Кисә район хакимиәтендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл советы башлыҡтары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты.
- Алтынсы йыл Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Был байрамды булдырыу – власть вәкилдәренең эшенә дәүләттең иғтибары тураһында һөйләй. Бөгөн муниципаль властар кимәлендә халыҡ йәшәйеше сифатын билдәләүсе көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә. Муниципаль райондың урындағы үҙидара органдары рәтенә 12 ауыл советы һәм муниципаль район Хакимиәте керә. Район Советында 15 кеше һәм ауыл советтарында 115 кеше депутат корпусын биләй. Шулай уҡ ауыл советтарында һәм район кимәлендә ветерандар, ағинәйҙәр, йәмәғәт ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары эшләп килә. Уларҙың тырышлығы өсөн ҙур рәхмәт.
“Йәшлек” мәҙәниәт йортона республика бюджетынан капиталь ремонт яһаласағы ла ҙур ҡыуаныс. Шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбе өсөн эллекке спиртзавод бинаһына ла ремонт эштәре башҡарылыуы һөйөндөрә.
Бөгөн залда урындағы үҙидаралыҡ органдарында эшләп киткән почетлы ветерандарыбыҙ ҙа бар. Уларҙы ла ихлас күңелдән байрам менән ҡотлайым. Һеҙҙең оло тәжрибәгеҙ һәм лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Әхәт Йәүҙәт улы, барлыҡ урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп.
Артабан һүҙҙе район Советы рәйесе урынбаҫары Рәүеф Намаҙғолов алды. “Хөрмәтле, Әхәт Йәүҙәт улы, һеҙҙең барлыҡ ғүмерегеҙ тыуған районыбыҙ менән тығыҙ бәйле. Һеҙҙең илһөйәрлегегеҙ, хеҙмәт яратыуығыҙ тырыш һәм ғәҙел булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ. Артабан да һеҙгә уңыштар һәм ныҡлы терәк булырҙай хеҙмәткәрҙәр, ысын дуҫтар теләйбеҙ”, - тип Рәүеф Шәймарҙан улы Әхәт Йәүҙәт улына “Көйөргәҙеләрҙең ҙур ғаилә башлығы” номинацияһында награда тапшырҙы.
Был көндө үҙидара өлкәһендә тырышып хеҙмәт итеүселәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Күркәм сара район “Йәшлек” мәҙәниәт йорто әртистәренең моңло ла, дәртле лә йырҙары менән үрелеп барҙы.