Все новости
Йәмғиәт
10 Апреля 2018, 17:17

НИСЕК БАР, ШУЛАЙ ЯРАТЫҒЫҘ

Үткән йома “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында Ғаилә йылына арналған райондың ата-әсәләр йыйылышы үтте. Унда мәғариф, медицина, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, психологтар, ата-әсәләр, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Йыйылышты район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.

Үткән йома “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында Ғаилә йылына арналған райондың ата-әсәләр йыйылышы үтте. Унда мәғариф, медицина, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, психологтар, ата-әсәләр, ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты. Йыйылышты район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.

- Районда 465 күп балалы ғаиләлә барлығы 1360 бала тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имен булмаған ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Ундай 56 ғаиләлә 148 малай һәм ҡыҙҙар үҫеүе эсте бошора. Районыбыҙҙа 152 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә. Һәр баланың тормошон бәхетле, шатлыҡлы һәм имен итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Кескәйҙәргә бәхетле бала саҡ бүләк итеүсе ғаиләләргә, үҙҙәренә опекунға һәм аҫрауға алған оло йөрәклеләргә ҙур рәхмәт әйткем килә.

Күптән түгел Кемеровола булған оло трагедия барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларыбыҙ белем усаҡтарында хәүефһеҙлектә булһын өсөн, район хакимиәте барыһын да эшләй. Мәктәп һәм ғаилә бергә, берҙәм булырға тейеш. Бөгөнгө йыйылыш үҙенең яҡшы һөҙөмтәләрен бирер, тип уйлайым. Барығыҙға ла именлек һәм уңыштар теләйем, - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм районыбыҙҙағы өлгөлө ғаиләләргә Маҡтау хаттары тапшырҙы. Аҙаҡ йыйылышты район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова дауам итте. Ул “Балаларҙың уңышлы уҡыуы һәм яҡшы тәрбиәләнеүе - мәктәп һәм ғаилә берҙәмлегендә” тигән тема буйынса һөйләне. Шулай уҡ балаларҙың интернет селтәрендә ниндәй сайттарҙа ултырыуҙарын һәр саҡ күҙәтеп барырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тәрбиә эшендә атайҙарҙың ситтә ҡалмауҙарын, уларҙың тәрбиә эшендә мөһим булыуҙарын да әйтте Ирина Ринат ҡыҙы һәм иң әүҙем ата-әсәләрҙе билдәләп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Өфөнән килгән ҡунаҡ, педагогия фәндәре докторы, психолог Лилиә Халиҡова ата-әсәләр, педагогтар менән диалог формаһында йәнле әңгәмә ҡорҙо. Аяҡ-ҡулһыҙ булған Ник Вуйчич тураһындағы видеороликты күрһәткәс, барыһы ла тормош асылы хаҡында уйланмай ҡалмағандыр, моғайын. Шулай уҡ балаларҙы артыҡ тыймаҫҡа, нисек бар шулай яратырға кәрәклек, дөрөҫ тәрбиәләү хаҡында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә итеп һөйләне. Төрлө ауыр хәлдәрҙән сығыу, бер-береңә ярҙам итеүҙең мөһимлеген һөйләгәндән һуң Лилиә Рәшит ҡыҙы район етәкселәренә ошондай матур сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Ошо уҡ көндө психолог Лилиә Рәшит ҡыҙы менән район хакимиәтендә лә осрашыу булды. Район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова етәкселегендә үткән осрашыуҙа ауыл хакимиәттәренең эштәр идарасылары, ауыл старосталары, ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар йыйылды. Бында ла Лилиә Халиҡова суицидҡа ҡул ҡуймау темаһына баҫым яһаны. Был аҙымды булдырмау өсөн бер-беребеҙгә терәк-таяныс булыу мөһимлеген, проблеманан ҡасырға түгел, ә уртаға һалып һөйләшергә кәрәклеге хаҡында бәйән итте. «Психологҡа, психиатрға барыу ул кешенең психик ауырыуы менән ауырығанын аңлатмай, ә тикшеренеп тороу артыҡ булмаҫ», - тине психолог, һүҙен тамамлап.

Люциә Тәлғәт ҡыҙы йәнле лә, уйландырырлыҡ та итеп сығыш яһағаны өсөн Лилиә Рәшит ҡыҙына район хакимиәте башлығы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы, ә райондаштарыбыҙҙы имен булмаған ғаиләләрҙе булдырмау, суицидҡа ҡул ҡуймау өсөн етди уйланырға саҡырҙы. Иң күп имен булмаған ғаиләләр Мораптал ауыл советында булыуын, йыр йырлап, бейеү бейеп кенә йөрөргә түгел, ә бергә ныҡлы эшләргә кәрәклеген әйтте. Шулай уҡ Ермолаево дауаханаһының врач-психиатры Владимир Петров та сығыш яһаны. Ауылдарҙағы фельдшерҙарҙың барыһын да белеүе, имен булмаған ғаиләләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, уларҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтына алырға тәҡдим итте.
Автор фотолары
Читайте нас: