- Ысынында, ҡыҙ, эҙләү иғлан итеүҙән бер көн алда уҡ, өйҙән сығып киткән булған. Ҡыҙҙың ҡасҡалаҡлығы беренсегә түгел. Быға тиклем дә юғалған осраҡтары булған. Төнөн өйгә ҡайтмағас, әсәһе иртә менән полицияға барған. Бынан һуң да ҡыҙҙың юғалыуын күп кеше белмәне, хоҡуҡ һаҡлаусылар үҙҙәре генә эҙләү менән шөғөлләнде. Беҙ ялбарҙыҡ: әйҙәгеҙ, интернетҡа таратайыҡ, халыҡ ярҙам итер. Погонлылар ыҡ-мыҡ итте, аҙаҡ ҡына ризалыҡ бирҙе. Һүҙ бала тураһында барғас, уның фотоһын, шәхси мәғлүмәтен таратырға ҡулдары бармағандыр, шау-шыуһыҙ ғына бала табылыр тигән өмөт тә булғандыр, кем белә. Ҡыҫҡаһы, хәбәр бөтөн республикаға таралды. Әҙәм балаһы араһында яуыздар ҙа күп, кемдер, бала күптән көсләнеп үлтерелгән, тип яр һалды, интернеттың ыңғай яҡтары менән кире яҡтары ла күп – кеше, уйлап-нитеп тормай, бәрә лә ҡуя. Ҡыҙыҡай әсәһе һәм өләсәһе менән генә йәшәй, фатирҙары үҙҙәренеке түгел, «снимать» итәләр. Ғаилә имен түгел һанала, иҫәптә тора. Ҡыҙ, ғаиләләге хәлгә, атмосфераға түҙмәй, шулай ҡасырға әүәҫләнеп алғандыр. Беҙ полицияға, үҙебеҙ белгәнсә, әйтеп ҡараныҡ: видеокамералар тора ла баһа бөтә ерҙә, Үҙәк майҙанда ла бар (ҡыҙ майҙандағы боҙ ҡаласығында тауҙан шыуғанда һуң юғалаған, тигәйнеләр), шунан ҡараһаң, моғайын, ҡыҙҙың ҡайҙа киткәнен күреп булалыр? Полиция: әле енәйәт эше асылмаған, тип ҡулдарын йәйҙе. (Бер йылы Думала «бала юғалғас та, “Үлтереү» тигән статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға» тигән закон проектын ҡаралғайны, буғай. Әллә ҡабул итмәнеләрме икән?).
...Ҡыҙ уны эҙләгән ваҡытта, интернетта булған, телефон бәйләнеше бер килеп сыҡҡан, бер юғалып торған, әхирәте шылтырата алған шулай ҙа.
Ана һөтө менән кермәгәнде.... Әсә һәм өләсәй бер ҡыҙҙарын тота, тәрбиәләй, уны йылы мөхиттә үҫтерә алмай икән, артабан нимә көтөргә? (ғаиләлә башҡа бала юҡ).
Бәхеткә, барыһы ла имен тамамланды. Бәләкәй ҡаланың бәләкәй генә булған ваҡиғаһы. Бала ҡайҙа ҡунған, нимәгә сығып киткән - барыһы ла асыҡланыр, артабан нимә эшләргә - быныһы ғына ҡараңғы.
Был хәлде онота башланылар ҙа инде, аңды башҡа мәшәҡәттәр баҫып алды. Ә ҡыҙға артабан нисек тә бәләкәй ҡалалағы, бәләкәй ғаиләләге ҙур тормошонда йәшәргә, үҫергә кәрәк. Ҡыҙҙың бәләкәс яуырынында ҙур, ауыр донъя ята. Уны күтәрергә көс бир, Хоҙай.