Все новости
Йәмғиәт
27 Апреля 2018, 12:23

ТАҒЫ БЕР ЯУГИРеБеҘ АСЫҠЛАНДЫ

Эҙләнеүселәр Ингушетияла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 12 ҡыҙыл армия һалдаты кәүҙәһе ҡалдыҡтарын тапҡан.

Эҙләнеүселәр Ингушетияла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 12 ҡыҙыл армия һалдаты кәүҙәһе ҡалдыҡтарын тапҡан. Шулар араһында бер һалдаттың Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән Игбаев фамилиялы кеше булыуы асыҡланған. 1942 йылда был тирәләрҙә Кавказ өсөн ауыр һуғыштар барған, ошо алыштарҙа һәләк булған да инде беҙҙең һалдатыбыҙ. Тиҙҙән яҡташыбыҙ һөйәктәрен тыуған ергә алып ҡайтып ерләрҙәр, моғайын. «Юшатыр» был турала яҙыр.
Читайте нас: