Башҡортостан властары «Ростех» етәкселеге менән КүмАПП-тың һәм тармаҡ предприятиеларының киләсәген тикшерҙе.
Өфөлә Башҡортостандың ведомство-ара комиссияһының һәм «Ростех» дәүләт корпорацияһының беренсе ултырышы үтте. «Ростех» — республиканың стратегик партнеры, күп кенә етди мәсьәләләрҙе тығыҙ үҙ-ара эш итеп кенә хәл итергә мөмкин, тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Ул дәүләт корпорацияһы етәкселегенә ошондай комиссия ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәҙер «Ростех»ҡа ингән сәнәғәт предприятиеларының эш-хәлен тикшерергә кәрәк, тине республика етәксеһе.
«Предприятиеларҙың сәнәғәт етештереүен үҫтереүгә өлөшөн арттырыуы бик ҡыуаныслы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, уның индексы 104, 2% тәшкил итте, был Рәсәй буйынса дөйөм алғанда ике процентҡа юғарыраҡ. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе былтыр 5,4% өҫтәне, «Витязь» (Ишембай) — 10%, «Прогресс» предприятиеһы — ике процент, табыш, һалым аҡсаһы арта», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ләкин, республика башлығы һүҙҙәренсә, ҡайһы бер предприятиелар, атап әйткәндә КүмАПП буйынса хәл әлегә асыҡланмаған. Республика вертолет заводына һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер, әммә берлектә эш итеү кәрәк, тине Радий Хәбиров.
«Күмертау авиация етештереү предприятиеһына мөнәсәбәтебеҙ – предприятиены «Камов» вертолеттарын етештереүсе статусында һаҡлап ҡалыу. Ошо хаҡта, шул иҫәптән республикала донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген булдырыу буйынса күләмле проект тураһында бергәләп фекер алышырға тәҡдим итәм, «Ростех» ошо үҙәктең төп партнеры булыуы тураһында килешеүҙәр бар, был, һис шикһеҙ, бөтәһе өсөн дә файҙалы», — тине республика етәксеһе.
Башҡортостан «Прогресс» предприятиеһында IT-парк булдырыуға булышлыҡ итергә әҙер. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Гастелло исемендәге стадион менән бәйле бер нисә мөлкәт мәсьәләһе бар.
«Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков ведомство-ара комиссия сиктәрендә бер нисә эш төркөмө ойошторолоуы, улар даими рәүештә ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешлеге хаҡында һөйләне.
Кәңәшмә башланғансы Анатолий Сердюков хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров менән Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең сәнәғәт майҙансыҡтарын барып ҡараны һәм предприятиеның етештереү-технологик мөмкинлектәре менән танышты. Эш кәңәшмәһендә уҡыу-етештереү цехын булдырыу мәсьәләһе тикшерелде.