Все новости
Йәмғиәт
17 Апреля 2018, 13:50

“ҺӘ” ТИГӘНСЕ

Башҡортостанда 7 апрелдән 12 майға тиклем экологик өмәләр башланды, тип яҙғайныҡ. Яҙғы өмәләр башланыу менән район һәм ҡала предприятиелары, ойошмалары, ауыл халҡы тирә-яҡты тәртипкә килтереү өсөн дәррәү эшкә тотондо.

Кемдәрҙер берҙәм эшкә сыҡһа, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Отрада ауыл советтары территориялары әлегә кибеп етмәгән. Аҙыраҡ батҡаҡ кипкәс тә һис шикһеҙ сығабыҙ өмәгә, тиҙәр улар. Ә бына Яңы Мораптал ауылында беренселәрҙән булып өмәгә “Алһыу” балалар баҡсаһының уңған ҡыҙҙары сыҡты. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип тирә-яҡтағы сүп-сарҙарҙы “һә” тигәнсе йыйыштырып та ҡуйҙылар. “Ата-әсәләр ҙә өмәнән ситтә ҡалманы, сүп түгергә бер һүҙһеҙ аттарын егеп килеп тә еттеләр. Беҙ уларға рәхмәт әйтәбеҙ, - ти “Алһыу”ҙар.

Земфира ҒҮМӘРОВА фотоһы
Читайте нас: