16 апрелдән алып Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары вазифаһына эшкә яңы кеше килде. Аҙна башында уҡ Эрнест Кәбиров иң тәүҙә ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары менән танышып сыҡты. Беҙ ҙә Эрнест Камил улы менән осрашып, яҡындан танышып, уның ҡала һәм райондан алған тәүге тәьҫораттарын, хәҙерге армияның проблемалары хаҡында белештек:
- Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев менән осраштыҡ. Йылы ҡаршы алды. Күмертауҙа тәүге тапҡырмын, әҙ-мәҙ ҡарап сығырға ла өлгөрҙөм. Яңы йорттар, Боҙ һарайы төҙөлөп ята, ҙур ғына парктар бар. Дауахана ҡаласығы оҡшаны, хатта һеҙҙә перинаталь үҙәк тә бар. Әхәт Ҡотлоәхмәтов тәү күреүҙән үҙенең бик хәстәрлекле хужа булыуын, районды яҡшы белеүен күрһәтте. Яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн уларға ҙур рәхмәт. Хәрби комиссариатҡа ҡала ла, район да кергәс, уңайһыҙ яҡтары ла бар, әлбиттә. Мәҫәлән, 9 Май кеүек ҙур байрам тантаналарында унда ла, бында ла ҡатнашҡы килә. Шуға күрә сара үтәсәк көндәрен йә ваҡыттарын дөрөҫ планлаштырырға тура киләсәк. Беҙҙең бурыс — йәштәргә патриотик тәрбиә биреү. В. Путин әйтмешләй, тәрбиә биреү генә аҙ әле, беҙ йәштәребеҙҙе һаҡларға ла тейешбеҙ.
Һуңғы ваҡытта хеҙмәткә килеүсе егеттәр араһында сирле балаларҙың бик күп булыуы борсоуға һала. Әле бында килгәс тә, хәрби комиссияла ҡатнашырға өлгөрҙөм һәм буласаҡ һалдаттарҙың бигерәк сибеклегенә, кәүҙә ауырлыҡтарының норманан кәмерәк икәнлегенә шунда уҡ иғтибар иттем. Өфөлә саҡта ул хәтлем күҙгә ташланып бармай ине. Был инде ҡайһы бер ғаиләләрҙең кейемгә генә түгел, хатта, ашарға алырға ла аҡсалары етмәүе хаҡында һөйләй. Бөтә ата-әсәләр ҙә яҡшы эш хаҡы алмай шул. Шулай уҡ Ҡытайҙан килтерелгән сифатһыҙ аяҡ кейемдәренең тәьҫире арҡаһында яҫы табанлылыҡ сире күбәйҙе. Бындай хәл булмаһын өсөн, балаларҙың аяҡ кейеменең тағаһы һәр ваҡыт 2 см булырға тейеш. Йәштәрҙең спорт менән әҙ шөғөлләнгәне лә әллә ҡайҙан күренеп тора. Көнө-төнө тик компьютер артында ғына ултырып, комиссия алдына ап-аҡ йөҙҙәре менән килеп баҫалар. Бер туҡтауһыҙ телефон, компьютерға текләп, күҙҙәре лә насар күрә хәҙерге егеттәрҙең. Әле Стәрлетамаҡта булған осраҡты ғына алып ҡарағанда, шул интернет арҡаһында балалар ҡыҙыу ҡанлыға әйләнә. Интернетта төрлө теләһә ниндәй төркөмдәр, кире мәғлүмәт күп бит, ыңғайы бик аҙ. Йәштәр унда үҙҙәренең һорауҙарына дөрөҫ булмаған яуап таба. Ата-әсәләр генә был интернетҡа бәйлелек менән көрәшә алмай. Һөҙөмтәлә баланың башында ниндәй уй йөрөгәнен бер кем әйтә алмай.
Тәүге тәьҫораттарым ҡыҫҡаса шундай. Донъя хәлдәрен һөйләп тормайым, уныһын үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Ғөмүмән әйткәндә, Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында Күмертау һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатын патриотик тәрбиә биреүҙә гел яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Беҙ артабан да эште шул йүнәлештә дауам итергә тырышасаҡбыҙ.
Эрнест Камил улы Кәбиров 1969 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Бала һәм үҫмер сағы Шишмә районында үтә. Мәктәпте тамамлағас, Өфө юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инеп, летчик-инженер һөнәрен ала. Балтика буйы хәрби флотында вертолеттың летчик-штурманы булып хеҙмәт иткәндән һуң, Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында, Өфөлә хәрби комиссариаттарҙың бүлек начальнигы вазифаларын башҡара. Запастағы подполковник. Өйләнгән, ҡыҙы һәм улы бар.