Премияға аҡсаны Башспирт бирәсәк тинеләр. Ситтән ҡарағанда ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға, әйтерһең, Башспирт халыҡҡа шулай ти: теләһә нәмә эсмә, минекен эс. Аҡсаны миңә килтер, дәүләткә лә шәп өлөш сығарам. Нисек булһа ла, ялған араҡыны һатыуҙы тыя алмағас, ошо алымға барғайнылар.
Һәм бына һөҙөмтә - былтыр Башҡортостанда 48 кеше, ялған араҡы һатыусыларҙы төртөп күрһәтеп, икешәр мең премия алғандар. Нимәһе ҡыҙыҡ, ҡыҙыу линияға һәммәһе 1600 шылтыратыу булған, тик барыһына ла премия эләкмәгән, әллә ялған шылтыратыу булған, әллә кәсепсене ҡулынан тота алмағандар.
Тағы бер нәмә: премияны нисек итеп тапшырҙылар икән? Ауыл клубына саҡырып, концерттар ҡуйып, тапшырмағандарҙыр, туранан-тура карточкаларына ғына күсергәндәрҙер.