Все новости
Йәмғиәт
17 Апреля 2018, 13:44

БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮСЕ

Үткән йома көндө районыбыҙ “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тип исемләнгән бик күркәм сара үтте. Районыбыҙ ағинәйҙәр ойошмаһы, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойошторолған сарала районыбыҙҙан барлығы һигеҙ ғаилә ҡатнашты.

Үткән йома көндө районыбыҙ “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тип исемләнгән бик күркәм сара үтте. Районыбыҙ ағинәйҙәр ойошмаһы, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ойошторолған сарала районыбыҙҙан барлығы һигеҙ ғаилә ҡатнашты.


Байрам “Ғаилә - туған тел һаҡсыһы” тип исемләнһә лә, ҡатнашыусылар бер телде һаҡлауҙарын ғына түгел, ә кем нимә булдыра - йыр-моң, аш-һыу, ҡул эштәренә маһирлыҡтарын да күрһәтте. Шулай уҡ һәр ғаиләнең оҫталыҡтарын, уңыштарын, ҡаҙаныштарын иҫбатлаған бай күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Унда ауыл советтары ағинәйҙәре үҙҙәре биләмәһенән ҡатнашҡан ғаиләләр тураһында ентекле һөйләне. Кемдәрҙер күркәм ғаиләләр хаҡында шиғыр формаһында һөйләһә, икенселәре йырға һалып көйләне.

Был көндө сәхнәне тултырып бар ғаиләләре менән сығып матур итеп йырлап, бейеп йөрөгән ғаиләләрҙе күреү үҙе бер ҙур шатлыҡ ине, тик тамашасы аҙ булды, шуныһы ғына әллә ҡалайыраҡ тойолдо.

Рухлы сарала Кинйәбай ауылынан Ниғмәтовтар ғаиләһе ҡатнашты. Уларҙың бәләкәй генә ҡыҙҙарының сығып сәскә кеүек өйрөлөп-өйрөлөп бейеүҙәренә барыһы ла һоҡланды. Ә инде Яманһарынан килгән Йосоповтар ғаиләһе ҡәйнә менән килен дуҫлығын сәй эсеү йолаһы аша күрһәтте. Түкәндән Мырҙағоловтар иң ҙур ғаилә булараҡ башҡаларҙан айырылып торҙо. Улар, төрлө милләттән килен алып, ҡыҙҙарыбыҙҙы кейәүгә бирҙек, тиҙәр. Ғаиләләрендә төрлө милләт халҡы булыуына ҡарамаҫтан, татыулыҡтары, берҙәмлектәре хаҡында ғорурланып һөйләнеләр. Хөсәйеновтар ғаиләһе: “Беҙҙең ғаиләгә “папа”, “мама” тигән һүҙҙәр бөтөнләй ят. Биш улыбыҙ ҙа тик “атай” һәм “әсәй” тип кенә өндәшә”, - тинеләр. Улар Таймаҫ ауылы данын яҡтыртты. Ҡансыра ауылынан күп балалы Уразбаевтар ғаиләһе лә күркәм икәнлектәрен күрһәтте. Ғаилә башлығы моңло итеп йыр йырлағанда, уның эргәһендә ҡатыны һәм балалары берҙәм генә бейеп торҙо. Яҡуттан килгән Заһитовтарҙың музыкаль ғаилә икәнлектәре әллә ҡайҙан күренеп торҙо. Һәр сығыштары уларҙың йырҙар менән үрелеп барҙы. Мөхәмәтшиндарҙың ҡыҙҙары һәм малайҙары “Урал батыр” эпосын тасуири итеп яттан һөйләүҙәре ғорурлыҡ хисе уятты. Илкәнәйҙәге был ғаиләнең балалары йыр һәм бейеүгә маһирлыҡтарын да күрһәтте. Ә инде Ҡотлоюлдан килгән Ибраһимовтарҙың сәскә кеүек ике ҡыҙҙарының бейеүҙәре һәр кемдең күңелдәрен елкетте. Олаталарының моңло йыры, өләсәләренең шиғырҙары күңелгә үтеп инде.


Шулай уҡ “Йәшәгәс, һин шулай йәшә” тип аталған конкурста ла ғаиләләр сәхнәне дер һелкетеп бейеп, йырлап сыҡты. Ваҡыт күберәк бирелһә, тағы ла рәхәтләнеп бейерҙәр ине. Үәт, дәрт беҙҙең халыҡта! Һәр ғаилә лә тырышҡан, барыһы ла матур сығыш яһаны.

Боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмау маҡсатында үткәрелгән сарала “Бишек йыры” яңғырауы тағы ла бер мәртәбә ине. Балаларҙы тап ошо йырҙы йырлап үҫтерергә кәрәклеккә өндәү яһалды. Ғаиләләргә хас булған мәҡәлдәр, әйтемдәр ҙә ситтә ҡалманы. Һәр ғаиләгә бағышланып әйтелде улар.


Районыбыҙҙың ошондай күркәм ғаиләләре булғанда, киләсәгебеҙ ҙә балҡыр, тип ҡарап ултырҙыҡ. Баһалама жюри ағзалары булған район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитоваға, ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Миңзиә Ҡотлоәхмәтоваға, районыбыҙ ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясовҡа, район депутаты Ләйсән Аҙнабаеваға ниндәйҙер ғаиләне айырып билдәләү ауыр ине. Сөнки һәр ғаилә үҙенсә еңеүгә лайыҡ. Шулай итеп, һәр ғаилә еңеүсе булды. Улар барыһы ла һәйбәттәр, өлгөлөләр, милләт тотҡалары икәнен күрһәтә алдылар. Һоҡланып та, ғорурланып та бөткөһөҙ. Рәхмәт һеҙгә, әл дә һеҙ бар. Барыһы ла ғаиләләрегеҙҙә шыма ғына барһын.

Һәр еңеүсе ғаиләгә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Афариндар! Ҡотлайбыҙ! Шундай күркәм ғаиләләребеҙ тағы ла артһын әле!



Автор фотолары
Читайте нас: