Все новости
Йәмғиәт
13 Апреля 2018, 17:39

50 йыл тиң ғүмер

Күптән түгел Илкәнәй ауылында йәшәүсе Венера менән Шәфҡәт Әхтәмовтар үҙҙәренең бергә матур ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.

Күптән түгел Илкәнәй ауылында йәшәүсе Венера менән Шәфҡәт Әхтәмовтар үҙҙәренең бергә матур ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне.

Ярты быуат татыу, мәғәнәле тормош юлы үткән Әхтәмовтар - күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ ғаилә. Мәктәп директоры, аҙаҡ уҡытыусы булып эшләгән Шәфҡәт Ғималетдин улы хәҙер ауылда ветерандар советы рәйесе, шулай уҡ атайҙар ойошмаһын да етәкләйәсәк ул. Тормош иптәше Венера Ниғмәт ҡыҙы менән күптән хаҡлы ялда булһалар ҙа йәмәғәт эштәрендә бик әүҙемдәр. Был күркәм ғаиләне Илкәнәй ауылы советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова, белгес Нурзиә Әхтәмова ла өйҙәренә барып ҡотланы. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бүләген тапшырҙылар, шулай уҡ иң изге теләктәрен юллап ауыл советы хакимиәтенән дә иҫтәлеккә бүләк бирҙеләр.
Читайте нас: