Халҡыбыҙ күңелендә ҙур урын алған шәхестәребеҙҙең береһе — арҙаҡлы, белемле, итәғәтле, кешелекле, кеселекле — Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртлановты бәләкәй сағымдан бирле беләм. Мин тәүҙә уның уҡыусыһы булдым. Артабан миңә, Киров исемендәге колхоздың комсомол секретары, һуңынан Мораптал дауаханаһында табип булараҡ, уның менән бергә мәктәптә, колхозда, районда барған бөтә йәмәғәт эштәрендә бергә эшләргә насип итте.
1951 йыл. Рафиҡ Сыртланов абзый Яҡутта, минең бәхеткә күрә, ҡаршылағы Ғилметдин ағайҙарҙа фатирҙа торҙо. Иҫ киткес һоҡланғыс кешенең урамға сығыуы, күренеүе була – бөтә донъяға, әйтерһең дә, нур тарала. Мөһабәт кәүҙәле, бөтә ере килешле, көләс йөҙлө, ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле, ә үҙендә кешеләрҙе тартыу көсө шул тиклем көслө, уның эргәһенән тиҙ генә китәһе лә килмәй.
Был һоҡланғыс бөйөк шәхесте беҙгә Башҡортостандың матур төйәге – Дәүләкән районы бирҙе. 1928 йылдың мартында Яппар ауылында тыуа Рафиҡ ағай. Бала саҡтан аң-белемгә ынтылыу уны педагогия училищеһына алып китә. Үҙенә һәм эргә-тирәләгеләргә тик талапсан күҙлектән ҡараған егет училище менән генә ҡәнәғәтләнмәй, белем үрҙәренә ынтылыу теләге уны Башҡорт педагогия институтының география факультетына алып килә. Шаулы студент йылдары күҙ асып йомған арала артта ҡала. Юғары белемгә эйә булыу менән, шул ваҡыттағы тәртипкә ярашлы, уны Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал мәктәбенә директор урынбаҫары итеп эшкә ебәрәләр. Былай ҙа ҡыйыу холоҡло, дәрте ташып торған Рафиҡ ағай йәшлек дәрте менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Бер йылдан уны Таймаҫ урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Таймаҫтағы тәүге аҙымдары тураһында былай тип яҙғайны: «Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, мәктәп бинаһы бәләкәй, кластар утын менән йылытыла, кәрәсин шәмдәре. Ике сменала уҡыйбыҙ. Ашхана, буфет юҡ. Мин уҡыу йортон 1952 йылда ҡабул итеп алдым. Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер түгел, бүлмәләр һыланмаған, аҡланмаған, утын юҡ. Ғайса Араптанов завхоз булды, ул ифрат яҡшы кеше ине, тырышып эшләне, бер һүҙ менән әйткәндә – афарин! Ремонт эшләнек, балалар көсө менән утын әҙерләнек. Интернат юҡ ине. Эшемдең икенсе йылында уҡ самандан, кирбестән һуғып ике интернат бинаһы, уҡыу оҫтаханаһы, 30 метр оҙонлоғондағы йорт ҡуяндары һарайы төҙөнөк. Барыһы ла бушлай — ата-әсәләр, уҡытыусылар, өлкән класс уҡыусылары көсө менән башҡарылды.»
Рафиҡ Шәрәфетдин улы етәкселек иткән 8 йыл эсендә мәктәпте 67 уҡыусы тамамлай. 29-ы юғары уҡыу йортона инә, 15-е көмөш миҙал ала. Таймаҫ мәктәбе 1957 йылда районда тәүгеләрҙән булып мәктәп формаһын индерә. Рафиҡ ағай директор булған саҡта БАССР мәғариф министры Фатима Мостафинаның мәктәпкә ике тапҡыр килеүе лә күпте һөйләй.
«Сыртлановтың 8 йыл Таймаҫта эшләүе, йәшәүе был боронғо башҡорт ауылы өсөн тотош бер дәүер булды. Ул ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, әллә ни тиклем матур башланғыстарға этәргес бирҙе. Мәктәпте тамамлаусыларҙың артабан белем алырға ынтылыштары көсәйҙе, егеттәр-ҡыҙҙар күпләп вуздарға инде, һуңынан күренекле кешеләр булып китте. Классик яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәев тә йәш педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе булды», - тип яҙҙы уның хаҡында журналист Закир Әкбәров.
1960 йыл. Рафиҡ Сыртланов Мораптал мәктәбенә директор вазифаһында ҡайта. Ул 20 йылдан ашыу ғүмерен ошо белем усағына арнай. Мәктәп ҙур була, сөнки яҡын-тирәләге йәнә ун биш самаһы ауылдан 700-ҙән ашыу бала ошо уҡыу йортонда белем ала. Бында ла Рафиҡ ағай үҙен тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте. Мораптал мәктәбенең базаһы уның тырышлығы һөҙөмтәһендә үҫте, нығыны. Балалар һаны артҡан мәл. Мәктәп бинаһына төкәтмә һуғып, кластар һанын арттырыу, 100 урынлыҡ яңы ятаҡ төҙөү, йыһаз алыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ул бик күп көс һалды, төрлө тупһаларҙы тапаны, әммә алдына ҡуйғанын бойомға ашырмайынса туҡтаманы.
Рафиҡ Шәрәфетдин улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та көйөргәҙеләр хәтерендә ҡалғандыр. Ул — «Белем» йәмғиәте ағзаһы, тәжрибәле, юғары белемле лектор. Йыл һайын ауылдаштары алдында халыҡ-ара хәл, педагогик тәрбиә һәм башҡа темаларға 15-20 лекция уҡый. Ул ауылда төрлө йәмәғәт эштәрен башҡара. Ауыл советы депутаты, иптәштәр суды рәйесе, лекторҙар төркөмөнә етәкселек итә.
