Все новости
Йәмғиәт
26 Июня 2020, 12:06

Старт алды

Коронавирусҡа бәйле, быйылғы һайлауҙарҙа махсус, сирҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа кәрәк буласаҡ. Битлек, бирсәткәләр кейеү һәм башҡа һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Был көндәрҙә һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр, тип ышанабыҙ.

Кисә, йәғни 25 июндә, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Участкалар иртәнге 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләй. Тауыш биреү 1 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Көйөргәҙе районында ла был көндө һайлау участкалары үҙҙәренең эшен башлап ебәрҙе. Шулай итеп, һеҙ 25 июндән алып 1 июлгә хәтлем үҙегеҙҙең һайлау участкаларығыҙға барып тауыш биреү хоҡуғына эйәһегеҙ. Тик һайлау участкаһына барған саҡта, паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ!
Шулай уҡ, коронавирусҡа бәйле, быйылғы һайлауҙарҙа махсус, сирҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәргә лә онотмаҫҡа кәрәк буласаҡ. Битлек, бирсәткәләр кейеү һәм башҡа һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Был көндәрҙә һәр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: