Все новости
Йәмғиәт
13 Апреля 2018, 17:28

УЛ МОТАЛЫН ЯРАТТЫ

Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫеп, унан ситтә танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – минең ағайым, Рәсәй Федерацияһының почетлы юл төҙөүсеһе, мәрхүм Рауил Әбделҡадир улы Рыҫҡолов.

Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫеп, унан ситтә танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – минең ағайым, Рәсәй Федерацияһының почетлы юл төҙөүсеһе, мәрхүм Рауил Әбделҡадир улы Рыҫҡолов.

Буласаҡ уҙаман 1944 йылда Үрге Мотал ауылында тыуа. Атайыбыҙ һуғыштан яраланып ҡайта. Рауилға бәхетле бала саҡ тигән нәмәне күрергә яҙмай. Кескәй генә көйөнә һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы күреп үҫә. Ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, 12 саҡырымдағы Таймаҫ мәктәбенә йөрөп уҡый. Аҙна һайын иптәштәре менән һыуыҡҡа, буранға, ямғырға ҡарамай, йәйәүләп ҡайтып йөрөй. Киткән һайын арҡаларына тоҡсай тултырып ризыҡ йөкмәйҙәр.

Урта мәктәпте тамамлағас, Рауил ағайым ике йыл буйы совхозда эшләне, атайыма яңы өй һалырға булышты, өҫ-башын бөтәйтте. Аҙаҡ Өфө автомобиль юл төҙөлөшө техникумына уҡырға инде. 1965 йылда уны уңышлы тамамлағас, Рауилды Бөрө ҡалаһының юл төҙөлөшө идаралығына эшкә ебәрҙеләр. Киләһе йылына техникумды үҙе менән бергә тамамлаған Юзафина атлы ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡорҙолар. Гөлнара менән Динара исемле игеҙәк ҡыҙҙарға ғүмер бирҙеләр.

Рауил Әбделҡадир улының артабанғы барлыҡ хеҙмәт юлы һәм ғүмере Башҡортостандың Бөрө ҡалаһы менән бәйле булды. Баш инженер вазифаһына тиклем үрләне. 1979 йылда яҡташыбыҙға «Рәсәй Федерацияһының почетлы юл төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Рауил Рыҫҡолов ғүмеренең һуңғы көндәренә, 2017 йылда вафат булғанға тиклем, тыуған яғы, яҡташтары, ауылдаштары, дуҫтары, класташтары менән бәйләнештәрен өҙмәне. Тик шуныһы үкенесле: Үрге Мотал ауылы киләсәге булмаған ауылдар иҫәбенә индерелеп Ер йөҙөнән юҡҡа сығарылды, 1973 йылда һуңғы ғаилә тыуған ауылыбыҙҙы ташлап китте.

1987 йылдан башлап төрлөһө төрлө яҡтарға таралған үрге моталдар бөткән ауыл урынында осрашыуҙар ойоштора башланы. Быны башлап йөрөүселәр араһында Рауил да булды. Ауылдаштарҙың бер ҡоронда, Үрге Мотал ауылын яңынан тергеҙергә, тигән мәсьәлә алғы планға сыҡты. Ысынлап та, моталдарҙың был ауылы бөгөнгө көндә рәсми рәүештә бар, ҡыйыу ауылдаштарыбыҙ ҡайтып өйҙәр ҙә һалды. Тик, үкенескә ҡаршы, күбеһе оло быуын кешеләре ине шул. Улар яйлап баҡыйлыҡҡа күсә, был иһә Үрге Мотал ауылына яңынан бөтөү ҡурҡынысы менән янай.

Рауил ағайым тыуған ауылының фажиғәле яҙмышы өсөн ғүмер буйы һыҙланып йәшәне, йән әрнеүҙәрен шиғыр юлдарына һалды:

Онотмабыҙ, һине Мотал, онотмабыҙ,

Беҙ бит һиндә ғүмер кискәнбеҙ.

Ярҙарыңа ятып, ғолт-ғолт итеп,

Сорағолҡай һыуын эскәнбеҙ.

Айырылғанда илайым да кеүек,

Һин дә миңә моңһоу ҡарайһың.

Күңелдәрҙә тулы һағыш арта,

Кем уңалтыр күңел яраһын?

Рауил Әбделҡадир улы, шиғырҙар яҙыу менән бер рәттән, йыр-моңға ла оҫта кеше ине. Гармунда уйнарға яратты. Күңелсәк кеше булды. Уны яҡташтары тап бына шундай ир уҙаманы итеп күҙ алдына килтерә, хәтерҙәрендә һаҡлай.


Илшат РЫҪҠОЛОВ

Күмертау ҡалаһы

Фото авторҙың шәхси архивынан
Читайте нас: