Юшатыр
-16 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Йәмғиәт
10 Января 2020, 14:40

Өй эсендә араҡы заводы

Ермолаевола спирт заводы ябылды тип ҡаңғыра күптәр

Ермолаевола спирт заводы ябылды тип ҡаңғыра күптәр, бына район үҙәгендә йәшәүсе бер ир бер ҙә ҡайғырып йөрөмәгән - үҙенең өйөндә араҡы заводы асҡан да ебәргән. Араҡыны күпләп сығарған, бер үҙе генә эсеп бөтөп буламы ни, кешеләргә лә һатҡан. Завод барлығын белгән һалмыштар төндә лә, көндөҙ ҙә заводлы йорттоң юлын һыуытмаған.
Махсус операция барышында 36 йәшлек ирҙән 300 литр спиртлы эсемлек, шулай уҡ көмөшкә ҡыуыу аппараты тартып алынған. Әле уға административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөгәндәр, 30 мең һумдан 50 мең һумғаса штраф һалыныуы ла ихтимал. Тағы ла берҙе тотолһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Читайте нас в