Урындағы үҙидаралыҡ органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап, “Юшатыр” гәзите сираттағы түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унда Илкәнәй ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зөлфиә Араптанова, Таймаҫ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова һәм Зәк-Ишмәт ауылы старостаһы Рал Зәйнәғәбдинов ҡатнашты.
Малик Ильясов: Бөгөнгө беҙҙең һөйләшеүҙе Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнайбыҙ. Был байрам Рәсәй Президентының Указына ярашлы 2012 йылда барлыҡҡа килде. Әммә урындағы үҙидара, мөһим дәүләт институты булараҡ, ошо указға ҡәҙәре лә күптән танылыу алғайны. Идара итеү хеҙмәтендә эшләүсе кешеләр йәмәғәтселек алдында яуаплылыҡ тойоп эшләне. Һеҙ халыҡтың иң яҡыны, граждандар менән дәүләт араһындағы күпер берләштереүсе көс тиһәк тә, хата булмаҫ. Ауыл хакимиәте советтары кимәлендә лә мөһим мәсьәләләр хәл ителә, кешеләр тап һеҙгә күҙ төбәп бара, яҡлау таба. Урындарҙа күп проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге биргән 131-се федераль закон, аңлауымса, 2000-се йылдарҙың баштарында барлыҡҡа килде.
Зөлфиә Араптанова: Эйе, 2003 йылда урындағы үҙидаралыҡта булған хәлдәрҙе көйләү өсөн131-се федераль закон ҡабул ителде. Был беҙҙең вәкәләттәрҙе билдәләне һәм функцияларҙы арттырҙы.
Малик Ильясов: Ә быға тиклем нисек ине һуң? Халыҡ үҙ-үҙенә бикләнеп көн күрҙеме?
Филүзә Вәлидова: Был закон ауыл советтарына киңерәк вәкәләттәр бирҙе. Беҙҙең көндәлек эш закон менән нығытылды.
Малик Ильясов: Нишләптер ошо закон тип күп кеше һыҡтай, әммә был закон барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер көн талабы этәргес булғандыр бит?
Рал Зәйнәғәбдинов: Һәр бер закон бөгөнгө көн талаптарына яуап бирергә тейеш, шуның өсөн ҡабул ителә лә. Тәүҙә был законды һанға һуҡманылар, сөнки беҙ бит икенсе тәртиптә тыуып, тәрбиә алған кешеләр. Хөкүмәткә һалышып өйрәнгәнбеҙ, ә бөгөнгө һәр тарафта үҙаллылыҡ китте. Был үҙгәреште һәр кем үҙенсә аңланы. Үҙенсә эшләргә тырышты. Шуның өсөн депутаттар закон ҡабул итте лә инде. Закондың яҡшы яҡтары ныҡ күп.
Аттың йүгәнен алһаң, үҙе теләгән яҡҡа саба бит, һорап та тормай. Халыҡ та шулай, көндәлек тормошто үҙенсә аңлай, үҙенсә эшләргә тырыша. Ә закон ҡабул ителгәс, булған проблемаларҙы көйләү еңеләйҙе.
Малик Ильясов: Филүзә Рафаиловна, һеҙ күптәнән ауыл советы хакимиәтендә эшләйһегеҙ. Элекке заманда ла эшләп ҡалдығыҙ, әлегене лә беләһегеҙ. Әйтәйек, элекке менән сағыштырғанда, айырыуса ошондай закон ҡабул ителгәс, эшләүе еңеләйҙеме?
Филүзә Вәлидова: Һуңғы ваҡытта, ысынлап та, халыҡтың төрлөһө төрлө яҡҡа китә башланы, ә был 131- се федераль закон ҡабул ителгәс, беҙ халыҡты берләштерҙек, тип уйлайым. Ни өсөн тигәндә, халыҡ үҙенә үҙе хужа була башланы. Йыйылыштарҙа ҡатнашып, урындарҙа барлыҡҡа килгән күп һорауҙарҙы хәл итеү өсөн үҙҙәре ҡарар ҡабул итәләр. Тимәк, улар үҙҙәре власть органдарының эшенә туранан-тура йоғонто яһай алалар. Беҙ ниндәйҙер ҡырҡыу мәсьәләләр буйынса референдумдар үткәрә алабыҙ. Ошоларҙан сығып ҡына фекер йөрөткәндә лә, закон ябай халыҡ өсөн эшләнелгән.
Малик Ильясов: Закон ул ябай халыҡтың тормош-көнкүрешен көйләү өсөн ҡабул ителде, тиһегеҙ, ә бына Таймаҫ биләмәһен алып ҡараһаҡ, халыҡ тарафынан нимә тәҡдим ителде һәм тормошҡа ашырылды?
Филүзә Вәлидова: Беҙҙең ауыл советына техника ныҡ кәрәк ине. Ауыл халҡы “Беларусь” тракторы булһа, үҙебеҙ эшләр инек, тип һорап сыҡты. Ул заманда Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы булған Рәйсә Яңыбаева район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа барып трактор һораны. Район хакимиәте ярҙам итеп, трактор алдыҡ. Техника булды, хәҙер ҡоролмалар кәрәк булды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса беҙ, халыҡ менән һөйләшеп, тракторға кәрәкле ҡоролмалар алдыҡ. Үткән көҙҙән алып ошо трактор менән кешеләргә ярҙам итә башланыҡ.
Малик Ильясов: Зөлфиә Фәйзрахмановна, ә һеҙҙә хәлдәр нисек?
Зөлфиә Араптанова: Беҙҙә был программа буйынса асфальтты һаҡлап ҡалыр өсөн өҫтөнә махсус ҡатлам түшәнеләр. Халыҡ йыйылышта дәррәү генә риза булып, һәр йорттан 1-әр мең һум аҡса йыйҙыҡ. Улар ярҙамы менән ошо мөһим эште атҡарып сыҡтыҡ. Был, тәү ҡарашҡа, ябай ғына мәсьәлә кеүек, ләкин төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, юлдарҙың торошо барыһына ла мөһим.
Малик Ильясов: Миңә нимәгә кәрәк ул, тип аҡса бирмәгәндәр, бөтөнләй төкөрөп ҡараған кешеләр осранымы?
Зөлфиә Араптанова: Ундайҙар ҙа бар, төрлө кешеләр була.
Филүзә Вәлидова: Ҡай саҡта тәүҙә ҡаршы булалар, аҙаҡ өйҙәренә барып күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшһәң, аңлайҙар. Аҡсаларын да бирәләр, башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә лә әҙерҙәр. Кешеләр менән яҡындан аралашырға, тығыҙ бәйләнештә эшләргә кәрәк. Шунан ғына эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ыңғай була.
Малик Ильясов: Законға ярашлы, башланғыстарҙы яҡлау программаһы бар, тинек, тағы “Реаль эштәр” программаһы ла уңышлы эшләй, ахырыһы, квартал һайын бирелгән Президент аҡсаһы ла ҙур ярҙамдыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, һеҙҙең өс тағанығыҙ, таянысығыҙ бар инде?
Зөлфиә Араптанова: Тап шулай. Был ярҙамдар халыҡ үҙе лә хөкүмәт тарафынан теләктәшлек барлығын тойһон өсөн эшләнәлер, тип уйлайым. Бөгөн юғарынан көтөп ултырып ҡына нимәгәлер өмөт итеп булмай, урындарҙа инициатива күрһәтергә кәрәк, ә хөкүмәт ярҙам итергә әҙер.
Малик Ильясов: Үҙидаралыҡ һәйбәт, әлбиттә, һеҙҙең эшегеҙ ҙә, уң ҡулдарығыҙ ҙа күп бит. Хакимиәт кешеләре, ауыл старосталары, ветерандар, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ла бар. Атайҙар советы булырға тора. Ҡыҙыҡ, халыҡ аҙайғандан-аҙая бара, ә халыҡ менән идара итеүсе ойошмалар күбәйә тора түгелме? Уларҙың ярҙамдарын тояһығыҙмы?
Зөлфиә Араптанова: Урындағы үҙидаралыҡтың маҡсаты дәүләт власы органдары, ижтимағи ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙә. Уларҙың ярҙамдары ныҡ ҙур. Ауыл хакимиәтендә беҙҙә водитель менән йыйыштырыусыны иҫәпкә алмағанда, ни бары өс кеше эшләй. Ә бит районда ниндәй генә саралар үткәрелмәй? Һәр бер сараға беҙ уларҙы йәлеп итәбеҙ. Шуға ла йәмәғәт ойошмаларының ярҙамынан башҡа беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ. Силсәүиттә ултырған өс кенә кеше йырып сыға ала торған эш түгел.
Малик Ильясов: Саҡ ҡына килешмәйем һеҙҙең менән. Өс кешенән башҡа депутаттар корпусы ла бар бит.
Зөлфиә Араптанова: Депутаттарҙың үҙҙәренең эше бар, уларға халыҡ төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, ярҙам һорап бара. Хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең, депутаттарҙың, төрлө ойошма, советтарҙың уртаҡ маҡсаттары бар. Берҙәм булғанда ғына эштәребеҙ ыраясаҡ.
Малик Ильясов: Беҙгә хатта шул уҡ депутаттар мөрәжәғәт иткәндәре бар. Шул мәсьәләне хәл итегеҙ әле, беҙҙең силсәүиттә шулай, былай, тип. Бәй, һин үҙең депутат бит, гәзиткә мөрәжәғәт иткәнсе, силсәүиткә бар ҙа, проблеманы уртаға һалып һөйләш. Йәнен-тәнен биреп эшләгән кешеләр булмаһа, фәтүә юҡ бит бындай депутаттарҙан. Мин депутат булам, тип йөрөгәндәр ҙә хәҙер юҡтыр. Күбеһенсә һеҙҙең тарафтан тәғәйенләп ҡуялар түгелме “халыҡ ялсыларын?”
Филүзә Вәлидова: Беҙ үҙебеҙ ҙә тәҡдим итәбеҙ, әйҙә, һин бит эшләрлек кеше, беҙгә лә ярҙам булыр, тибеҙ. Яуаплылыҡ алырға теләмәйҙәрме, әллә түләнмәгәнгәме риза булмағандар ҙа юҡ түгел. Әгәр кеше депутат булып һайланһа, халыҡ менән бергә эшләргә һәм йәшәргә тейеш бит, яуаплылыҡ та юҡ түгел.
Рал Зәйнәғәбдинов: Депутат булып, атлығып торған кешеләр юҡ кимәлдә шул. Күбеһе, булдыра алмайым, ти. Кеше менән матур итеп, яйлап һөйләшһәң, улар тыңлай. Бына миңә шәхси эшҡыуарҙарҙа, фермерҙарҙа эшләгәндәр күп килә, хужа эш хаҡын түләмәй, алдай, тиҙәр. Шундай йылғырбайҙар менән барып, ипләп кенә һөйләшеп, проблеманы хәл иткән саҡтарым күп булды.
Малик Ильясов: Һүҙегеҙгә ҡеүәт итеп шуны әйтәм. Аҙаҡҡы йылдарҙа ярлылар һаны, рәсми алғанда 22 млн.дан артты, ә ысынбарлыҡта 80 млн. тигәндәр ҙә бар. Иң ярлы халыҡ ауыл ерендә. Һеҙ, кешеләргә иң яҡын власть булараҡ, халыҡтың кәмеүен, ярлыланыуын һиҙәһегеҙме? Бына кеше аҫылынып үлде, ти. Һеҙ яуаплы. Эсеп ятһа ла, һеҙҙән һорайҙар. Хатта яңыраҡ үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу ҡурҡынысы янағандар менән дә эш алып барырға ҡуштылар түгелме?
Филүзә Вәлидова: Һеҙҙең менән килешәм. Беҙ аҙна һайын ауылдар буйлап йөрөп сығабыҙ. Беҙгә психолог та, артис та булырға кәрәк. Барып кереп, һин үлергә йыйынғанһың икән, үлмә инде, тип әйтеп булмай, ә хәл белергә килдек, тип проблемаларын һорашабыҙ. Эс-бауырҙарына инергә тырышабыҙ.
Малик Ильясов: Һеҙ бит бар яҡлап та универсаль кеше булырға тейешһегеҙ.
Зөлфиә Араптанова: Дөрөҫ әйтәһегеҙ.
Филүзә Вәлидова: Йәмәғәт ойошмалары тураһында әйтеп үткәйнек. Беҙҙең депутаттарыбыҙ, ағинәйҙәребеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар советы бар. Улар һәр береһен күреп, белеп йөрөйҙәр, улар аша ла беҙгә сигнал килә. Шунан беҙ килеп тыуған проблеманы хәл итергә тотонабыҙ.
Малик Ильясов: Күрше хәлен күрше белмәй, тиҙәр ҙә инде.
Филүзә Вәлидова: Беләләр. Ауыл бит ул. Кешелеклек сифаттары, Аллаға шөкөр, беҙҙең яҡтарҙа бар әле. Беҙ йәмәғәт ойошмалары менән бергә тығыҙ эшләйбеҙ. Шулай уҡ ветерандар советы ла бар. Мәҫәлән, беҙҙә, уның рәйесе булған Салауат Муса улы Солтангәрәев һәр кемдең тын алышын белеп, ҡарашынан аңлап тора. Ул йүнһеҙҙәрҙе әрләп тә, мохтаждарға кәңәш тә биреп китә.
Зөлфиә Араптанова: Халыҡ беҙгә ышана, үҙҙәренең проблемаларын килеп һөйләй. Ысынлап та, ауылда беҙҙән башҡа халыҡтың килеп аһ-зарын һөйләр башҡа урындары юҡ.
Малик Ильясов: Шул турала һүҙ алып барабыҙ бит. Әгәр уларҙың һеҙгә ҡарата ышаныстары бар икән, был бит күп нәмә тураһында һөйләй. Һеҙ психолог ҡына түгел, янғын һүндереүсе лә, табип та булырға тейешһегеҙ. Әйткәндәй, имен булмаған ғаиләләргә янғынға ҡаршы сигнализациялар ҡуйылдымы һуң?
Зөлфиә Араптанова: Беҙҙең имен булмаған ғаиләләр йәшәгән йорттарҙың барыһына ла ҡуйылды. Илкәнәй ауыл советы, ҡалаға яҡын булғанғамы, хужалыҡтар ныҡ, өйҙәр матур. Проблемалар булған өйҙәргә кереп, сымдар иҫкергән, алыштырыр кәрәк, тип иҫкәртеп, белгәнебеҙҙе өйрәтеп сығабыҙ. Мотлаҡ рәүештә инструктаж менән таныштырабыҙ.
Малик Ильясов: Етмәһә, участковый полициялар йүнләп йөрөмәй, тиҙәр түгелме?
Рал Зәйнәғәбдинов: Участковыйҙарҙың эштәре ҙур бит хәҙер. Бына дүрт ауыл советына бер участковый. Шул тиклем ергә нисек өлгөрмәк кәрәк?
Филүзә Вәлидова: Беҙ ҙә үҙебеҙҙең көс етмәҫлек эш килеп сыҡһа, шунда уҡ участковыйға мөрәжәғәт итәбеҙ. Афарин, ул тиҙ арала хәл итә. Ысынлап та, беҙ янғын һүндереүсе лә, психолог та, хатта слесарь ҙа, юрист та, адвокат та булып китәбеҙ. Күпселегендә ауыл советына оло йәштәгеләр килә. Уларҙың проблемалары ла юҡтыр, бәлки, әммә рәхәтләнеп һөйләшеп, эстәрен бушатып сығыр өсөн дә килеүселәр байтаҡ. Бер уйлаһаң, ололар барыбер рәхмәтлеләр. Мәҫәлән, бына Мөслимә Аҙнабаева инәйҙе әйтеп үтке килә. Ул йома һайын шылтырата, беҙҙе төрлө байрамдар уңайынан ҡотлап, сәләмәтлектәр теләй. Был - беҙҙең эшебеҙгә баһа. Тәнзилә Хәбиева апай ҙа аҙнаһына ике-өс тапҡыр силсәүиткә килеп китмәһә, күңеле булмай. Һәр бер килгән кешене тыңлап, аңларға тырышабыҙ. Йәштәрҙе урамда күргәндә лә, хәлдәрегеҙ нисек, тип әйтмәй үткән юҡ.
Малик Ильясов: Халыҡ тарафынан ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бармы, тәнҡит һүҙҙәрен күп ишетергә тура киләме?
Филүзә Вәлидова: Осрай, әммә йыш түгел. Күпселеге беҙҙе аңларға ла, ишетергә лә теләмәгән кешеләрҙең ҡылығылыр бындай эш.
Рал Зәйнәғәбдинов: Аңламаған кешеләр бар. Силсәүиттә тик кенә аҡыл өйрәтеп ултыралар, тип әйтеүселәр ҙә табыла. Мин һәр ваҡыт, барып эшләп ҡарағыҙ, тим. Сөнки ситтән ҡараһаң, рәхәт кеүек, ә барлыҡ эш тә бит һеҙҙең өҫтә.
Зөлфиә Араптанова: Шуның өсөн дә староста итеп ауылдың хөрмәтле кешеһен, ағинәйҙәр составына ла шундай кешеләрҙе һайлап ҡуялар. Халыҡты тыңлатырлыҡ кешеләр эшләргә тейеш. Шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советында ла, силсәүиттә лә халыҡ ышанған кешеләрҙе ҡуялар. Халыҡ килә, һөйләшәләр. Һөйләшкән менән һөйләшмәгән бер түгел бит инде.
Малик Ильясов: Шулай ҙа барыһына ла ай менән ҡояш булып бөтөп булмай. Кенә ҡыуыусылар, үс алыусылар була. Һеҙгә, эшегеҙгә ҡарата ялыуҙар буламы?
Филүзә Вәлидова: Ялыуҙар була, яҙалар. Бигерәк тә һыу мәсьәләһе ауыр, күпселеге шул яҡҡа һуҡтыралар.
Малик Ильясов: Һыу мәсьәләһе тигәс тә, бар ерҙә лә бар был проблема. Ә бына айырым алғанда, яманһарылар миҫалында хәл итеп булмаймы быны?
Филүзә Вәлидова: Яманһары - бәләкәйерәк ауыл, шулай ҙа уларға еңел булды, тип әйтә алмайым. Беҙгә килгәндә, торбаларҙың ҡайҙа ятҡанын да белмәйбеҙ. Схемалары ла юҡ. Бына бит Рал ағай, беҙ эшләнек, ти, мәсьәләне хәл итер өсөн Рал ағайға барабыҙ ҙа, ул күрһәтә инде. Алла бирһә, документтарҙы юллап, коммуникацияларҙы үҙебеҙҙең муниципаль милеккә әйләндергәс, беҙ был проблеманы хәл итербеҙ, тип ышанабыҙ.
Зөлфиә Араптанова: Һыу үткәргес әлегә бюджетта тормай, шуға ул финанс менән нығытылмаған. Коммуникацияларҙы халыҡтан йыйылған аҡсаға хеҙмәтләндерәбеҙ.
Филүзә Вәлидова: Һыуға киткән электроэнергия өсөн аҡса йыйнала. Ә ҡалған проблемаларҙы “Реаль эштәр”, Урындағы инициативаны яҡлау программалары буйынса эшләргә тырышабыҙ, спонсорҙарҙы ла йәлеп итәбеҙ.
Малик Ильясов: Федераль закондың бер статьяһы буйынса урындағы бюджетты тулыландырыу тип аталған бүлек бар. Был мөһим пункт, минеңсә. Быға ярашлы пошлина, һалым йыйыу ҙа һеҙҙең өҫтә, шулаймы?
Филүзә Вәлидова: Беҙҙең өҫтә була инде. Беҙ уны контролдә тоторға бурыслы. Килем бүлеге туранан-тура беҙҙең өсөн бит. Халыҡтан аҡса йыйнайбыҙ ҙа, шуны урындағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн кире таратып бирәбеҙ килеп сыға. Биләмәләрҙе тәртиптә тотоу, йәшелләндереү, юлдарҙы рәткә килтереү, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тотонола ул аҡса. Тимәк, беҙҙең йыйналған аҡса әллә ҡайҙа китмәй, ә ауылыбыҙға кире ҡайта. Ана шул килем бүлеген яҡшыртыу өсөн беҙ барыбыҙ ҙа тырышырға тейеш.
Малик Ильясов: Бының өсөн яңы идеялар кәрәктер, моғайын.
Рал Зәйнәғәбдинов: Идеялар күп инде ул. Ләкин барыһы ла беҙҙән генә тормай шул. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, беҙҙең 45 егет ауылда иҫәпләнәләр, ләкин уларҙың барыһы ла ситтә эшләйҙәр. Ошо типһә тимер өҙөрлөк егеттәребеҙ үҙебеҙҙә эшләп, ниндәйҙер үҙҙәренең эштәрен асып, һалымды урындағы бюджетҡа түләһәләр, ниндәй ҙур файҙа булыр ине ул беҙҙең өсөн.
Филүзә Вәлидова: Ошо урында беҙҙең ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаевтың һүҙҙәре иҫкә төшә. Ҡалала ер һепереп йөрөгән кешеләрҙең күбеһе - ауыл кешеһе. Ситтә 15 меңгә ер һепергәнсе, ауылда йәшәп, хужалыҡ тотоп йәшәһә, ул бит күпкә күберәк аҡса эшләйәсәк, ти ул йыш ҡына.
Малик Ильясов: Рал ағай әйтмешләй, 45 егет бит ул ҙур көс. Ауылда буш торған биналарҙа берәй эш асып, ниңә шунда ебәрер өсөн, йә файҙалы ҡаҙылмалар менән шөғөлләнер өсөн ниңә үҙебеҙҙең егеттәргә берәй эш асырға ярҙам итеп ебәрмәҫкә?
Рал Зәйнәғәбдинов: Йәштәргә эш булһа, өйҙәр ҙә буш тормаҫ ине. Беҙҙең заманда Бөрйәндән ташып өйҙәр һалдыҡ. Хәҙер беҙҙең ауылдағы 280 өйҙөң һикһәнләбе буш тороуы эсте бошора. Бына бит әҙер өйҙәр ҙә бар йәштәргә, эш булһа, рәхәтләнеп йәшәргә лә бит. Себерҙә йөрөү ул ғаилә именлегенә лә, балалар тәрбиәләүгә лә кире йоғонто яһай.
Малик Ильясов: Шуға әйтәм бит, берәй эш асыуға бизнес-план төҙөргә ярҙам итергә кәрәктер, бәлки. Шунан ана шул ситтә йөрөгән егеттәребеҙгә ҡушырға кәрәктер. Грандтар, субсидиялар алырға ярҙам итеп этәреп ебәрергә кәрәкмәйме икән тиеүем. Ауылда хәлле йәки бай кеше булһа, һеҙгә лә эшләүе еңелгә тура киләсәк тә баһа. Шуға аҙыраҡ төрткөсләп ебәрергәлер, бәлки.
Филүзә Вәлидова: Беҙҙекеләрҙә ниңәлер тәүәкәллек юҡ. Ҡушһаң, эйе шул, тиҙәр ҙә вәссәләм, оноталар.
Рал Зәйнәғәбдинов: Беҙҙә лә икмәк бешереү, макарон изделиелары етештереү цехы тора. Шуны алып бөгөндән эшләрҙәй тырыштар юҡ бит. Үҙем әйтмешләй, 45-тәрҙе туҡтатмайынса ауылдар алға китә алмай. Элек Зәк-Ишмәт гөрләп тора ине, хатта, икенсе Ҡытай, ти торғайнылар, халыҡ егәрле булды, эшкә йәбешеп ята ине. Хәҙер нишләптер дәрттәре бөттө.
Малик Ильясов: Проблемалар күп. Халыҡ мәнфәғәте менән йөрөп үҙегеҙҙең шәхсән тормошоғоҙға ваҡыт ҡаламы? Һеҙгә бит тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла шылтыратыуҙары, хатта төндә лә, ял ваҡыттарында ла килеүҙәре ихтимал. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ шул бөтмәҫ эшеңде ташла, тип һуҡранмайҙармы?
Филүзә Вәлидова: Мин 1991 йылдан, 21 йәшем тулмағанда, ауыл советында бухгалтер булып эш башлағайным. Шул силсәүит менән бергә үҫтем, тәжрибә тупланым. 2009 йылда эштәр идарасыһы булып күстем. Миңә халыҡ менән эшләү оҡшай. Йәш сағымдан уҡ беҙгә кешеләр килеп, проблемаларын һөйләһәләр, ауыҙымды асып тыңлап ултыра торғайным.
Коллегаларымды яратам, йыш ҡына башҡа ауыл советтарына шылтыратып кәңәшләшеп, хәл белешеп торабыҙ. Шул тиклем бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ, аралашмаһаҡ, нимәлер етмәгән кеүек тойола. Арыттырыуын арыттыра, ләкин, нишләп мин бында эшләйем әле, тип бер ҙә үкенгәнем юҡ.
Төрлө ваҡыттар була, эмоцияларға бирелеп китеп әрләп тә киткәндәре бар, маҡтап, күңелебеҙҙе күтәреп китеүселәр ҙә була.
Малик Ильясов: Ауылда, башҡалар менән сағыштырғанда, һеҙ ҡулығыҙға тере аҡса алған кешеләр бит, эш хаҡығыҙ менән ҡәнәғәтме?
Филүзә Вәлидова: Эш хаҡын умырып алалар, шуға йөрөйҙәр улар, тигән һүҙҙәр ҙә була, әлбиттә. Ләкин хеҙмәт хаҡы минималь эш хаҡынан саҡ ҡына күберәк. Артһа, әлбиттә, шат булыр инек. Сөнки бөгөнгө заманда кем үҙенең хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булһын инде.
Зөлфиә Араптанова: Хеҙмәт хаҡы, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, аҙыраҡ инде. Беҙ иҙән йыуыусылар кеүек алабыҙ. Ә иңебеҙгә төшкән яуаплылыҡ ярайһы ғына ҙур. Ғинуарҙан эш хаҡы 400 һумға артҡан булды, тағы ла артыр, тип өмөт итәбеҙ. Ләкин зарланмайбыҙ, киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Иң мөһиме - кемгәлер файҙалы, кәрәк булыуыбыҙ ҡыуандыра. Элек-электән ауыл советы хакимиәттәрендә хөрмәтле кешеләр эшләгән, тимәк, беҙҙе лә хөрмәт итәләрҙер тигән булабыҙ.
Малик Ильясов: Хөрмәт итеүсе кеше барлығын белеү, әлбиттә, һөйөнөс. Әгәр һеҙ юғарыла ултырһағыҙ, халыҡ тормошон еңеләйтер өсөн ниндәй закон ҡабул итер инегеҙ?
Филүзә Вәлидова: Иң тәүҙә законға тәртип боҙоусыларға ҡарата яза биреү механизмын өҫтәр инек. Беҙгә 131-се закон вәкәләтлек бирә ул, әммә көс бирмәй. Нимә тиһәң дә, көмөшкә етештереүселәр, уны таратыусылар, башҡа тәртип боҙоусылар бар. Улар менән талашһаҡ та, һуғышһаҡ та, ҡулдарын бәйләргә көсөбөҙ етмәй. Ҡырын эштәрен иҫбатлау өсөн контроль һатып алыу кәрәк, етмәһә, оҙаҡ ҡына экспертизаны көтөр кәрәк. Тәү сиратта ошо самогонщиктар менән управаға законды ҡатыраҡ итер инек. Шулай уҡ эш хаҡын уртаса 30 меңдән кәм итергә ярамай. Үҙебеҙҙең хеҙмәт хаҡында әйтмәйем был осраҡта. Ғөмүмән, ауылда йәшәгән һәм эшләгән кешеләр эш хаҡына мохтаж булырға тейеш түгелдәр.
Нимә булһа ла, мин Таймаҫ, Ялсыҡай ауылдары бөтмәҫ, һүнмәҫ, тип уйлайым. Бигерәк тә, Ялсыҡайҙа һәр йәш ғаиләлә 5-әр, 6-шар бала тәрбиәләйҙәр. Уларға, афарин, тип кенә әйтергә ҡала. Улар - ҡыйыуҙар, киләсәкте күтәреүселәр. Шул 5-6 баланың бер-икәүһе мотлаҡ ауылда ҡаласаҡ, шулай булғас, мәктәп тә ябылмаясаҡ, ауыл да бөтмәйәсәк.
Зөлфиә Араптанова: Илкәнәй Мәләүез ҡалаһына ла, Күмертауға ла яҡын урынлашҡан. Йомағужала участкалар бүленде. Йәш ғаиләләр өйҙәр һала, мәктәп бар, почта, ФАП та бар, Аллаға шөкөр. Тағы ла участка һорап йөрөүселәр ҙә етәрлек. Илкәнәй яғына күсеп килергә теләүселәр бар, шулай булғас, киләсәгебеҙ бар, тип ышанам.
Рал Зәйнәғәбдинов: Беҙҙә кирһенсә, заманында Михайловкаға ике ҡатлы мәктәп һалдыҡ, яптылар. Марьевкала ла һалдыҡ мәктәп, ул да бөттө. Ә 200-ҙән артыҡ йорт булған Зәк-Ишмәттән киләһе йылға 1-се класҡа ни бары бер генә уҡыусы бара икән. Был бит уйланырлыҡ…
Филүзә Вәлидова: Беҙҙең ҙур бер минус - ул дәүләттән көтөп ултырыу. Ә бына хәҙерге йәштәр араһында барыбер тырыштар ҙа бар бит. Улар эштән һуң үҙҙәренә өҫтәмә аҡса эшләргә тырышып яталар. Киләсәктә тырыш егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ районыбыҙҙа ҡалып, тырышып эшләп, йәшәрҙәр, тип өмөтләнәйек һәм ышанайыҡ.
Форсаттан файҙаланып барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе лә байрамыбыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Малик Ильясов: Йылы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ысынлап та, киләсәктә барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнәйек, ышанайыҡ. Һеҙҙе лә байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ғаиләгеҙгә именлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.