Ғәрәфә көнө — Ҡорбан байрамынан алдағы көн — мосолмандар өсөн мөбәрәк көн иҫәпләнә. Ҡорбан ғәйетенә ҡаршы төндә Аллаһы Тәғәлә бөтә теләктәрҙе ҡабул итә, тиелә. Шуға уны намаҙҙа булып, доғалар уҡып, Раббыбыҙҙы данлап, пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеп үткәреү хәйерле. Ҡөрьән Кәримдә: «Раббың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип әйтелә («Әл-Кәүсәр« сүрәһе).
Был көндәрҙә йөрәктәргә миһырбанлыҡ, мәрхәмәт тула, күңелдәр йомшара. Бөтә донъя мосолмандары үҙҙәрен юҡтан бар иткән Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу, уның рәхмәтенә, шәфәғәтенә ирешеү маҡсатында мәсеттәргә йыйыла, намаҙҙар уҡый.
Байрам алдынан һәр мосолманға тәнен һәм кейемдәрен, йорт-ҡураһын таҙартыу, паклау фарыз. Ҡорбан ғәйете — иң тәүҙә игелеклелек, шәфҡәт күрһәтеү, яҡшы ғәмәлдәр ҡылыу, туғанлыҡты нығытыу, үҙ-ара аралашып, Аллаһы Тәғәләнең бәрәкәт-ниғмәттәренә шөкөр итеү көнө. Нәҫел-нәсәп менән байрам табындарында осрашып күрешеү, ауырыуҙарҙың хәлен белеү, баҡыйлыҡҡа күскән мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен зыярат ҡылып, тәрбиә итеү хуплана был көндә.
Ҡорбанға һарыҡ, ҡуй, кәзә, һыйыр малы, дөйә салыу рөхсәт ителә. Ваҡ малдар бер кеше исеменән булһа, эреләре ете кеше йәки ғаилә исеменән бағышлана. Итте һәм малдың тиреһен һатырға ярамай.