Все новости
Йәмғиәт
23 Августа 2020, 12:02

Цензура

Беҙ, унар йəш самаһы булһа ла, донъяны апаруҡ күргəн малайҙар, енестəрҙең айырмаһын да ярайһы ғына белəбеҙ, бер ағай ҡаланан шəрə ҡыҙҙар төшөрөлгəн кəрт колодаһы алып ҡайтты, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, туҙҙырып, сепрəккə əйлəндереп бөттөк. Нимəнелер тыйған һайын уны нығыраҡ күрге килə, ағайға ялбарабыҙ: Күмертауҙан тағы берəй ҡыҙыҡ нəмə алып ҡайт əле. Кəрте –кəрт, бына экрандан күрһəң, бөтөнлəй икенсе, тик киномеханик тəндең яланғас ере саҡ ҡына күренгəнерəк кино булһа, беҙҙе керетмəй йонсота. Афишаға (уны ауылдың өс еренə элə) алдан уҡ яҙып ҡуя «До 16”. Былайтып тыйғас, беҙҙең, бала-сағаның, был фильмға элəгеү телəге оторо көсəйə, ишек аша кереп булмаһа ни, тəҙрə аша ҡарайбыҙ. Клубтың тəҙрəлəре бейек, стенаһына таҡта һөйəп менеп баҫабыҙ: ҡасан күрһəтерҙəр икəн яланғас тəнде? Тик былайтып оҙаҡ баҫып тороп булмай, клуб стенаһының тотоноп торор ере лə юҡ, аяҡтар тала, кире төшөп бер аҙ хəл йыйғас, йəнə менеп китəбеҙ. Ҡай саҡ тыйылғандың ҡайһылыр өлөшөн күреү бəхете элəгеп тə ҡуя. Саҡ ҡына үҫə төшкəс, кино күрһəткəн бабай клубҡа, тыйылған фильмдарға, индерə башланы – аҡса кəрəккəндер, план бар, былар үҫте, ҡайһы бер нəмəлəрҙе күрһəтергə лə була тинеме. Тик уныһында ла, улай-былай ҡытый-мытыйлы ере башланһа, экранға барған яҡтылыҡ тишеген ҡулы менəн ҡаплай ҙа ҡуя, экранда усының ҙур шəүлəһе барлыҡҡа килə, олораҡ ағайҙар һыҙғырыша башлай: ал ҡулыңды, нимə эшлəйһең?

Руссаны һəйбəт белгəн кеше ауылда аҙ, бабайыбыҙға ла уҡыу бик элəкмəгəндер, хəйер, русса белеү уға нимəгə – ауылдан сығып йөрөгəн кеше түгел. Ҡай мəл афишала ла был тойола ине. «Варвара - краса, длинная коса” тигəн кино исемен ул «Варвары с длинными косами” тип яҙып элде, быны əллə юрамал эшлəне, барса халыҡ, варварҙар тураһында кинолыр тип, ағылып килде. “Дон Сезар де Базан” киноһы ла, бабайыбыҙ ярҙамында, исемен үҙгəртте: “Дон Сезар де Базар”. Базан ни Базар ни, айырма юҡ, халыҡ барҙы, ауыл кешеһенең ял итеү урыны бит ул клуб, цензуранан «яфа сиккəндə”, күңел йыуанысы булған урын.
Читайте нас: