Все новости
Йәмғиәт
27 Апреля 2018, 12:20

«ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК» АКЦИЯҺЫ

9 Май – Еңеү көнөндә районыбыҙ урамдарына байрам итергә сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән йыл да осрашабыҙ. Үкенескә ҡаршы, улар йылдан-йыл беҙҙең арабыҙҙа әҙерәк.

9 Май – Еңеү көнөндә районыбыҙ урамдарына байрам итергә сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән йыл да осрашабыҙ. Үкенескә ҡаршы, улар йылдан-йыл беҙҙең арабыҙҙа әҙерәк. Аяуһыҙ үлем яугирҙәребеҙҙе баҡыйлыҡҡа алып китеп тора. Тиҫтәләрсә йылдар үткәндән һуң, беҙҙең балаларыбыҙ Еңеү парадында уларҙың береһен дә күрмәйәсәк. Ә улар үҙҙәренең балаларына, йәғни беҙҙең ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ғаилә альбомында һаҡланған һарғайған фотоһүрәттәрҙәге башына йондоҙло пилотака кейән һалдаттың кем икәнлеге хаҡында һөйләп аңлата алырмы? Уның яу ҡырында ниндәй ҡаһарманлыҡтар ҡылғанын балаларына һөйләп бирә алырмы? Кешеләрҙә ата-бабалары алдында намыҫ һәм хәтер яуаплылығы булырға тейеш.

Хөрмәтле көйөргәҙеләр!

Тыуған ил азатлығы өсөн яуҙа ҡатнашҡан фронтовиктарҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға теләүсе барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы «Үлемһеҙ полк» сараһын ойоштороп, үткәреүҙә әүем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы 9 май көндө, иртәнге 10.00 сәғәттә «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы алдында башлана. Рәхим итегеҙ!
Читайте нас: