Все новости
Йәмғиәт
13 Апреля 2018, 17:09

НИСЕК ҠЫУАНМАҪҺЫҢ!

Быйыл Күмертау ҡалаһы менән Көйөргәҙе районынан 11 шәкерт Өфөләге Вил Ҡазыханов исемендәге әхлаҡ мәктәбендә иртәнге 8-ҙән киске 10-ға тиклем бөгөнгө көндә иң кәрәкле булған ғилем һәм тәрбиә алып ҡайтты.

Быйыл Күмертау ҡалаһы менән Көйөргәҙе районынан 11 шәкерт Өфөләге Вил Ҡазыханов исемендәге әхлаҡ мәктәбендә иртәнге 8-ҙән киске 10-ға тиклем бөгөнгө көндә иң кәрәкле булған ғилем һәм тәрбиә алып ҡайтты. Бында булған ваҡыттарҙы ябай тел менән генә аңлатырлыҡ түгел, үҙеңә барып күрергә кәрәк. Артабан мартта Мәләүез ҡалаһында уҡытыусыларға мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә дини ғилем бирергә рөхсәт итеү өсөн аттестация үткәрелде. Аттестацияла беҙҙең район, ҡалабыҙҙан 13 кеше ҡатнашып, ҡулдарына Башҡортостан диниә назаратының рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәттең, комиссия ағзаларының ҡултамғаһы булған рөхсәт ҡағыҙы алды. Шуныһы ҡыуаныслы: аттестацияла ҡатнашыусы йөҙҙән артыҡ кеше араһында беҙҙең уҡытыусыларҙың юғары баһа алыуы, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, күп һанда булыуы, ойошҡанлыҡ, белем яғынан өҫтөнлөгө һөйөндөрҙө. Имам-мөхтәсиб Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтовҡа әүҙемлеге өсөн рәхмәт әйтелде.

Һуңғы йылдарҙа Хөкүмәтебеҙ хаҡ динебеҙҙе үҫтереүгә йөҙө менән нығыраҡ борола бара, ыңғай мөмкинлектәр тыуҙыра. Бының асыҡ миҫалы итеп беҙҙең Күмертау, Көйөргәҙе районынан 6 шәкерттең Өфө дәүләт педагогия университетында мәктәптәрҙә, төрлө типтағы уҡыу йорттарында ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтеү буйынса педагогтар әҙерләү өсөн 1 йыллыҡ ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инеп, 19 марттан 5 апрелгә тиклем тәүге сессияла уҡыуҙарын килтерер инек. Нисек ҡыуанмаҫҡа мөмкин һуң! 18 йәштән алып йәше 70-кә аяҡ баҫҡан шәкерттәр университетта белем алыу менән бергә рәхәтләнеп ял да итеп ҡайтты. Сөнки шарттар ял йортондағы һымаҡ. Етмәһә, уҡыу, йәшәү бушлай, төшкә ашханала бына тигән итеп бушлай ашаталар. Дәрестәргә килгәндә, инде бында тел тейҙерерлек түгел. Әйтерһең, бөтә Өфөнән беҙҙе уҡытыр өсөн генә иң яҡшы уҡытыусылар – фән докторҙары, профессорҙар, ғалимдарҙы һайлап алғандар. Беҙ хәс тә икенсе донъяға килеп эләккән кеүек булдыҡ. Дәрестәр тамамланғас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Ихлас», башҡа мәсеттәрҙә, башҡа урындарҙа булдыҡ, төрлө тарафтарҙан килгән мосолмандар менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ.
Читайте нас: