«Ҡайтарылған исемдәр» халыҡ-ара хәрби-мемориаль үҙәге һәм әүҙем ватандаш-волонтерҙарыбыҙ тарафынан ҙур изге эш башҡарылды: яңыраҡ Австрияны немец фашистарынан азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған 5 яҡташыбыҙҙың исем-аты һәм ҡайҙа ерләнеүе билдәле булды. Ул яугирҙәр быға тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ине.
Гвардия сержанты Григорий Алексеевич Пивоваров, 1923 йылғы, Көйөргәҙе районынан. Әсәһе – ТатьянаТимофеевна Пивоварова. Түбәнге Австрияның Винер-Нойштадт тораҡ пункты өсөн барған һуғыштарҙа 1945 йылдың 16 апрелендә башын һалған.
Өлкән сержант Ғәзиз Әхмәт улы Саттаров, 1913 йылғы, Көйөргәҙе районынан. Атаһы – Әхмәт Саттаров. Түбәнге Австрияның Нойленгбах тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 22 апрелендә һәләк була.
Гвардия рядовойы Иван Васильевич Селищев, 1925 йылғы, Көйөргәҙе районының Бахмут ауылынан. Атаһы – Василий Яковлевич Селищев. Түбәнге Австрияның Санкт-Пельтен тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 7 апрелендә һәләк була.
Гвардия рядовойы Иван Георгиевич Романов, 1925 йылғы, Көйөргәҙе районынан. Әсәһе – Ольга Максимовна Романова. Түбәнге Австрияның Санкт-Пельтен тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 9 апрелендә һәләк була.
Гвардия рядовойы Ғәли Усман улы Ғәбитов, 1925 йылғы, Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауыл советы, Абдул ауылы. Атаһы – Усман Мостахов. Түбәнге Австрияның Санкт-Пельтен тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 16 апрелендә һәләк була.
Юғарыла килтерелгән исемлектән күренеүенсә, Г.А. Пивоваров тыумышы менән Лена ауылынан, Ғ.Ә. Саттаров Яҡшымбәттән йә Яңы Юлдан булырға тейеш. Ә И.Г. Романовтың ҡайһы ауылдан булыу ихтималлығын әлегә әйтеүе ҡыйын. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында был яугирҙәрҙе белеүселәр барҙыр, тип ышанабыҙ һәм уларҙан шул хаҡта хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Көйөргәҙеләр «Ҡайтарылған исемдәр» халыҡ-ара хәрби-мемориаль үҙәгенә, волонтерҙарға был изге эштәре өсөн оло рәхмәтле.