Башҡала гәзиттәренә мәҡәләләр яҙа, көн һайын тип әйтерлек Рафиҡ ағайға йәше лә, ҡарты ла йомош менән килә, унан кәңәш ала. Лекторҙың эше юғары баһаланды. КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты Рафиҡ Сыртлановты Почет грамотаһы менән бүләкләне, уның портреты партияның Күмертау ҡалаһының Почет таҡтаһына ҡуйылды. Уға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Мин үҙем колхоздың комсомол секретары булараҡ эшләгән дәүерҙә бергәләп йыйылыштарға йөрөйбөҙ. Шул ваҡытта ул мине халыҡ менән аралашырға, уй-фекерҙәрен аңлап, уларҙы борсоған һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә, уның өсөн күп уҡырға, күп белергә, ил, халыҡ тормошо менән бергә йәшәргә өйрәтте. Ул минең 47 йыл табип булып эшләгән дәүеремдә лә, ғөмүмән, бөтөн тормошомдоң, булмышымдың, эшемдең, йәшәүемдең ныҡлы нигеҙ ташы булды.
Рафиҡ ағай Мәҙинә Ғайса ҡыҙы менән 49 йыл тиң ғүмер итте. Өс балаға ғүмер бирҙеләр. Ҙур улдары Илдар — табип, гинеколог, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Уртансы балалары – ҡыҙҙары Гәүһәр, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайланы, кесе балалары – улдары Рәшит Өфө дәүләт техник университетын тамамлап, инженер булып хеҙмәт итте, ә Рәшиттең улы Рөстәм күҙ табибы булып эшләп йөрөй.
Рафиҡ Сыртланов ғүмере буйы халыҡ өсөн йәшәне, бөтәһен дә үҙ көсө менән төҙөнө, тапты. Улар өс уҡытыусы: Ришат Сәмиғулла улы Агишев, Радик Абдулла улы Әбдрәшитов менән йыл һайын йәйге отпускы ваҡытында «Көйөргәҙе» совхозының берәр бүлексәһендә бесән ваҡытында йәй буйына бесән әҙерләйҙәр ине. Уларға совхоз бесән бирә, үҙе ҙур етәксе булһа ла, кәрәк-яраҡты колхоз түрәләренән һоранып йөрөүҙе хуп күрмәне. 1998 йылда, 70 йәше тулыу алдынан, миңә килеп керҙе лә: «Рәжәп ҡустым, тиҙҙән юбилей, нисек итеберәк үткәрергә икән?» — тип кәңәш һораны. Мин әйтәм: «Ярай, Рафиҡ Шәрәфетдинович, борсолмағыҙ, бына тигән итеп үткәрербеҙ, бер ҙә аптырамағыҙ, һеҙҙең уҡыусыларығыҙ бит бөтәһе лә рәйестәр, Әсхәт Шәйхетдин улы Таңатаров Киров исемендәге колхозда, Туҡаев Фәрғәт Хөснөлхаҡ улы «Дружба»ла, Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов Салауат исемендәге колхозда!»
Ысынлап та, юбилейҙы бик матур үткәрҙек. Ағайыбыҙ шул хәтле лә риза булды, ҡыуанды. Тәүҙә ауыл мәҙәниәт йортонда Рафиҡ абзыйға арналған ҙур кисә үткәрелде. Бик мәртәбәле, юғары вазифалы кешеләр райондан да, баш ҡаланан да килде. Араларында уның яҡын дуҫы, элекке БАССР мәғариф министры урынбаҫары Мөхәррәм Морат улы Ҡужаҡов та бар ине.
Тынғыһыҙ уҙамандың йөрәге 73 йәшендә тибеүҙән туҡтаны. Аптырарһың, күп ваҡытта беҙҙең маңғайҙағы яҙмыштар бик тә фажиғәле бирелә. Ҡараңғы төн. Октябрь айы. Кешенән атлы арба һорап алып, сөгөлдөр башағы йыйырға китә. Ҡаршы килгән машинаға бәрелеп, ғүмере өҙөлә. Бер көн килеп, ергә көслө тамырҙарын ебәргән, мәғрүр, бейек, ғорур ҡарағайыбыҙ бына шулай итеп гөрһөлдәп ауҙы. Ләкин уның эштәрен, изгелектәрен, яҡшылыҡтарын халыҡ онотмай, мәңге хәтерендә һаҡлай. Рафиҡ ағайҙы халыҡ эскерһеҙ, ғәҙел, киң күңелле, алсаҡ, зыялы, мөһабәт буйлы, сибәр етәксе булғаны өсөн бигерәк тә яратты, әле лә яраталар, һағынып иҫләйҙәр, юҡһыналар. Ул халҡыбыҙ хәтерендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Тағы ла уның иң өҫтөнлөк биргән бер сифаты — байлыҡ артынан ҡыумауы. (Ә был сифат хәҙерге бөтә етәкселәрҙә лә бармы икән?)
Ауыл халҡы уның 75 йәше тулыу иҫтәлегенә ауылдың бер урамына Сыртланов исемен бирҙе. Тәбиғәт бына ошо яҙ һулышын алып килгән матур ваҡытта Рафиҡ ағайыбыҙға быйыл 90 йәш булыр ине.
СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, «Салауат Юлаев» ордены кавалеры, Көйөргәҙе районының почетлы гражданины