Интернет гөжләй. Зәйнетдин концертында ҡурай моңдарына милли кейем ишараты менән ҡайһы бер ерҙәрен генә ҡаплап, шәрә тиерлек ҡыҙҙар бейегән. Ыстрам. Башҡаса бармаҫҡа кәрәк уның концертына, изге айҙа бит әле етмәһә. Күптән түгел генә милли кейемдәге кешеләрҙе үҙенсә яланғасыраҡ итеп төшөргән бер рәссамды тиргәгәйнеләр, мыҫҡыл итә беҙҙең башҡорт халҡын тип, инде генә онотола башлаған һымаҡ ине шәрә уйҙар, Зәйнетдин интим тойғоларҙы ҡуҙғатып ебәрҙе.
Кемдер сәнғәт тә баһа был, ҡуйығыҙ, тип йырсының әлеге ҡылығын аҡларға тырышһа, оторо асыулылары, милләт йөҙөнән көлә был тип, ҡырт киҫә.
Ҡайҙа дөрөҫлөк, яланғас-яланғас түгелгә ҡайҙа сама, кәртә - был һорау асыҡ ҡала. Шулай ҙа ниндәйҙер консенсусҡа килергә кәрәк булыр - ҡурай моңдары уйнағанда, күңелде тирбәлтергә, яланғас ҡыҙҙар кәрәкме әллә юҡмы?