Все новости
Йәмғиәт
10 Апреля 2018, 16:56

АУЫЛДАШТАРЫ ЛА ҒОРУРЛАНА

Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафтарында хәрби бурыстарын үтәүселәр араһында Көйөргәҙе районы егеттәре лә етерлек. Шуларҙың береһе – Яҡут ауылынан Вильнар Венер улы Зәбиров.

Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафтарында хәрби бурыстарын үтәүселәр араһында Көйөргәҙе районы егеттәре лә етерлек. Шуларҙың береһе – Яҡут ауылынан Вильнар Венер улы Зәбиров.

Вильнар 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, Ырымбур дәүләт университетына уҡырға инде. Юғары белемгә эйә егет әрме хеҙмәтенә үҙ теләге менән китте. Яңыраҡ һалдаттың ата-әсәһенә улдарының намыҫлы хеҙмәт итеүе, уның Ватан алдындағы бурысын еренә еткереп үтәүе хаҡында рәхмәт һүҙҙәре менән хат килеп төштө. Был оло ҡыуаныс ауылдаштарына ла тиҙ барып етте, һәм Вильнарҙың уңыштары менән улар ҙа ғорурлана.

Яҡут егете Һауа көстәренә ҡаршы оборона ғәскәрендә, йәғни Тыуған ил тыныслығын тәьмин итә торған бик яуаплы урында хеҙмәт итә. Вильнар бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнергә яратты. Хәрби хеҙмәттә лә унан айырылғаны юҡ. Гер күтәреү буйынса икенсе урынды яулауы – шуға асыҡ дәлил.

Беҙ һалдатыбыҙҙың хеҙмәт ваҡытын тултырып, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: