Айсыуаҡ ауылынан йорт алып, матур итеп донъя көтә улар. Әнисә апайҙың йорт тирәһе үҙе ултыртҡан аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй бынамын тигән ике ул тәрбиәләп үҫтерә ул. Хәҙерге көндә Дамир менән Руслан улдарының икеһе лә үҙҙәре теләгән юғары һәм профессиональ белем алып, күңелдәренә ятҡан эшкә урынлашып, ғаиләләре менән гөрләтеп донъя көтә. Әнисә апайҙың иң ҙур ҡыуанысы — балалары, килендәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Төрлө-төрлө тәмле аш-һыу бешереп, аҙна һайын уларҙы ҡунаҡҡа көтә ул.

Коллегалары Әнисә Нәғим ҡыҙы тураһында тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. «Минең өсөн иң ҙур бәхет — туғандарымдың имен-һау, бәхетле булыуы, дауахананан һауығып сыҡҡан һәр бер кешенең ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәре», - ти үҙе тураһында бик үк һөйләргә яратмаған, әммә бик күп Маҡтау грамоталарына эйә булған, бөгөнгө көндә лә яратҡан эшенән һәм ғаиләһенән йәм табып йәшәүсе Әнисә Сабанғолова.
Автор фотоһы
Читайте нас: