Йәмғиәт
19 Мая 2021, 04:54

Ҡыҙарып торорлоҡ булмаһын

Яҡшымбәттәр Фируза Бикмаеваға рәхмәттәр яуҙырып өлгөрмәй - көтмәгәндә ауылдарына шундай ҙур шатлыҡ килеп төштө- 200-ҙән артыҡ ағас. Аҡса менән әйтһәң, 530 мең һум, ҡайһы бер ауылдарҙың төштәренә лә инмәгән бүләк.

Теге көнө күмәкләп уларҙы ултырттылар, ҡарағайҙар бәләкәй генә булһа ла, ауылдың төҫө үҙгәрҙе, йәмләнеп китте. Ә улар буй еткерһә, нисек була?
Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары кисә уларға һыу һипкән, көндәр ҡоро, ул-был булып ҡуймаһын, аҙаҡ, терһәкте тешләп, Фируза апайҙары алдында ҡыҙарып торорлоҡ булмаһын.
Читайте нас