Все новости
Йәмғиәт
5 Января 2019, 12:14

ҠОЛАҠ ҠАҒЫРҘАР ҺЫМАҠ

Беҙҙең ҡалалағы ТЭЦ хәлдәрен беләһегеҙ, уны һатҡас, яңы хужалар Ырымбур күмере беҙгә кәрәк түгел, газға күсәбеҙ тип, Төйлөгән күмеренән баш тартты (барыбер газға күсмәй, әллә нимә яғалар шикелле).

Беҙҙең ҡалалағы ТЭЦ хәлдәрен беләһегеҙ, уны һатҡас, яңы хужалар Ырымбур күмере беҙгә кәрәк түгел, газға күсәбеҙ тип, Төйлөгән күмеренән баш тартты (барыбер газға күсмәй, әллә нимә яғалар шикелле). Күмертау ТЭЦ-ы «Ырымбуркүмер» ойошмаһының берҙән бер һатып алыусыһы булған, ырымбурҙар нисек кенә беҙҙең ТЭЦ менән һөйләшеүҙәр алып бармаһын (беҙҙе ташламағыҙ, юҡһа, беҙ йәшәй алмайбыҙ), бер нимә лә килеп сыҡманы.

Һөҙөмтәлә Төйлөгән разрезының бурыстары йыйылып киткән - 177 миллион һум. Предприятиеның артабанғы яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Бында әле 66 эшсе һанала (күбеһе алдан уҡ ҡыҫҡартылып бөткән), шуларҙың 24-е көнөнә 4 сәғәт кенә эшләй, эш хаҡтары 11-12 мең һум. Тиҙҙән Төйлөгән күмерселәре хатта ошо минималь эш хаҡы алыу мөмкинселегенән дә ҡолаҡ ҡағыр һымаҡ.
Читайте нас: