Все новости
Йәмғиәт
26 Ноября 2019, 12:05

«Ағинәйҙәр күп булмай»

Үткән йомала М. Исҡужин исемендәге прогимназияла мәртәбәле сара уҙҙы. Бында «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре зональ семинар-практикумға йыйылды.

Күмертау ағинәйҙәренән тыш, сараға Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Мәләүез, Бөрйән райондарынан һәм Салауат ҡалаһынан 40-тан ашыу делегат ҡатнашты. Республика буйынса ағинәйҙәрҙең бындай йыйындарын уҙғарыу күптән традицияға ингән. Күмертауҙа ул тәүге тапҡыр уҙҙы. Сараның төп маҡсаты — башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолаларына, милли кейемгә, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә иғтибар һәм ихтирам булдырыу ине.

Семинар Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына һәм «Бөтә Донъя фольклориадаһы- 2020»-гә арналды. Мәктәптә ҡаланың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары ижад иткән әйберҙәрҙән матур күргәҙмә лә ойошторолғайны. Шулай уҡ ҡала китапханаһы ла халыҡтың милли кейеменә арналған китап-баҫмаларҙан торған ҙур күргәҙмә әҙерләгән.

Семинарҙы асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығының финанс һорауҙары буйынса урынбаҫары Гөлнара Иршат ҡыҙы Күсәрбаева ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм: «Ағинәйҙәр» ойошмаһы — ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ябай коллектив ҡына түгел, ә башҡорт халҡының бер ҡасан да битараф ҡалмаған һәм һәр саҡ инициатива күрһәтеүсе бер өлөшө. Ағинәйҙәр бөгөнгө көндә ғаилә, әсәлек хоҡуҡтарын нығытыу, халыҡтың милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү буйынса мәсьәләләрҙе әүҙем хәл итә», - тине. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова Күмертау ағинәйҙәренең ҡала тормошонда һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашыуҙарын, һәр эшкә берҙәм һәм дәррәү ҡушылыуҙарын әйтте һәм уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Күмертау ағинәйҙәре Рәйсә Кәбир ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә ҡунаҡтарҙы сәләмләп, башҡорт халҡының онотолоп барған «Күлдәк ҡотлау» йолаһын күрһәтте. Уларға М. Исҡужин исемендәге прогимназия уҡыусылары һәм «Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ярҙам итте. Артабан башҡа төбәктәрҙән килгән ағинәйҙәр ҙә үҙҙәренең йыр-бейеүгә маһирлығын, халыҡ йолаларын тәрән белеүҙәрен күрһәттте. Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең матур сығыштары менән бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы.

Семинарҙың төп ҡунағы — Республиканың «Ағинәй» ҡоро етәксеһе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева үҙенең сығышында республикабыҙ ағинәйҙәре башҡарған эштәрҙең баһалап бөткөһөҙ һәм күп яҡлы булыуы хаҡында бәйән итте. Ул шулай уҡ ағинәйҙәр эшен мотлаҡ балалар баҡсалары һәм мәктәптәр менән берлектә башҡарырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Күмертауҙа үткән йыйындың нәҡ мәктәптә үтеүен хуплап ҡаршы алды.

Күмертау ағинәйҙәре мәртәбәле сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүсе «Южурал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡовҡа, «Ватан» хужалығы рәйесе Ғәйнетдин Ғәзиз улы Мөхәмәтовҡа, «Вымпел» спорт үҙәге директоры Ринат Ингел улы Хәйретдиновҡа, шәхси эшҡыуар Елена Хөрмәт ҡыҙы Алмаҡаеваға, «Күмертау икмәк комбинаты» директоры Иван Алексеевич Тюрюшовҡа оло рәхмәт белдерә.

Гөлфиә ЯНБАЕВА, «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире:

- Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһы хәҙер республиканың бар райондарында һәм ҡалаларында ла гөрләп эшләп ята. Был ойошма эш башлаған ғына мәлдә Күмертау ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, шулай уҡ эшебеҙ менән таныштырып, төп ағинәй итеп башҡорт теле уҡытыусыһы Римма Арыҫланованы һайлап киткәйнек. Римма беҙҙең күп йыйындарҙа ҡатнашты, ойошманың маҡсатын, бурыстарын яҡшы белә ине. Күрәһең, команда туплап, эшләп китә алмағандыр. Ҡалаларҙа, ысынлап та, бындай башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшен ойоштороу бик үк еңелдән түгел икәнен беләм. Бына әле ветеран-уҡытыусы Рәйсә Шәрипова Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы Әлфиә Шәмиғолова менән бергәләп ошо эште башлап ебәрҙе. Эргәһенә шулай уҡ әүҙем, вайымлы ветерандарҙы йыйып алған. Шул арала башҡорт йолаларын өйрәнеп, эргәләренә балаларҙы ла йәлеп итеп, матур тамаша әҙерләгәндәр. Һәр хәлдә, ҡала халҡына, ситтәге ҡунаҡтарға күрһәтерлек тәүге тәжрибә емеше бар. Беҙҙең ойошма өсөн ағинәйҙәрҙең балалар, йәштәр менән эшләүе, уларға халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы булған йолаларыбыҙҙы, йәшәү рәүеше өлгөләрен, фәлсәфәһен тапшырыу саралары тәҡдим итеүе бик тә мөһим. Бына ошо бурысты иңдәренә алды инде Күмертау ағинәйҙәре лә. Хәҙер инде улар үҙ рәттәренә ошо ағинәйлек бурыстарынан ҡурҡмаған, башҡорт ҡатын-ҡыҙының үҙ асылына ҡайтыуына булышлыҡ итерҙәй әхирәттәрен дә йыйып алырға тейеш. Ағинәйҙәр күп булмай, әммә һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы үҙ әсәһе, өләсәһе өлгөһөн иҫенә төшөрөп, ағинәйлек сифаттарын үҙләштереү кеүек бик ауыр бурысты йөкмәргә ынтылырға, тырышырға тейеш, тибеҙ беҙ.



Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: