Күмертау ҡалаһының китапхана нигеҙендә «Мин башҡортса һөйләшәм» тип аталған, бушлай үтәсәк курстар, “Хатаһыҙ ҡала” конкурсы тураһында ла әйтеп сыҡты Э. Айытҡолова.
Күмертау ҡалаһында “Башҡорт теле йылына” арналған төрлө саралар ойошторолоп килә. Шуларҙың береһе, һеҙгә билдәле булған «Башҡорт телен өйрәнәм» («Учу башкирский язык») проекты. Проекттың маҡсаты – Күмертауҙа төрлө милләт вәкилдәре өсөн башҡорт телендә аралашыу мөхите булдырыу. Проект сиктәрендә беҙ, ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзалары һәм үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, 2019 йылдан алып, оло йәштәгеләр өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстарын ойошторабыҙ. Быйыл курстарҙы беҙ өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ. Теләүселәр булғас, әлеге ваҡытта яңы төркөм йыя башланыҡ, һәм оҙаҡламай уҡыта башлайбыҙ. Әлбиттә, был курстарҙа балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә уҡыуҙарын теләр инек.